Диктант буйынса тәьҫораттарым менән дә бүлешәйем бер яҙғанда. БСТ каналында бер ерҙән генә диктант яҙҙырыу бик тә отошло тип уйлайым. Был тәжрибәне карантин булмаған саҡтарҙа ла ҡулланыу кәрәк. Әйтеп яҙҙырыусылар ҙа оҡшаны, текст та бик яҡшы, фәһемле. Тик диктантты бәләкәй класс уҡыусылары яҙа алмай, сөнки өлгөрә алмайҙар, улар өсөн һүҙҙәр ҙә ҡатмарлыраҡ. Тап улар өсөн башланғыс кластар кимәлендә лә булһын ине. Балалар бит беҙҙең киләсәгебеҙ - шуны онотмайыҡ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина,
Родина - Ватан ауылы ағинәйҙәре етәксеһе.