-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Май 2020, 17:25

Яугир ҡайным

Минең ҡайным Мөхәмәтғәле Зариф улы Ҡотлогилдин - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Ул 1926 йылда Үрге Ташбүкән ауылында тыуып үҫкән. Һуғышҡа 18 йәше тулғас, 1944 йылдың мартында алына. Бер ай Алкинола хәрби әҙерлек үтә һәм апрелдә көнбайышҡа һуғышҡа оҙатыла.

Мөхәмәтғәле Зариф улы артиллерия полкында тыуған илде һаҡлау бурысын үтәй, йәш кенә егет пушкаларға 16 килограмлы снарядтар ташый. Көнсығышта япондар менән һуғыш башланғас, уларҙың полкын шунда ебәрәләр. Улар пушкалар һәм һалдаттар тейәлгән тауар поезында Өфө аша уҙалар. Унда әҙерәк туҡталып та китәләр, тик ул ваҡытта ҡалаға ауылдан кем барһын инде, бер кемде лә күрмәй көнсығышҡа табан ары китәләр. Улар Даманскийҙа урынлашып, ил сиген һаҡлап оборона тоталар.
Еңеү көнөн ул Япония менән Рәсәй сигендә ҡаршылай. Унда Үрге Ташбүкәндән үҙенең ут күршеһе Шакир Сабиров менән осраша. Һуғыш бөткәс тә уларҙы хеҙмәттән ҡайтармайҙар, ил сиген һаҡларға ҡалдыралар. 1950 йылдың көҙөнә генә тыуған яҡтарына ҡайтыу насип була.
Яуҙан иҫән ҡайтҡан егет Ғәлиә исемле 18 йәшлек ҡыҙға өйләнеп, 46 йыл татыу ғүмер итәләр. 6 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡайным матур ғүмер кисереп, 1996 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Тормош иптәшем Әнүәр Ҡотлогилдин - уларҙың 1951 йылда тыуған оло улдары. Унан килә Әмир, Зәйтүнә, Минияр, Рәсимә, Альберт Ҡотлогилдиндар. Ҡайным илен һаҡлап яу юлы ла үткән, тәрбиәле балалар ҙа үҫтергән ғорурланырлыҡ кеше.
Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘ.
Читайте нас: