+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Май 2020, 12:05

75 - се Еңеү яҙы

Быйылғы 9 Май байрамы - 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы коронавирус киҙеүе менән бәйле, үҙаллы изоляция шарттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, күмәк халыҡты йәлеп итмәйенсә уҙҙы. Был көндө Красноусолда Бөйөк Еңеү байрамына арналған саралар Геройҙар Аллеяһы алдындағы майҙанда тантаналы митингынан һәм сәскә гөлләмәләре һалыуҙан башланды. Сығыш яһаусылар Еңеү Геройҙарын иҫкә алып, еңеүселәр быуынына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Тантаналы митинг асыҡ тип иғлан ителде һәм барабансылар сығышынан һуң тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелеп, ул барыһын да оло һәм һәр кем өсөн ҡәҙерле булған байрам менән ҡотланы.
- Ғафури районы муниципаль район хакимиәте һәм Советы исеменән һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән ихлас ҡотлайым. Райондан һуғышҡа 13658 кеше китеп, шуларҙың 6578-е яу яланында һәләк була йәки хәбәрһеҙ юғала, бары тик 4237-һенә генә әйләнеп ҡайтыу насип була. Был бөтөн район, респуб-лика, илебеҙ өсөн ҙур юғалтыу. Улар беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн күкрәктәре менән фашист амбразураһын ҡапланы. Беҙ бөгөн яуҙа һәләк булған Еңеү һалдаттарын, яҡташтарыбыҙ – Советтар Союзы Геройҙары Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов, Закир Лотфрахман улы Әсфәндийәров, Анатолий Сергеевич Горин, Иван Викторович Пятяри, Антон Филиппович Ковальскийҙы ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ.
Бөгөнгө байрамда беҙ данлы һәм шанлы яу юлдары үткән һәм сафта ҡалған биш ветераныбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ һәм улар өсөн бик шатбыҙ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын Низаметдин Бәҙретдин улы Вахитов, Ниғмәтйән Сәлимйән улы Салауатов, Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов, Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов ҡаршылай.
Еңеү фронтта ғына түгел, тылда ла яуланды. Тыл ветерандарының түҙемлеге, ныҡлығы алдында баш эйәбеҙ. Барығыҙҙы ла оло байрам менән тәбрикләйем, һаулыҡ, уңыштар, бәхет теләйем.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы байрамы уңайынан БР Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариат вәкиле Айҙар Нил улы Дилмөхәмәтов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова сығыш яһап, тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
Яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, автомат залптары яңғырай һәм Геройҙар Аллеяһындағы Мәңгелек утҡа веноктар, сәскә гөлләмәләре һалынды.
Юбилей саралары уңайынан Красноусол ауылының үҙәк урамдары буйлап хәрби тематикала биҙәлгән техника парады үтте. Унда районыбыҙҙың һәр ауыл биләмәһенән килгән 24 техника ҡатнашты. Тантаналы митингынан һуң техника парады оҙатыуында район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов һәм район Советы рәйесе З.М.Хафизов етәкселегендәге төркөм Р.Хөснөтдинов, В.Шәрипов, Ғ.Садиҡов, Н.Салауатов, Н.Вахитовты йорттары янында тәбрикләп, бүләктәр, байрам кәйефе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йырҙар бүләк итте. Үҙҙәренә ошондай ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙәре өсөн ветерандар рәхмәтле булды, ҡәнәғәт ҡалды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: