Һуғыш юлын Ғәнәфиә Закир улы атаҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында сабельник (ҡылыс менән һуғышыусы ) булып үткән. Сержант дәрәжәһендә булған. Күп тапҡырҙар яраланып госпиталдә ятып сыға. Һуғыштан иҫән ҡайтып, тағы 6 балаға атай булып, ҡаты яраларҙан, йәшләй генә вафат була.
“Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланғанын үҙе белгәнме-юҡмы, тик балалары белмәгән. Сәғит Агиш (олатайым менән бер дивизияла булған)баҫмаларын уҡып ултырғанда атайым Фәйез олатайымдың исемен күреп ҡала, унда уның батырлығы тураһында яҙылған була һәм миҙалды юллап ала. Әле ул миҙал Фәниә апайымдарҙа һаҡлана.
Беҙ, ейәндәре һәм уларҙың балалары, олатайым Ғәнәфиә Закир улы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.Фашистарҙың көслө танк, орудиеларына ҡылыс менән ҡаршы һуғышып ҡара әле! Олатайҙарға еңеү өсөн ҙур рәхмәт!
Нәүфилә АҠКӨБӘКОВА.