+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Май 2020, 21:20

Булмышҡа тап килгән һөнәрҙән кинәнес табып...

Үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлексәһе шәфҡәт туташы Рая Зөбәйер ҡыҙы Фәхретдинова 36 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған. Ошо арауыҡта күпме кешегә шәфҡәтлелек өләшкән, шифалы ҡулдары менән күпме сирлене һауыҡтырған, ҙур тәжрибә туплаған.

Рая Зөбәйер ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан. 10-сы класты тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты алғас, Белорет медицина училищеһында шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерә һәм йүнәлтмә буйынса Ғафуриға эшкә ебәрелә. Уны Красноусол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлексәһенә шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. 1983 йылдың 1 авгусында нисек эш башлаһа, бөгөнгө көнгәсә ошо бүлексәгә тоғро хеҙмәт итә ул.
Р.Фәхретдинова инфекция бүлексәһендә үҙе менән бер ваҡытта табип-инфекционист булып эш башлаған Луиза Роберт ҡыҙы Бәшированы, үҙен - йәш белгесте эшкә өйрәткән, был хеҙмәттең бөтөн нескәлектәрен төшөндөргән, ярҙам ҡулы һуҙған элекке хеҙмәттәштәре Менәүәрә Хәсәнова, Татьяна Рудкевич, Людмила Вязовцева, Людмила Опаринаны рәхмәтле булып иҫенә төшөрә. Артабан табиптар Валентина Степановна Саликаева, Зиннур Зариф улы Фәйзуллиндың ҡул аҫтында эшләп, ҙур тәжрибәгә эйә булған Рая Зөбәйер ҡыҙы. Бүлексәгә етәкселек иткән табибә Гүзәл Айҙар ҡыҙы Ноғоманова (декрет ялында), әле иһә бүлексәлә хеҙмәттәштәре Зинаида Калабугина, Ирина Комарова, Надежда Татарченко, Гөлфиә Ҡотлоярова, Гөлнара Ипатова, өлкән шәфҡәт туташы Зөлфиә Сабир ҡыҙы Әминева менән бер төптән булып, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, дуҫ-татыу эшләйҙәр.
Кеше сәләмәтлеге һағында торған намыҫлы, кешелекле, үҙ эшенә мөкиббән шәфҡәт туташы коллективта ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған.
Бәхетен дә Ғафуриҙа таба ул. Камил менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Икеһе лә мәктәпте тамамлап, үҙҙәренә яратҡан һөнәр һайлап, эшләп йөрөйҙәр. Өфөлә төпләнгәндәр, олоһо – Регина матурлыҡ салонында эшләһә, кесеһе – Руфина әсәһе кеүек медицина юлынан китеп, 22-се ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы. Кесе ҡыҙҙары тормошта, ейән һөйөү бәхетен кисереп йәшәй бөгөн бәхетле өләсәй.
Рая Зөбәйер ҡыҙы ҙур яуаплылыҡ талап иткән, ауыр, шул уҡ ваҡытта маҡтаулы, рәхмәтле эш һайлаған. Был һөнәрҙе һайлауына бер ҙә үкенмәй, булмышына тап килгән, күңеленә яҡын шөғөлдө ауыр тип ҡабул итмәй, киреһенсә, унан көс, дәрт алып, кинәнес, йәм, ғәм табып йәшәй һәм эшләй. Шәфҡәт туташы үҙенең һөнәри – Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнөн лайыҡлы ҡаршылай.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: