+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 19:20

Ауылыбыҙҙың аҫыл уҙаманы

Ғүмеренең күп өлөшөн Үтәк ауылында йәшәп, шунда вафат булған Акрам ағай Йәнешев хаҡында бәйән иткем килә. Сығышы менән Игенйылғанан булған был аҫыл ир-уҙаман тураһында балалар ҙа, йәштәр ҙә белһендәр ине.Алдымда Акрам ағайҙың үҙ ҡулдары менән яҙылған автобиографияһы. Ябай ғына бер кешенең ғүмер юлы аша ил тарихын күҙалларға була. Күпме әрнеүҙәр, юғалтыуҙар ҙа, ауырлыҡтар, тырышлыҡ та, уңыштар, билдәлелек тә...

Акрам Ғабдулла улы Йәнешев 1923 йылдың 14 ғинуарында Игенйылға ауылында тыуа. Уның атаһы алдынғы ҡарашлы мулла була, заманы өсөн киләсәкте уйлап йәшәгән, тирә-яҡта беренселәрҙән булып ашлыҡ һуҡҡыс (молотилка) ала. Игенселек менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, мал-тыуар ҙа аҫрай. Бына шундай етеш йәшәгән ғаиләлә тыуған Акрамға атайлы булып оҙаҡ йәшәргә насип булмай. 1930 йылдың апрелендә, ялған яла яғып, Ғабдулла мулланы ҡулға алалар һәм ғаиләһенә “халыҡ дошманы” мөһөрө тағалар.
Ауырлыҡтарға ҡарамай
Шунан башлана ла инде Акрамдың ауыр көндәре. Әсәһе Әминә абыстайҙы береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы менән өйҙәренән ҡыуып сығаралар, бар мал-мөлкәттәрен тартып алалар. Өҫтәрендәге бер ҡат кейемдәре менән ғаилә урамда ҡала. Ә атайҙары был ваҡытта биш йылға иркенән мәхрүм ителеп, төрмәгә ябыла. (Халыҡ араһында: уны тәүге тапҡыр ҡулға алғанда Ғабдулла ҡаса, төндәрен ҡайтып, ғаиләһенә аҙ булһа ла ризыҡ таба, ләкин кемдер ошаҡлап, ҡулға алалар, ауылға ул әйләнеп ҡайтмай, тигән һүҙҙәр йөрөй ине).
Ул осорҙа Йәнешевтарҙың күп ғаиләләрен “халыҡ дошмандары” тип, Белорет яҡтарына һөргөнгә ебәрәләр. Әминә абыстайҙың балалары бәләкәй булыу сәбәпле, һөргөнгә ебәрмәйҙәр, ләкин бөтөн хоҡуҡтарҙан да мәхрүм итәләр. Был ваҡытта Акрамға – 7, ә кесе һеңлеһенә 3 йәш була.
“Өйһөҙ ҡалһаҡ та, урамда йәшәмәнек, ауылдаштарыбыҙҙа өйҙәш булып йәшәнек. Ошолай йәшәү 8 йыл – 1938 йылға тиклем дауам итте. Ул йылды әни бик бәләкәй генә, иҫке, ишек алды ситәндән үрелгән бер йорт алды, унда бер ағас карауат, бер өҫтәл, бер эскәмйә ҡуйғас, башҡа урын да ҡалманы”, - тип яҙа ул үҙенең автобиографияһында.
Мәктәпкә уҡырға барғас та Акрамға күп әрнеүҙәр, кәмһенеүҙәр күрергә тура килә. Ул йылдарҙа балаларҙы ашатыу ойошторғандар, “халыҡ дошманы” балаһы тип, шул ризыҡтан да мәхрүм иткәндәр. Исемлеккә индерелмәйенсә уҡыған йылдары була. Шулай булһа ла, уҡытыусылар уны йәлләптер инде кластан класҡа күсерәләр. Үҙенең тырышлығы, белемгә ынтылышы көслө булғанлыҡтан, ул күрше ауыл мәктәптәренә уҡырға йөрөй, йәй көнө иһә колхозда эшләй.
19 йәшлек яугир
1941 йылда ҡәһәрле һуғыш башланып китә. Был ваҡытта Акрам мәктәп уҡыусыһы була әле. 1942 йылда ул 10-сы класты тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышына китә. Дон фронты составында булған 195-се уҡсылар дивизияһына эләгә. Был дивизия Башҡортостанда формалаша. Күнекмәләрҙе Ҡырмыҫҡалыла, Ырымбур, Рязань өлкәләрендә үтәләр. 1942 йылдың 27 июнендә Рязань өлкәһенең Ряжск ҡалаһында ваҡытта уларҙың дивизияһына фронтҡа ҡуҙғалырға бойороҡ алына. Июль баштарында һуғыш операцияларында ҡатнаша ла башлайҙар.
Акрам ағай автоматсылар взводында һуғыша. Уларға танкылар һөжүменә ҡаршы торорға тура килә. Танк десантының ике атакаһы ла уңышһыҙ була, дош-мандар кире сигенә, әммә был яуҙа Акрам да күп иптәштәрен юғалта. Частар тулыландырылмауға ҡарамаҫтан, Воронеж ҡалаһына өсөнсө наступлениеға бойороҡ бирелә һәм 15 июль таңында һөжүм башлана.
1942 йылдың 15 июлендә урам һуғыштарында ул ҡаты яралана. Был һөжүм ваҡытында рота командиры лейтенант Коростылев һәм рядовой һалдаттар үлемесле яра алалар. Ә Акрам ағайға взвод командиры лейтенант Ермаков менән ауыр яра алыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡаланан сығыу бәхете тейә, ләкин ялан санитар пунктына еткәнсе күп ҡан юғалта ул. Госпиталгә оҙатыу өсөн уларҙы машина менән Мичуринск тимер юл станцияһына килтерәләр. Йыйылыу урынында Яңғыҙҡайын ауы-лынан Ғабдулла Ишмөхәмәтовты осрата. Улар ҡосаҡлашып күрешәләр һәм бер-береһенән айырылмаҫҡа һүҙ бирәләр. Күп ҡан юғалтҡан Акрам ағай аңын юғалтып йығыла, уны Мичуринск ҡалаһында ҡалдыралар. Ә иптәше Ғабдулла госпиталдән һуң яңынан фронтҡа китә һәм шунда һәләк була.
Акрам ағайҙы Пенза өлкәһенең Пачельма станцияһы госпиталенә ебәрәләр, унан Силәбе өлкәһенең Варна районындағы госпиталгә күсерәләр. 25 сентябргә тиклем ул 3756-сы һанлы эвакуацион госпиталдә дауалана. Уҡыуҙар башланғас, уларҙы кемде – часҡа, кемде икенсе госпиталгә күсерәләр. Асыҡ яра булыу сәбәпле, Акрамды дауаланыу өсөн ауылға ҡайтаралар. 1942 йылдың октябрь айын ауылдан 12 саҡрымда булған Красноусолға көн аша яраларын бәйләтергә йөрөп үткәрә.
Мәғарифҡа арналған ғүмер
Ауылда аслыҡ, күптәр шешенеп үлә. Әниенең дә хәле шәптән булмай. 1942 йылдың 1 ноябрендә уны Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә (ул йылда мәктәп Оло Үтәштә була) хәрби етәксе һәм физкультура уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр.
Шул ваҡыттан барлыҡ ғаиләләре ауыл-дан китә. Һеңлеләренә лә уҡыуҙарын дауам итеү мөмкинлеге тыуа.
1943 йылда уны үҙе уҡыған Ҡотлоғужа мәктәбенә военрук итеп күсерәләр. Бында 1948 йылға тиклем эшләй. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Уны 1950 йылда тамамлай һәм Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Ләкин 1951 йылда район халыҡ мәғарифы бүлеге бойороғо менән Үтәк урта мәктәбенә физика уҡытыусыһы итеп күсерелә. Шул көндән башлап, пенсияға сыҡҡансы Үтәк мәктәбендә уҡыусыларға төплө белем бирә һәм бөтөн ғүмерен Үтәк ауылы менән бәйләй. Төрлө йылдарҙа мәктәп директоры ла, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып та, “Егән” колхозы рәйесе вазифаһын да башҡара, партия эштәрен дә үтәй.
Тырыш хеҙмәте өсөн Акрам Ғабдулла улы бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, төрлө ҡалаларға путевкалар, Лениндың өҫтәл миҙалы менән бүләкләнә. 1967 йылда “РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһенә лайыҡ була, 1985 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Указы менән “БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исем бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яраланған һуғышсы булараҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Бөйөк Еңеүҙең 25, 30, 35, 40, 45 йыллыҡ юбилей миҙалдары тапшырыла. 1947 йылда СССР Юғары Советы Указы менән “1941-1945 йылдарҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Хәҡиҡәт өҫтөнлөк ала
Акрам ағайҙың ғүмерендә тағы ла бер иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс ваҡиға була. Ниһайәт, 1989 йылда СССР Юғары Советы Указы менән уның әтие Ғабдулла Йәнешев аҡлана. 59 йыл буйы халыҡ дош-
маны улы булып йөрөгән Акрам өсөн был иң шатлыҡлы көн була. Йөрәгендәге нисәмә йылдар төҙәлмәҫ яра булып ҡына түгел, күп пландарын емереүсе лә, тормошонда күп ҡаршылыҡтар ҡуйыусы ла мөһөр була. Нисәмә йылдарҙан һуң хәҡиҡәт барыбер өҫтөнлөк ала, дөрөҫлөк табыла. Әммә әтиенең генә был көндәрҙе күрә алмауы үкенесле.
Акрам Ғабдулла улы хеҙмәтендә генә түгел, ғаиләһендә лә бик өлгөлө әти, хәстәрлекле ир, иғтибарлы ул була. Тормош иптәше Нурия Сәхибгәрәй ҡыҙы ла Игенйылға ауылынан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары 16 йәш кенә була. Уға ла һуғыш осороноң барлыҡ ауырлығын кисерергә тура килә. Тиҙләтелгән агрономдар курсын тамамлай һәм уны агроном-бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Шул көндән башлап һуғыштың аҙағынаса иртәнән кискә тик-лем колхоз эшендә була. Орлоҡ менән тәьмин итеү ҙә, сәсеү-урыу эштәре лә, уңышты хөкүмәткә тапшырыу ҙа йәш агрономға йөкмәтелә. Был хеҙмәттәре өсөн Нурия апай “1941-1945 һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы һәм тыл ветераны булараҡ, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуңғы ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай. Балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр араһында ла абруйы ҙур була уның.
Өлгө булырлыҡ ғаилә
1946 йылдың мартында ғүмерлек юлдашы Акрам менән өйләнешәләр һәм 53 йыл татыулыҡта ғүмер итәләр. Үҙҙәре кеүек аҡыллы, тәрбиәле, төплө, белемле, тыйнаҡ балалар тәрбиәләп үҫтерәләр, һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан, илгә файҙалы граждандар булып үҫеп, буй еткерәләр. Ҡыҙҙары Әнисә менән Рәйсә – табибәләр, улдары Рәмил Башҡортостан ауыл хужалығы инс-титутын тамамлай, отставкалағы майор, кесе ҡыҙҙары Флизә ата-әсәһе юлынан китеп, Туғай мәктәбендә балаларға инглиз теленән белем бирҙе. Ейәндәре Алик Рәмил улы Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы.
Тормош ҡуйған ҡаршылыҡтар, ауыр-лыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмайынса, үҙҙәре ярған юлдан лайыҡлы уҙған Акрам ағай менән Нурия апайҙың тормошо һәр яҡлап башҡаларға үрнәк булырлыҡ. Улар балаларын үҙ өлгөләрендә тәрбиәләнеләр, әниҙәре лә 92 йәшкә етеп вафат булғансы улар менән бергә йәшәне.
Йәнешевтарҙың балалары Игенйылға-ла тыуып үҫмәһәләр ҙә, ауыл менән бәйләнеште өҙмәйҙәр. Байрамдарға килгәндә улар бер ваҡытта ла бүләкһеҙ йөрөмәй. Мәсеттәге исемле келәм, мәҙәниәт йортондағы матур картиналар уларҙың иҫтәлекле бүләктәре.
Игенйылғанан ситтә ғүмер кисерһәләр ҙә, уның һыуын эсеп, сирәмендә аунап, урамдарында уйнап үҫкән, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булған ауылдаштарыбыҙ тураһында беҙ белергә, ғорурланырға тейешбеҙ, тип уйлайым мин.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
Н.Фәрхшатов исемендәге премия лауреаты.
Игенйылға ауылы.
Читайте нас: