Бер-береһен мәктәп эскәмйәһенән үк белгән ике йәш йөрәк араһында һөйөү хистәре ҡабына. Ошо мөхәббәт тойғоһо, ниһайәт, уларҙың яҙмыштарын бергә бәйләп-ҡауыштыра. Өйләнешкәс, бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй улар, тыуған ауылдарында төпләнергә ҡарар итәләр. Бик тә күркәм йорт һатып алып, ошонда татыулыҡта йәшәйҙәр. Һөйөү хистәренә, ғаилә усаҡтарына ялҡын, тормоштарына йәм өҫтәп, мөхәббәт емештәре - сәскәләй ике ҡыҙҙары донъяға килә. Егәрленең ҡулы етәү, тигәндәй, эш юҡлыҡҡа һылтанмайҙар, шәхси хужалыҡтарында күпләп бал ҡорттары аҫрайҙар, мал бағалар. Ошо продукцияларҙан алынған килем иҫәбенә етеш, бәрәкәтле тормошта йәшәй улар. Азаматты үҙенең тәмле, сифатлы балы менән йәрминкәләрҙә йыш осратырға тура килә. Хатта үҙ клиенттары ла бар уларҙың, ҡорт балын өйҙәренән килеп алып китәләр.
Йорт хужаһының тырышлығы, бөтмөрлөгө, хужабикәнең уңғанлығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана, һәр ерҙә тәртип. Ихата яҙҙан көҙгәсә күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелә. Икеһе лә ихластар, яҡты йөҙлөләр. Өй эсендә лә бөхтәлек, хужаларҙың үҙҙәре кеүек ихласлыҡ, нур бөркөлөп тора. Бал ҡортондай егәрле, тырыш Азамат Шакирйән улына ауылдаштары ышаныс күрһәтеп, Ҡауарҙы ауыл Советына депутат итеп тә һайлағандар.
Тап Әлмөхәмәтовтар кеүек ғаиләләр ауылдың ҡото һәм йәме булып тора ла инде.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.