+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 17:25

Беҙ уларға мәңге бурыслы

Кешелек тарихында иң аяуһыҙ, ҡан ҡойғос һуғыш тамамланыуға 75 йыл үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронт һәм тылдағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татығандарҙың күптәре беҙҙең арала юҡ инде.

Әммә совет халҡы күрһәткән оло батырлыҡты һәр кем хәтерләй, йөрәк түрендә һаҡлай. Беҙ бөйөк халҡыбыҙ, илебеҙ менән ғорурланабыҙ, тыуған илебеҙҙе, бар донъяны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарған ҡаһарман ветерандарыбыҙға мәңге рәхмәтлебеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы Рәсәй тарихында мөһим урынды алып тора. Илдә һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ.
2020 йыл ил Президенты Владимир Путин указы менән Хәтер һәм Дан йылы тип иғлан ителде. Йыл һуҙымында бик күп саралар билдәләнгән. Иң мөһиме йылдан-йыл сафтары һирәгәйгән һуғыш ветерандары тураһында хәстәрлек күреү. Бөгөнгө көндә илдә 60 мең яугир, 13 мең һуғыш инвалиды йәшәй, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыһы булған 230 мең ғаилә бар. Башҡортостанда 888 һуғыш ветераны, 324 инвалид, 237888 тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Ғафури районында 5 һуғыш ветераны, 178 тыл хеҙмәтсәне бар. Бөгөнгө көндә яҡташтарыбыҙ Советтар Союзы Геройҙары А.С.Горинды, З.Н.Әхмәтйәновты, З.Л.Әсфәндийәровты, А.Ф.Ковальскийҙы, И.В.Пятяриҙы иҫкә алабыҙ. Уларҙың исемдәре Өфөләге Еңеү паркында гранит стеллаға яҙылған һәм Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһында уларға бюстар ҡуйылған.
Һуғыш йылдарында райондан ил һағына 13683 кеше киткән, шуларҙың 6587-һе һәләк булған, 2800-ө – хәбәрһеҙ юғалған, 4257 кеше тыуған яғына иҫән ҡайтҡан. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында районда төҙөлгән 170-се уҡсылар дивизияһы ла үҙ урынын алған. 500 райондашыбыҙ 219-сы Идрица дивизияһы барлыҡҡа килгән Стәрлетамаҡ эргәһендәге Ҡыҙыл Яр ауылына йәйәү бара.
Яҡташтарыбыҙ генерал Миңлеғәле Шайморатовтың данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ла батырҙарса һуғышҡан. Дивизия төҙөлгән осорҙа унда 174 райондашыбыҙ ебәрелгән.
Ауыр һуғыш йылдарында Башҡортостанда илебеҙҙең көнбайыш төбәктәренән күсерелгән 120 сәнәғәт предприятиеһы фронт өсөн ҡорал етештерә. Һәр өсөнсө танк һәм һәр бишенсе самолет Башҡортостан яғыулығы менән заправкалана. 1942 йылдың башына республиканың ауыл-ҡалаларында эвакуацияланған 278 мең кеше йәшәй, шуларҙың 104 меңе – Өфө ҡалаһында. Ғинуар айында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы, хеҙмәт батырлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн Өфө ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән абруйлы исем бирелде.
Һуғыш йылдарында районға Гомель быяла заводы һәм Рыбинск элемтә училищеһы күсерелә. Ҡарлы ауылында Ленинградтан эвакуацияланғандарҙың йәшәүе һәм нефть табыуы билдәле. “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән саҡырыу тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, балаларҙың тормош девизына әйләнә, бар ауырлыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡты еңеп, улар баҫыу-фермаларҙа эшләй, урман киҫә, ер һөрә, фронтҡа йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, дарыу үләндәре ебәрә. Республикала 450 мең, районда 9339 кеше “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Күптәре аталарын, яҡындарын юғалтҡан быуын – һуғыш йылы балаларының сафтары ла йылдан-йыл һирәгәйә. Әлеге көндә улар тураһында “Һуғыш йылы балалары” тип аталған хәтер китабына материалдар туплана.
Районда Еңеү һалдаттары - ветерандарыбыҙға айы-рыуса ҙур иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтелә. Һуғышта ҡатнашыусыларға, вафат булғандарҙың һәм хәрбиҙәрҙең тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары тапшырылған. Район, ауыл хакимиәттәре, социаль хеҙмәткәрҙәр, дауалау учреждениелары ла уларҙы үҙ ярҙамынан ҡалдырмай. Ветерандарыбыҙға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы миҙалдары тапшырылды. Йыл һуҙымында уҡыусылар, ирекмәндәр өйҙәренә барып, улар менән осрашыуҙар үткәрҙе, “Еңеү тарихы” акцияһы өсөн материалдар тупланы. Еңеү көнө алдынан бөгөнгө көндә иҫән 5 ветеран йәшәгән йорттар алды йәшелләндерелеп, шыршы ағастары ултыртылды. Район гәзиттәрендә һуғыш ҡаһармандары тураһында бик күп мәҡәләләр баҫыла, Интернет селтәрҙәрендә бихисап акциялар ойошторола. Был эштәр артабан да дауам итер, ветерандарыбыҙ иғтибар үҙәгендә булыр тип ышанам.
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар советы рәйесе.
Читайте нас: