+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2020, 19:50

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы дауам итә. Уның барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә кешеләр 135 000 медицина битлеген бушлай аласаҡ.

Билдәле булыуынса, 12 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, республика битлек һатып алыу өсөн аҡса бүлергә һәм ирекмәндәр тарафынан уларҙы мохтаж булған, бигерәк тә оло йәштәгеләргә таратып бирергә әҙер, тип белдергәйне.
Быға тиклем район ирекмәндәре тарафынан 1900 һаҡланыу сараһы таратылған. Бөгөн, 14 майҙа акцияға ҡушылып, сауҙа үҙәктәрендә, Красноусолдың үҙәк урамдарында тағы ла 500 битлек таратылды.
Битлектәрҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәр” проекты ирекмәндәре, район ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәре йәмәғәт урындарында өләште. Акция дауам итә, ошо көндәрҙә тағы ла 500 битлек таратыласаҡ, тине ирекмәндәр штабы етәксеһе Эльвира Сабирова.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: