+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 11:05

Утты тәүәккәлдәр, ҡыйыуҙар ауыҙлыҡлай

Апрелдең һуңғы көнөндә янғын һаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “БР буйынса 14-се ФПС отряды” Федераль дәүләт учреждениеһының 74-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Вадим Владимирович ОТМАХОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

-Беҙҙең 74-се янғын-ҡотҡарыу часы 30 кешене берләштерә. Стәрлетамаҡ янғын-ҡотҡарыу гарнизонына ҡарайбыҙ. Ауыл биләмәләрендә янғын һаҡсыларынан торған профилактик төркөмдәр эшләй. Шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә 39 ирекле янғын һағы командалары тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһы алып бара. Коронавирус менән бәйле айырыуса режимда эшләйбеҙ. Май аҙағынаса раҫланған графикка ярашлы, ике ҡарауылдың сменалап тәүлек аша дежурлығы ойошторолдо. Шулай уҡ янғын һағында уяу тороу менән бер рәттән, ҡотҡарыусы хеҙмәте иңебеҙгә һалынғанлыҡтан, эшмәкәрлегебеҙҙе тап ошо йүнәлеш буйынса ла алып барабыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, әлеге мәлдә Түбәнге Ташбүкән ауылында юғалған малайҙы эҙләүгә лә ҡушылдыҡ.
Районыбыҙ биләмәһендә янғындар менән бәйле хәлгә килгәндә, йыл башынан 22 янғын осрағы теркәлде. Былтырғы менән сағыштырғанда 15-кә кәмерәк. Янғын төрлө сәбәптәр арҡаһында килеп сыға. Әммә быға нигеҙҙә кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, электр ҡорамалдары менән файҙаланғанда, мейес яҡҡанда, тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпсе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындарҙың фажиғәле тамамланыуы – ут эсендә кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары булып тора. Быйыл Аҡкүл ауыл биләмәһенең Антоновка ауылында бер өйҙә сыҡҡан янғында ике кеше ҡорбан булды.
Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, тотороҡлолоҡ һаҡлана. Коллективта оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға китеүселәрҙең урыны йәштәр менән тулылана. Бүлексә командиры Г.А.Рассолеев янғын һағында 1999 йылдан алып эшләй. Ҡарауыл начальнигы Д.В.Федоров, янғын һүндереүселәр А.Г.Курбатов, С.А.Бусыгин, водитель М.Ә.Ғәйфуллин оҙаҡ йылдар янғын һағына хеҙмәт итеүселәрҙән. 10 хеҙмәттәшебеҙ хаҡлы ялда.
Беҙҙе бөгөнгө көнгә борсоған ҙур проб-
лема – авария хәлендәге янғын часы бинаһының коллектив ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырыуы. Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов менән личный составты һәм барлыҡ техниканы икенсе бинаға күсереү мәсьәләһе өйрәнелә. “БР-ҙа 2030 йылға тиклем янғын һағының үҫеш стратегияһы” республика программаһына ярашлы, быйыл күптән көтөлгән янғын часының типовой бинаһына нигеҙ һалыу эше башланырға тейеш булһа, коронавирус сәбәпле, уның төҙөлөшө кисектерелде. Шулай уҡ был программа сиктәрендә янғын һүндереү автобаҫҡысы ла, автоцис-терна ла планға ингәйне.
Һәр бер ауыл биләмәһендә берәр янғын һүндереү машинаһы булдырыу өсөн тырышлыҡ һалабыҙ. Республика программаһы буйынса быйыл Сәйетбаба һәм Аҡкүл ауыл биләмәләрендә янғын һүндереү техникаһына тағылмалы цистерна (4 кублы) алып бирелде. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы, Имәндәш ауыл биләмәһендә “УАЗ” базаһында мобиль янғын һүндереү комплексы һатып алдылар. Бурлы ауыл биләмәһендә иһә тап ошо программа буйынса элекке магазин бинаһын янғын һағы депоһы итеп үҙгәртеп ремонтланылар. Мораҡ, Ташбүкән, Ташлы ауыл биләмәләренән тыш башҡаларҙа янғын һүндереү техникаһына йылы гараждар бар.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы, ауылдарҙағы ирекле янғын һағы командаларын Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы (МЧС) барлыҡҡа килеүҙең 30 йыллығы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, именлек, хеҙмәт уңыштары, “ҡоро еңсәләр” теләйем.
Индира ИШКИНА
яҙып алды.
Читайте нас: