+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Май 2020, 16:50

Ветеран менән осрашыу

Бер көн өләсәйем миңә шиғыр тотторҙо. Ятларға ҡушты. Авторы Уйылдан Шәрипов тип яҙылған. Мин уның кемлеген һорағас:-Барғас, күрерһең, - тине.

Шиғырҙы ятлап, был көндө көтөп алдым. Мин осрашыуға гимназиябыҙҙың 1 "А" класы уҡыусылары менән барҙым.
Беҙҙе мөләйем итеп Уйылдан бабай менән Хәфиҙә әбей ҡаршы алды.
Олатай барыбыҙҙы ла теҙеп ултыртты һәм үҙенең үткән ғүмерен һөйләне. Ул Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән, шунда уҡыған. Бөйөк Ватан һуғышына ул 1942 йылда китә. 219-сы Идрица дивизияһы составында һуғыша. “Һуғышта немецтар менән күҙмә күҙ осрашырға һәм уларҙы тар-мар итергә тура килде. Үҙем өсөн дә, атайым өсөн дә, илем өсөн дә үс алдым”,- ти ул. Уйылдан бабай өс тапҡыр яралана. Өсөнсөһө ауыр яра була, шуға ул ҡабат һуғышҡа керә алмай. Ярты йыл госпиталдә дауалана. Шунан тыуған ауылына ҡайта. Ҡайтыу менән эшкә тотона, сөнки ауылда ирҙәр ҡулы етешмәй. Олатайҙың бөтә эш стажы – 54 йыл! Әле уға 99 йәш. Ул һаман да көслө, ул һаман да һалдат кеүек сафта! “Миңә һаулығымды һаҡларға кәрәк. Оҙаҡламай Еңеүҙең 75 йыллығы! Мин Парадта ҡатнашырға тейешмен!”- ти Уйылдан бабай. Беҙгә ул ошондай нәсихәт бирҙе: “Тыуған илде, әсәйҙе һәм үҙ телегеҙҙе яратығыҙ!”- тине.
Уйылдан олатай ауыр һуғыш һәм хеҙмәт юлы үткән ветеран ғына түгел, нескә, ижади күңелле шағир ҙа икән. 21 китап авторы ул! Осрашыуҙа ул өләсәйем Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиеваға, тәрбиәсе Айгөл Рауил ҡыҙы Ғәлимоваға һәм директорыбыҙ Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға яңы сыҡҡан китабын бүләк итте. Миңә был осрашыу оҡшаны, сөнки мин районыбыҙҙың тағы бер арҙаҡлы кешеһе менән таныштым.
Тимур Мирхәйҙәров,
гимназияның 3 “А”
класы уҡыусыһы.
Читайте нас: