Алдан иғландар элеп, йырҙарҙы ҡағыҙға баҫтырып почта йәшниктәренә һалып сыҡтылар. Һәр урамда уларҙы тәҙрәләрен асып, түҙемһеҙлек менән көтөп торғандар. Урамдарҙа ете кешенән торған төркөмгә ҡушылып өс йыр: “Катюша”, “Шайморатов генерал”, “Еңеү көнө” йырҙары башҡарылды. Был йырҙар шулай уҡ иҫән ҡалған һуғыш ветерандарының йорт-ихатаһы алдында ла йырланды. Район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән онлайн-концерт Интернет селтәрендә барҙы.