+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Май 2020, 18:30

Баҫыуҙарҙа эш гөрләй

Районыбыҙ хужалыҡтарында салт аяҙ торған көндәрҙең һәр сәғәтен, минутын файҙаланып ҡалырға тырышып, баҫыу эштәрен ҡыҙыу темпта алып баралар. Беҙ “ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һы менән Ленин исемендәге берләштерелгән хужалыҡта булған көндө бер нисә баҫыуҙа эштәр гөрләп бара ине. Эштәр комплекслы ойошторолоп, баҫыуҙа сәсеүгә бер нисә агрегат йәлеп ителгән.

Трактор паркында заправкалаусы Риф Вәлишинды тап иттек, ул беҙҙе баҫыуҙағы агрегаттар янына алып барҙы.
Мораҡ ауылы йүнәлешендәге 90 гектарлы баҫыуҙа механизаторҙар Рушат Вахитов менән Николай Филиппов шәкәр сөгөлдөрө сәсеү менән мәшғүл. Улар идара иткән “МТЗ-82” тракторҙарына “Монопил” шәкәр сөгөлдөрө сәскестәре тағылған.
-Кисә генә башлағайныҡ, бер сәғәттән бындағы эштәрҙе теүәлләп, күршеләге баҫыуға күсәсәкбеҙ, - тип эш барышы менән таныштырҙы беҙҙе Рушат. – Һауа торошо бик шәп тора, шуға ла эш тә ырап бара. Сәсеүгә тиклем дым ҡаплатыуҙа эшләнем. Эш өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған: төшкө һәм киске аш баҫыуға уҡ килтерелә, орлоҡ һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән ҡытлыҡ юҡ, - ти ул.
Йәнәшәләге 74 гектар “татлы тамыр” биләйәсәк баҫыуҙы “Т-150” тракторында Радик Ғөбәйҙуллин культивациялай.
Күп тә үтмәне хужалыҡ етәксеһе Риф Мөьминов үҙе лә килеп етте һәм башҡа агрегаттарҙың эше менән ул таныштырып сыҡты. Риф Вәкил улы билдәләүенсә, “татлы тамыр” майҙандарын бы-йыл элекке йылдарға ҡарағанда ныҡлы кәметергә уйлашалар. Был, әлбиттә, сеймал тапшырып, хужалыҡҡа ярайһы ғына килем килтергән Мәләүез шәкәр заводының ябылыуына бәйле. Ярауай бойҙайҙы – 600, көнбағышты – 500, арпаны – 620, етенде – 111, бер йыллыҡ үләндәрҙе (вика-бойҙай ҡатнашмаһы) 250 гектарҙа сәсеү планлаштырыла. Көҙҙән сәселгән ужым бойҙайы 360 гектарҙы биләй. Был культура сәселгән баҫыуҙар өҫтәлмә туҡландырылған, тырматылған, сүп үләндәренән химик утау бара ине. Был эштә 28 метрлы “Туман–2М” һиптереү ҡоролмаһында Денис Мөьминов мәшғүл. “КамАЗ”
автомашинаһында Зиннур Хәсәнов гербицидтар һәм һыу ташый.
Икенсе баҫыуҙа аталы-уллы Азат менән Садиҡ Йәрмөхәмәтовтар арпа сәсә (орлоҡтар шундуҡ ашлама менән ҡатыштырыла). Атаһы ҡеүәтле “Кировец” тракторына "ВМС - 10" тағылмалы сәскестә сәсә, сәскестәрҙе орлоҡ һәм ашлама менән заправкалай, улы ярҙамлаша.
Артабан юлыбыҙ көнбағыш сәсеүлектәренә дауам итте.
-“Пионер” сортлы көнбағышты быйыл ғына һатып алдыҡ, орлоҡтарҙы ағыулап сәсәбеҙ, - тип таныштырҙы Риф Вәкил улы. – Беҙҙең баҫыуҙарҙа ул ниндәй уңыш бирер, ҡарарбыҙ.
Көнбағыш сәсеүҙә Раил Ишмөхәмәтов, Ғаяз Кәримов һәм Әмир Кәлимуллин мәшғүл. Хужалыҡ ветераны, өйҙә тик торорға күнекмәгән Әмир ағай 72 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәрсә дәртләнеп, эшләп йөрөй.
Беҙ хужалыҡта булып, бында эштәр дәррәү һәм бер төптән алып барылыуын, олоһо ла, кесеһе лә дәртләнеп эшләүен күрҙек. Тик механизаторҙар етешмәүе генә бәкәлгә һуға: Игенселәрҙән, Мораҡтан, хатта Бишҡайын ауылынын йөрөп эшләүселәр ҙә бар.
Ашнаҡсы Флүзә Шәрипова баҫыу эшсәндәрен тәмле аштары менән һыйлай. Ырҙын табағында Ринат Фәтҡуллин менән Денис Садиҡов орлоҡ ағыулай.
Баҫыу эшсәндәренә сәсеү эштәрен уңышлы тамамлауҙарын теләйбеҙ.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: