-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 19:45

101 йәшлек ветеран һаман да сафта

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Низаметдин Бәҙретдин улы Вахитов Татар Саскүле ауылында йәшәй. 3 майҙа ул 101 йәшен билдәләне.

Ул фронтҡа 1944 йылда алына. Башта Алкинола әҙерлек үтә. Свердловск ҡалаһында танк училищеһында 6 ай уҡып, техника серҙәренә төшөнгәс, I Белоруссия фронтының 16-сы танк полкында Польша ерендә һуғышҡа инә. Был ерҙәрҙе һәм һуғыша-һуғыша башҡа ауыл-ҡалаларҙы немец илбаҫарҙарынан азат итеп, үҙ юлын дауам итә. Ҡаты алыштарҙың береһендә Низаметдин яраланып, госпиталгә эләгә. Оҙаҡ ҡына дауаланып ятҡан яугир Бөйөк Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршылай. Госпиталдән һауығып сыҡҡас, уҡсылар полкында хеҙмәтен дауам итә ул. Әммә һуғыш яралары һаман үҙен һиҙҙерә, һыҙлай һәм уңалмай. Комиссия үткәндән һуң, артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип табылып, 1945 йыл аҙаҡтарында тыуған ауылына ҡайтарыла.
Фатима Нуриәхмәт ҡыҙы менән тормош ҡороп, 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны күптән гүр эйәһе. Бөгөн Низаметдин Бәҙретдин улы иң кесе улы Флүр менән килене Миңнира тәрбиәһендә, бәхетле ҡартлығын кисереп, ғүмер йомғағын һүтә.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: