+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 17:40

Ҡарт өләсәйем менән ғорурланам

Мәүлиҙә Хәйбулла ҡыҙы Зәйнуллина - минең ҡарт өләсәйем. Ул тыл ветераны, Герой-әсә.

Ул биш йәшендә генә етем ҡала, уны үгәй инәһе ҡарап үҫтерә. 6-сы класты тамамлағас, ҡыҙҙарға уҡыу кәрәкмәй, тип, артабан уҡытмай. Һуғыш башланғанда уға 14 йәш була. Ҡарт өләсәйем башҡа апайҙар, әбейҙәр, ҡыҙҙар кеүек көндөҙ колхоз эшендә эшләй, кис көнө бәйләм бәйләй. Бергәләшеп һуғыштағы һалдаттарға бейәләй, башалтай ебәрә.
Ҡарт олатайым менән ҡарт өләсәйем һуғыштан һуң өйләнешәләр. Уларҙың 12 балаһы була. Минең өләсәйем Камилә - уларҙың алтынсы балаһы. Ул ҡарт өләсәйемде һәйбәт итеп ҡарай. Беҙ ҙә уға ҡунаҡҡа барабыҙ, һуғыш ветераны булған ҡарт олатайым өсөн ул фатир ҙа алды. Унда бөтә уңайлы шарттар бар: йылы, иркен, матур. Аллаға шөкөр, ҡарт өләсәйем йөҙөнсө йәшен ваҡлай. Беҙ уның матур тормош кисереүенә шатланабыҙ. Унан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ, үрнәк, аҡыл алабыҙ!
Ҡарт өләсәйем Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын шатланып ҡаршы алырға йыйына. Үҙе өсөн дә, ҡарт олатайым өсөн дә.
Әмилә ВӘЛИТОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: