Алдан уҡ акцияның сайтында теркәлеү үткән табындар диктантты һәр кем үҙ өйөндә, кемдер Башҡортостан юлдаш телеканалынан барған тура эфирҙа, кемдер социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Телһөйәрлек сараһында ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар ҙа теләп ҡатнашты. Күптәре диктантты башҡорт милли кейемендә яҙҙы. Күп милләт халҡы йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙы телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тыуған республикабыҙға булған һөйөү берләштерҙе был көндө.
Сажидә ЙӘНМЫРҘИНА.
Табын ауылы.