+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 22:15

“Өләсәйең кеүек көслө бул...”

...Тормошомдоң иң ауыр мәлендә төшөмә керҙең. Наҙ тулы ҡарашың менән һағышлы йөҙөмә баҡтың да, ҡосағыңа алдың, ҡытыршы ҡулың менән башымдан һыйпап: «Ҡайғырма, ҡыҙым, барыһы ла үтә. Өләсәйеңде иҫеңә төшөр. Көслө бул. Һине юҡһыныусылар бихисап, ныҡ күп...», - тинең. Хас үҙеңсә, атайҙарса әйттең. Был осрашыу миңә тағы ла бер тапҡыр, өндәгесә, атай ҡулының йылыһын, атай хәстәрлеген тойорға мөмкинлек бирҙе... Ошо көндәрҙә Ҡауарҙы ауылында тыуып, шунда ғүмер кисергән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, атайым Ҡалмырҙин Хөрмәт Түләбәй улының тыуыуына 100 йыл. Төшөмдең иҫемә төшөүе лә шуның менән бәйлелер. Уйҙарым да алыҫ үткәндәргә алып китте.

Мин игеҙәк туғаным Гөлсирә менән Өфө дәүләт педагогия институтына уҡырға кергәндә, һеҙ әсәйем менән хаҡлы ялда инегеҙ. Баш ҡалала белем алып йөрөгән Хәниф ағайым менән Зифа апайым янына беҙ ҙә өҫтәлдек. 4 студент, 2 пенсия. Үҙегеҙҙе күп нәмәнән мәхрүм итһәгеҙ иттегеҙ, 8 балаға ла белем бирҙегеҙ, осар ҡанаттарыбыҙҙы нығытып, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙығыҙ. Әле лә хәтеремдә, ҡышҡы оҙон кистәрҙә, киске аштан һуң, әсәй менән атай һәм беҙ (игеҙәк туғаным Гөлсирә менән) өҫтәл янында ултыра инек. Әсәй, күҙлеген кейеп, өйөм-өйөм дәфтәр тикшерә, дәрес пландары төҙөй, беҙ өйгә бирелгән эштәрҙе әҙерләйбеҙ. Шуныһы ла хәтеремдә ҡалған: Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йорттарында белем алған ағай-апайҙарыбыҙға атайым хаттар яҙа ла, әсәйемә, беҙгә уҡып ишеттерә ине. Ниндәй йылы башланып китә торғайны ул хаттар!..
Атайлы бала - арҡалы
Йылдар үткәс, үҙебеҙ атай-әсәй булғас, тағы ла нығыраҡ аңланыҡ, һин беҙҙе шул хәтлем ныҡ яратҡанһың икән. Хәтерләүҙәренсә, табындан ҡайтҡандан һуң, һин һәр ваҡыт беҙҙе, йоҡлап ятҡан сабыйҙарыңды, «берәү, икәү, өсәү, дүртәү...» тип һанар булғанһың. Беҙҙең тышҡы яҡ өйҙә стенала ҙур көҙгө эленеп тора ине. Һин шул көҙгөгә ҡарап, «атай, атай» тип ҡат-ҡат әйтеп ҡарар булғанһың. «Бер йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, атай наҙын күрмәй үҫкән ир уҙаманының был ҡылығы бер ҙә сәйер түгел, киреһенсә, ҡыҙғаныс ине», - тип һөйләй ине әсәйем мәрхүмә. Һин ғаиләң менән бәхетле булдың, ә беҙ - һинең менән. “Атайлы бала - арҡалы бала” тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Бәхетле, ҡайғыһыҙ ғүмер кисереп, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күстең. Әсәйем һиңә унда ла терәктер. Кәрәктер тип әйтмәйем, сөнки һеҙ донъялыҡта ла бер-берегеҙгә кәрәк тә, терәк тә булып йәшәй белдегеҙ. Үлем түшәгенә ятҡас, һинең яныңда илап ултырған әсәйемә: «Раҡыя, илама, киткәнемә бер ҙә ҡайғырмайым. Мин бик рәхәт йәшәнем. Һинең менән рәхәт йәшәнем. Рәхмәт һиңә. Балалар һине ташламаҫ», - тигәнһең. Хәтеремдә, алтын туйығыҙҙы тантаналы итеп үткәргән мәжлестә, һин әсәйемдең ҡулына алтын балдаҡ кейҙерҙең. Үҙең һүҙһеҙ генә иланың. Шул ваҡытта, бәлки, күҙ алдыңа инәйеңде эйәртеп, һөйгәнеңдең ҡулын һорарға барған мәлең иҫеңә төшкәндер. Бүләк, ҡалым... Ҡайҙа инде?! Кисә генә Стәрлетамаҡ ҡалаһының уҡытыусылар институтында һөйгәне менән бергә уҡып йөрөгән егет. Атайһыҙ тормош. Яңғыҙ әсәгә 5 баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Йылдары ла ниндәй булған бит. “Әле аптырайым, хәлле генә йәшәгән ҡайным мин “ыштанһыҙға” нисек ҡыҙын биргәндер. Инәйемә ихтирамы ҙур ине шул”, - тип хәтерләй ине ул мәлдәрҙе ғәзиз кешем. 91 йәшендә донъя ҡуйған өләсәйемде ерләгәндә, Юныс олатайым (атайымдың ҡайныһы) ихатала үҙе Ҡөрьән уҡый, үҙенең ике күҙенән бер туҡтауһыҙ йәш аға ине. Кәүҙәгә бейек, эре һөйәкле, тура һүҙле, эшкә уңған да, батыр ҙа атайымдың инәһен - Ғәзизъямал өләсәйемде хөрмәт итмәҫлек түгел ине шул.
Уңған да, батыр ҙа өләсәйем
“Өләсәйеңде иҫеңә төшөр. Көслө бул!” 13 йәшендә 40 йәшлек тол иргә кейәүгә бирелеп, 28 йәшендә 3 бала менән тол ҡалып, ул замандың йолаһы буйынса ҡәйнешенә кейәүгә сығып, тағы ла ике балаға ғүмер биргән, дүрт улын Бөйөк Ватан һуғышына оҙатып, икеһен генә тере килеш ҡаршы алған, оло ҡыҙы Мәүлитбикәне ерләгән өләсәйем, ысынлап та, бик көслө булған бит, күңелендә йәшәү дәрте һүнмәгән. Әле уйлайым да, хайран ҡалам. Ҡултамғаһын ғына ла ҡуя белмәгән ябай ауыл ҡатыны иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы ғорур күтәрә алған. Мәктәптә “Башҡорт теле һәм мәҙәниәте” фәненән уҡытҡан мәлдә балаларға өләсәйем хаҡында һөйләргә ярата торғайным. Уның йөҙөндә мин башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының аяныслы яҙмышын да, рух ныҡлығын да күрҙем. Өләсәйемдең йорто ҡалҡыулыҡта урынлашып, бер үҙе генә ултыра ине. “Йәнәшәлә генә Ҡауарҙы йылғаһы аға, эргәлә - Тау башы. Шул Тау башында гел балалар уйнай ине. Һыу ташып, тамаҡ бешереп, өйҙәге эштәр бөткәс,Түләбайҙан мин дә (олатайымдан инде) уйнап килергә һорай инем”, - тип һөйләй ине мәрхүмә. Өләсәйем тәүге балаһын, Яныбай бабайымды 16 йәшендә тапҡан. Уҡымышлы, үҙ заманының зыялы кешеһе булған Яныбай бабайым. Әгәр ҙә яуыз һуғыш уның ғүмерен ҡыймаһа, Яныбай Түләбай улы Ҡалмырҙин ҙур вазифа биләп, иле һәм халҡы өсөн бихисап бөйөк эштәрҙең башында торор ине. Атайым ра-
йон һәм республикала сыҡҡан күп баҫмаларҙың махсус хәбәрсеһе булды. Бына уның Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы уңайынан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Беҙ бер өйҙән дүртәү киттек” мәҡәләһенән өҙөк килтерәм: “Яныбай ағай офицер ине. Фин кампанияһы башланғанға тиклем ВЛКСМ-дың Ғафури район комитетында инструктор, артабан уның секретары булып эшләне. Финдәр ҡуҙғалғас, армияға алынды һәм офицер булып хеҙмәт итте. 1941 йылдың 20 июнендә отпускыға ҡайтҡайны. 22-һендә инде, һуғыш хәбәрен ишетеү менән, үҙ часына китте”.
Бабайымдың һуңғы хаты 1943 йылдың 11 декабрендә яҙылған. Атайым тағы ла был мәҡәләһендә Әмирйән ҡустыһының минең әсәйемә яҙған хатынан өҙөк килтерә (ул уның һуңғы хаты була):
“...Шулай, еңгә, мин дә барырға кәрәк тип, танһыҡ итеп йөрөгән ерҙәмен... Әсәйемә берәй малайы ҡотолоп ҡайтһа ярар, бөтәһен дә өмөт итеп булмай инде”. Әмирйән ҡустыһы, күҙе ауырыу сәбәпле, армияға алынмаған. Ләкин ул ғариза артынан ғариза яҙып, хәрби комиссариат тупһаһын тапай торғас, фронтҡа ебәреүҙәренә өлгәшә. Ул, әлбиттә, һуғыштың ауырлығын, уның ҡорбандарһыҙ булмауын белә, шуға ла өләсәйемә дүрт улының береһе ҡайтһа ла, риза булырға ҡуша. Ул да 19 йәшендә генә, һуғыш бөтөргә бер нисә көн ҡалғас, яраларынан госпиталдә йән бирә. Өләсәйем һөйләгәндәрҙән шул иҫтә ҡалған: “Һуғыш бөткәс, Әмирйән менән балниста (гос-питалде шулай әйткәндер инде) ятҡан бер һалдат килде. Балаҡайымдың ике аяғын да төптән киҫкән булғандар икән. ”Минең хәҙер кемгә кәрәгем бар”, - тип ныҡ әрнешкән. Төнөн, барыһы ла йоҡлағас, яраларын бәйләгән сепрәктәрҙе сисеп атҡан, балаҡайғынам».
Бөгөн өләсәйемдең ҡәбер ташында өс фотоһүрәт: өләсәйем һәм һуғышта һәләк булған улдары Яныбай менән Әмирйән. Улар шундай итеп урынлаштырылған, әйтерһең дә, әсәйҙәре уларҙы ҡосағына алған... Ә беҙҙең тыуған нигеҙебеҙҙә бөгөн дә ваҡыт үтеү менән һарғая, ҡат-ҡат уҡыуҙан ситтәре бер аҙ теткеләнә башлаған әллә күпме (атайымдың, туғандарҙың) һалдат хаттары һаҡлана! Хат аша атайым әсәйемә “Раҡыя, бәғрем” тип өндәшкән. Һәр хат шулай башланған.
Ғүмер юлың матур үтелгән
Бөгөн бар һүҙем атайым тураһында ғына булыр кеүек ине. Ләкин уның тураһында яҙғанда, яҡындарын иҫкә алмау дөрөҫ булмаҫ ине. Өләсәйем төп йортта кесе улы Зиннур, уҡытыусы килене Назафат менән ғүмер кисерҙе. Беҙ әҙ генә үрҙәрәк йәшәнек. Ике ғаиләгә 11 бала үҫтек. Бер туғандар кеүекбеҙ бөгөн дә. Бының шулай булы-уында ике ғаиләнең ҡуҙын һаҡлап тотоусылар: өләсәйем, әсәйем менән Назафат еңгәмдең алдарында баш эйәрлек. Шуныһы ла иҫтә ҡалған: әгәр ҙә беҙгә ҡунаҡ-фәлән килһә, беҙ өләсәйемде сәйгә саҡырырға йүгерә инек. Ул килеп етмәйенсә, сәй табыны башланмай. Был яҙылмаған, әммә фәһем алырлыҡ ҡанун ине. Атайым әсәйемә өйләнгәс, 1940 йылда әрме хеҙмәтенә китә. Фронтҡа 1942 йылдың февралендә инеп, аҙағына тиклем йөрөгән. Сталинград оборонаһында, Украина, Молдавия, Румыния, Болгария, Югославия, Австрия һәм Венгрия халыҡтарын фашист ҡоллоғонан азат итеүҙә ҡатнашып, тыуған яҡтарына бары тик 6 йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайта. Ут эсендә йөрөгән Зиннур ағайыма ла шул бәхет йылмая.
Атайым бик ярҙамсыл кеше ине. Хәниф ағайым үҙенең көндәлегенә һинең ошо матур сифатыңа ҡағылышлы түбәндәге юлдарҙы яҙған: «Атайым ҡулынан килгәнсе һәр кемгә ярҙам итергә тырышты. Атайымдың аҙашы Хөрмәт ағай Ниғмәтуллин менән булған хәлде яҙып китергә була. Әсирлектә булғаны өсөн, һуғышта ҡатнашһа ла, уны тантаналы йыйылыштарға саҡырмай торғайнылар. Уға бигерәк тә 9 Майҙа - Еңеү көнөндә ауыр булғандыр. Митинг бөткәс, Хөрмәт ағай беҙгә килер ине. Атайым менән икәүләп оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар. Илап та ала ине. Атайым уны “бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ” тип йыуата. 70-cе йылдар башында атайым, аҙашын яҡлап, төрлө инстанцияларға хаттар яҙа башлай. Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арналған тантанала ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе Хөрмәт ағай Ниғмәтуллин да ветерандар рәтендә ғорур баҫып торҙо”.
Атайым менән әсәйем йәшәгән дәүерҙәрендә бергә бик күп шатлыҡлы минуттар кисерҙе. Шуларҙың береһе - Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын байрам иткәндә, Украинаның Кировоград ҡалаһында, атайымдың полкташтары менән осрашыуы. Ниндәй матур тәьҫораттар менән ҡайтты улар! “Емереклектең эҙе лә ҡалмаған. Әйтерһең дә, һуғыш булмаған. Ҡала бик матур. Колхоз-совхоздар гөрләп тора. Күпме осрашыуҙар ойошторҙолар. Хәтирәләр яңырҙы”, - тип һөйләне атайым ҡайтҡас. Был бәхет яу юлын үткән һәр һалдатҡа йылмаймай.
Атайым тураһында бик күп һөйләгем килә. Төрлө йылдарҙа уҡытыусы, мәктәп директоры, парторг, колхоз рәйесе булып эшләгән атайым атай була белгән, ваҡытында үҙе татымаған атай наҙын да биргән. Фани донъяларҙа һәр кем үҙ юлын үҙенсә үтә. Баҡыйлыҡҡа күскәс, һине һағынып иҫкә алыу-сы, һинең рухыңа доға-аяттар уҡытыусы ғәзиз кешеләрең - балаларың бар икән, тимәк, ғүмер юлың матур үтелгән. 9 Майҙа тыуған нигеҙебеҙҙә, туғандар менән бергә, һинең рухыңа бағышлап Ҡөрьән уҡытырбыҙ. Унда коллегаларың, уҡыусыларың да булыр. Ә әлегә минең ҡолағымда һинең һүҙҙәрең яңғырай:”Өләсәйең кеүек көслө бул...”
Гөлфирә ӘХМӘТШИНА.
Благовар районы.
Читайте нас: