+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Май 2020, 11:20

Мохтаждарға - планшеттар

Билдәле булыуынса, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы тарафынан "Өйҙә уҡырға ярҙам ит!" федераль программаһы ғәмәлгә индерелде. Программа нигеҙендә партияның төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә республика муниципалитеттарындағы ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн 500 планшет тапшырылды. Урындарҙа улар аныҡ адресаттарға – сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға инһен өсөн 11-се класс уҡыусыларына таратыу күҙаллана.

–Ҡатмарлы эпидемиологик осорҙа имтихан тапшырған балалар өсөн дистанцияла уҡырға күсеү айырыуса мөһим. Ун беренсе клас-
тар үҙҙәренә тәғәйенләнгән планшеттар ярҙамында төрлө программаларҙан файҙаланып, сығарылыш имтихандарына әҙерләнә аласаҡ. Башҡортостан Башлығының ярҙамы менән республикала ошо проект тормошҡа ашырылып, 500 планшет һатып алынды, – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Ҡулайламалар ошо арауыҡта белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн тапшырыла. Улар "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе Секретары, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Рәсәй Юристары ассоциацияһы тарафынан бүленгән аҡсаға һатып алынған.
Беҙҙең районға был программа сиктәрендә 12 планшет бүленеп, уларҙы шулай уҡ районыбыҙ мәктәптәренең ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, айырыуса мохтажлыҡ кисергән 11-се класс уҡыусыларына тапшырыу мәсьәләһе район мәғариф бүлеге тарафынан хәл ителгән. Район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатов билдәләүенсә, 12 планшеттың 1-һе БР Мәғариф министрлығы тарафынан Ишембай ҡалаһындағы башҡорт кадет мәктәбендә 11-се класта уҡыусыға бүленгән.
6 майҙа “Өйҙә уҡырға ярҙам ит!” акцияһы сиктәрендә Рауил Солтанморатов һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Салауат Йосопов етәкселегендәге делегация Ташлы, Табын, Игенйылға, Сәйетбаба, Байымбәт, Ҡолҡан, Яңғыҙҡайын, Һабай, Красноусолда йәшәүсе мохтаждар исемлегендәге өлкән класс уҡыусыларына планшеттар тапшырып сыҡты.
Әлбиттә, был Ғафури уҡыусылары өсөн ярҙамдың тәүгеһе генә түгел. Бығаса Табын, Бурлы, Ташбүкән мәктәптәре уҡыусылары Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Р.Р.Ишмөхәмәтовтан ярҙам рәүешендә ноутбуктар алғайны.
Шулай уҡ акциянан район власы ла ситтә ҡалмай, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов тарафынан уҡыусыларға дистанцияла уҡыу, имтихандарға әҙерләнеү мөмкинлеге биргән ҡулайламалар менән тәьмин итеүгә аҡса бүленгән.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: