-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 13:15

“Һаҡ булығыҙ, ташҡын!” Балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн иҫкәрмә

Һауа температураһының ҡапыл күтәрелеүе һәм ҡарҙың тиҙ иреүе яҙын ташҡын барлыҡҡа килтерә. Был осорҙа балаларға һыу ятҡылыҡтарына яҡын бармаҫҡа кәрәк. Бигерәк тә тәрән соҡорҙар һәм йырындар ғүмер өсөн хәүеф тыуҙыра, улар һәр ваҡыт кәртәләнеп алынмай һәм иҫкәртеү билдәләре лә ҡуйылмай.

Шуға ла ошо осорҙа тыйыла:
- Яҙын йыраҡтағы һыу буйҙарына барыу;
- Боҙ киткәндә йылға аша сығыу;
- Боҙ тығылған ергә яҡын барыу, ташҡын йыуып һәм убылған урындарҙа текә ярҙа тороу;
- Күперҙә, быуа һәм плотиналарҙа йыйылыу;
- Боҙ тығындарына яҡын барыу, боҙҙарҙы ярҙан этеү, йылғаның йәки бүтән һыу ятҡылығының тәрәнлеген үлсәү, ағып барған боҙ буйлап йөрөү һәм шыуыу (тәүге һыуҙа йөрөү өсөн күп осраҡта балалар һәр төрлө йөҙөү саралары һәм хужаһыҙ кәмәләр ҡуллана).
Ата-әсәләр!
- Балаларҙы өлкәндәр күҙәтеүенән тыш йылғаға ебәрмәгеҙ, айырыуса боҙ киткәндә;
- йылға йәки күл боҙҙан әрселгәндә боҙҙа ҡалыу ҡурҡынысын аңлатығыҙ;
- ташҡын осоронда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, йылға эргәһендә шаярыуҙы тыйығыҙ;
- үҙең эшләгән һал, таҡта, ағас йәки ағып барыусы боҙҙа йөрөргә рөхсәт итмәгеҙ. Боҙ киҫәге, һыуыҡ һыу, шәп ағым һәләкәтле;
- текә һәм йыуылған яр буйында тормағыҙ – уларҙың уйылыуы бар.
- соҡорҙарға, канализация люктары һәм ҡойоларына яҡын бармағыҙ;
- әгәр ҙә йылға-күлдәге бәхетһеҙлек осрағына тап булһағыҙ, юғалып ҡалмағыҙ, өйгә ҡасмағыҙ, ҡысҡырып ярҙам һорағыҙ, өлкәндәр ишетер һәм ярҙамға килер.
Балалар, яҙғы ташҡын һәм боҙ осоронда һаҡ булығыҙ!
- Үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!
- боҙ ирегән, йылға-күлдәрҙә ташҡын ваҡытында һыу ятҡылыҡтарында һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ;
- йылғалар ташыуы һыу баҫыу хәүефен дә арттыра. Тәбиғәт көйһөҙлөктәренә әҙер булыу өсөн алдан өйөгөҙҙө һыу баҫыу ихтималлығын асыҡлағыҙ. Ташҡын ваҡытында, айырыуса һыу баҫа торған тораҡ пункттарҙа, радио һәр ваҡыт эшләп торһон, сөнки ҙур һыу көтмәгәндә килеүе бар.
Өйөгөҙҙө һыу баҫыу ҡурҡынысы янаһа нимә эшләргә?
- Газ, һыу һәм электрҙы һүндерегеҙ;
- мейестәге утты һүндерегеҙ;
- ихаталағы ағып китерҙәй әйберҙәрҙе нығытығыҙ, йәки башҡа ярҙамсы биналарға күсерегеҙ;
- тәҙрә һәм ишектәрҙе ябығыҙ, кәрәк булһа һәм ваҡыт етһә, тыштан таҡта ҡағып нығытығыҙ;
- өлгөрһәгеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе һәм кәрәк-яраҡты өҫкө ҡатҡа йәки сарҙаҡҡа күсерегеҙ.
Әгәр ҙә эвакуацияланыу
тураһында иҫкәртеү алынһа нимә эшләргә?
- йылы кейем, итек, одеял, аҡса әҙерләргә;
- кәрәкле документтарығыҙҙы һыу үтмәҫлек пакетҡа төрөгөҙ;
- өс көнлөк аҙыҡ запасы йыйығыҙ;
- үҙегеҙ ҡулланған дарыу йыйылмаһы һәм медицина аптечкаһын онотмағыҙ;
- билдәләнгән тәртиптә йыйынып сығығыҙ, йорт хайуандарын һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындан тәғәйен урынға сығарығыҙ, унда мотлаҡ теркәлеү үтегеҙ.
Әгәр ҙә һыу ҡапыл күтәрелһә, нимә эшләргә:
- мөмкин тиклем бейегерәк урынға, өҫкө ҡатҡа, сарҙаҡҡа йәки өй ҡыйығына менергә;
- ҡотҡарыусылар һеҙҙе тапһын өсөн – берәй флаг кеүек әйбер, кискеһен – яҡтылыҡ сигналдары ҡуйырға;
- йөҙөп йәки йөҙөү саралары ҡулланып үҙ аллы эвакуацияланыу ғүмергә һәм һаулыҡҡа хәүеф янағанда, шулай уҡ бәләгә тарыусыға кисекмәҫтән ярҙам итергә кәрәк булғанда ғына мөмкин.
74-се янғын-ҡотҡарыу часы сираттағы тапҡыр ташҡын ваҡытында ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ – ғүмеребеҙ һәм һаулығыбыҙ һаҡланыу ҡағиҙәләренә ни тиклем етди ҡарауыбыҙға бәйле.
Әгәр ҙә өйҙә янғын сыға ҡалһа, тиҙ арала янғын часының 01 телефонына шылтыратығыҙ, шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, кеҫә телефонынан янғын часына шылтыратыуҙар 101 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Вадим ОТМАХОВ,
“БР буйынса 14-се ФПС
отряды” Федераль дәүләт учреждениеһының 74-се янғын часы начальнигы.
Читайте нас: