Һуғыш еле беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәгән. Был һуғышта минең олатайым - атайымдың атаһы ҡатнаша. Олатайым Ниғмәтйән Сәлимйән улы Салауатов 1927 йылдың 17 ғинуарында 5 ҡыҙ араһында бер малай булып донъяға килә. Немец илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып ингәндә, уға ни бары 14 йәш кенә була. Һуғыштың тәүге көндәренән үк хеҙмәткә алынған атаһы – Сәлимйән ҡарт олатай 1942 йылда Ленинград янындағы ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Ғаиләлә берҙән-бер ир заты булараҡ, ауырлыҡтар Ниғмәтйән олатайымдың иңенә төшә.
1944 йылда иһә 18 йәше лә тулмаған олатайым Алыҫ Көнсығышҡа диңгеҙ авиацияһына хәрби хеҙмәткә алына. 1945 йылғы япон һуғышында ҡатнаша, Тымыҡ океан флотының айырым авиа-техник батальонының маскировка командаһында хеҙмәт итә. Япон милитаристарына ҡаршы күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп тапҡыр наградаларға лайыҡ була. Олатайым хеҙмәт иткән полк хәҙерге Партизанский ҡалаһы янындағы Сергеевка ауылында тора.
5 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, уға тыуған яҡтарына ялға ҡайтыу бәхете тейә. Һәм ошо ваҡытта ул 19 йәшлек өләсәйем Мөйәсәрәне осрата. Олата-йым үҙе һөйләгәнсә, тимерҙе ҡыҙыуында һуға, ул өләсәйемде кәләш итеп ала. Шулай итеп, Мөйәсәрә һәм Ниғмәтйән Салауатовтарҙың ғаилә тарихы башлана. Тик Ниғмәтйән олатайыма хәрби хеҙмәтен дауам итергә тура килә. 1951 йылдың ноябрь айында ғына демобилизацияланып, тыуған ауы-лына әйләнеп ҡайта ул. Өләсәйем Мөйәсәрә Хәлил ҡыҙы менән гөрләтеп донъя көтөп алып китәләр.
Олатайым тыныс тормошта ла үҙен ысын мәғәнәһендә яугир итеп күрһәтә. Донъя ауырлыҡтарына бирешмәй урман ҡырҡыуҙа, колхоз эштәрендә ал-ял белмәй тырышып эшләй. Ете балаһын уҡытып, аяҡҡа баҫтыра. Һәр береһенә үҙҙәренең ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итәләр. Барлыҡ ул-ҡыҙҙарының тормошо матур һәм күркәм. Ейән-ейәнсәрҙәрен дә аяҡҡа баҫтырырға ҙур булышлыҡ итә улар, тик өләсәйем генә мәрхүмә булып ҡалды. Әлеге көндә Ниғмәтйән олатайым Туғай ауылында йәшәй, уға 93 йәш. Һәр йыл һайын олатайымдың тыуған көнөн, Еңеү көнөн ҙур байрам табыны ҡороп билдәләйбеҙ. Ниғмәтйән олатайымды яратып һәм ҡәҙерләп торабыҙ.
Мин олатайым менән осрашҡан һайын һуғыш хәтирәләре тураһында һорайым һәм тыңлайым. Һуғыштың ҡот осҡос һәм тетрәндергес булыуын ҡабат-ҡабат аңлайым. Олатайымдың һәр һүҙе минең өсөн ниндәйҙер бер яңылыҡ, сөнки олатайым, минеңсә, үҙе бер тарих. Ошондай олатайым булыуы менән мин бәхетлемен.
Гөлфиә САЛАУАТОВА,
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт
гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы.