-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Май 2020, 16:05

Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә айлыҡ түләүҙәр

1. 5 мең һум күләмендә ай һайын бирелеүсе түләү кемдәргә тейешле?

1. 5 мең һум күләмендә ай һайын бирелеүсе түләү кемдәргә тейешле?
Ул өс йәшкә тиклемге балаһы булған барлыҡ ғаиләләргә бирелергә тейеш.
2. 3 йәше тулған балаларға был түләү биреләме?
Был түләү 2020 йылдың 30 июненә тиклем өс йәше тулмаған балаларға ғына бирелә.
3. Айлыҡ түләү һәр балаға ла тейешлеме?
Эйе. Әгәр ғаиләлә өс йәшкә тиклемге бер бала икән, айына 5 мең һум, ике бала булһа, 10 мең һум түләнә.
4. Әсәлек капиталына хоҡуғы булмаған ғаилә айлыҡ түләүгә дәғүә итә аламы?
Эйе. Президенттың 2020 йылдың 11 майындағы 317-се Указына ярашлы, ай һайын бирелеүсе түләүгә хоҡуҡ киңәйтелде һәм ул бынан ары әсәлек капиталына хоҡуҡ менән бәйле түгел.
5. Беҙ Рәсәй граждандары булып торабыҙ, әммә икенсе илдә йәшәйбеҙ. Балаға айлыҡ түләүҙе ала алабыҙмы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Айлыҡ түләү Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәүселәргә генә түләнә. Әгәр һеҙ элек бүтән илдә йәшәп, һуңынан Рәсәйгә ҡайтһағыҙ, айлыҡ түләүҙе алыр өсөн әлеге йәшәү урынын раҫлаусы документтарығыҙ булырға тейеш.
6. Балабыҙ июнь аҙағында тыуырға тейеш. Мин июнь өсөн айлыҡ түләүҙе ала аламмы?
Эйе. Законға ярашлы, айлыҡ түләүгә хоҡуҡ 2020 йылдың 1 июленә тиклем барлыҡҡа килергә тейеш. Әгәр балағыҙ быйыл 30 июндә тыуһа, һеҙ айлыҡ түләүгә хоҡуҡты автоматик рәүештә алаһығыҙ. Әгәр инде бала бер көнгә һуңыраҡ, йәғни 1 июлдә тыуһа, һеҙ әсәлек капиталына хоҡуҡ алаһығыҙ, ә өҫтәмә түләүгә – юҡ.
7. Балама майҙа өс йәш тулды. Мин түләүҙе ике айға аламмы, әллә апрель өсөн генәме?
Был осраҡта айлыҡ түләү ике ай өсөн тейешле. Түләү бала өс йәштән кесерәк булған айҙар, шулай уҡ ул өс йәшкә еткән ай өсөн бирелә.
8. Түләү ниндәй аҡсанан килә?
Өҫтәмә айлыҡ түләүҙәр федераль бюджеттан өҫтәмә ярҙам сифатында тәьмин ителә.
9. Түләү ғаиләнең килеменә бәйлеме?
Юҡ. Айлыҡ түләү һеҙҙең килемегеҙгә, эшегеҙ булыуға һәм эш хаҡы алыуығыҙға, шулай уҡ ниндәйҙер пенсия, пособие, социаль түләүҙәр һәм башҡа социаль ярҙам алыу-алмауығыҙға бәйле түгел.
10. Түләү алыуға ғаризаны нисек бирергә?
Аҡсаны алыу өсөн ошо йылдың 1 октябренә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетта (https://www.gosuslugi.ru/395593/1), шулай уҡ Пенсия фондының рәсми сайтында (https://es.pfrf.ru/#services-f) ғариза бирергә кәрәк. Ғаризала ғариза биреүсенең СНИЛС номеры һәм түләү киләсәк банк картаһы номеры күрһәтелә. Шунан тыш бер ниндәй өҫтәмә документтар тапшырырға кәрәкмәй. Кәрәк булһа, Пенсия фонды барлыҡ мәғлүмәтте үҙе һоратып ала.
Ғаризаны шулай уҡ Пенсия фондының территориаль органдарына һәм Күп функциялы үҙәк органдарына бирергә мөмкин. Ләкин коронавирус киҙеүе таралыуҙы булдырмау буйынса саралар менән бәйле, Пенсия фонды бүлексәләренә әле алдан яҙылып ҡына мөрәжәғәт итеп була.
11. Опекундар айлыҡ түләүгә ғариза бирә аламы?
Эйе, бирә ала. Тик ғаризаны Пенсия фондының йәки МФЦ-ның территориаль органына шәхсән тапшырырға кәрәк.
12. Ата-әсәнең ҡайһыһы айлыҡ түләү һорап ғариза бирә ала?
Әсәлек капиталына сертификат булған осраҡта ғаризаны сертификат эйәһе бирергә тейеш.
Әгәр бала берҙән-бер икән һәм әсәлек капиталына хоҡуҡ юҡ икән, баланың тыуыу тураһында таныҡлығына яҙылған ата-әсәнең икеһенең ҡайһыһы булһа ла ғариза бирә ала. Атай ҙа, әсәй ҙә ғариза бирһә, түләүҙе алдараҡ ғариза биргәне ала.
13. Мин үҙем пропискала тормаған урындағы Пенсия фондына ғариза бирә аламмы?
Эйе. Был түләүгә ҡарата эстерриториаль мөрәжәғәт итеү ысулы бар, йәғни Пенсия фондының теләгән территориаль органына (йәшәгән, килгән, фактик йәшәгән урын буйынса) мөрәжәғәт итергә ярай. Ғаризаны граждандың вәкиле лә бирә ала.
14. 5 мең һумды алыуға ғаризаны нисәһенә тиклем бирергә мөмкин?
Түләүҙе һорап мөрәжәғәт итеү өсөн бирелгән дөйөм осор биш ай тәшкил итә. Бөтә каналдар буйынса ғаризалар ошо йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителәсәк. Ғаиләнең тейешле хоҡуғы бар икән, апрелдән июнгә тиклем бөтә айҙар өсөн түләүҙәр биреләсәк.
15. Айлыҡ түләү күпме ваҡыт эсендә килер икән?
Аҡсалар һәр балаға 2020 йылдың апреленән июненә тиклемге осорға айына бер тапҡыр бирелә. Ғаризаны 30 июндән һуң бирһәң, аҡса тотош осор өсөн бер юлы түләнәсәк.
16. Минең өс йәшкә тиклемге ике балам бар. Миңә һәр балаға айырым ғариза яҙырғамы?
Юҡ. Өс йәшкә тиклемге балаларығыҙ икәү һәм унан күберәк икән, дөйөм бер ғариза яҙыла.
17. Балаға апрелдән июнгә тиклемге арауыҡта өс йәш тулһа, айлыҡ түләүҙе лә, бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙе лә алып буламы?
Эйе, була. Балаға апрелдә өс йәш тулһа, ғаилә апрель өсөн 5 мең һумлыҡ айлыҡ түләүҙе һәм 1 июндән һуң бер тапҡыр бирелеүсе10 мең һумды ала ала.
Әгәр балаға июндә өс йәш тулһа, ғаилә апрель, май, июнь өсөн 5-әр мең һум (бөтәһе 15 мең һум), бынан тыш 1 июндән һуң йәнә бер тапҡыр бирелеүсе 10 мең һумды ала.
18. Миңә түләүҙе тәғәйенләгәндәрме-юҡмы икәнен нисек белергә?
Ғариза Пенсия фонды сайтында шәхси кабинет йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирелгән булһа, уның ҡаралыу статусы тураһында уведомление шул уҡ сайттарҙа күренәсәк. Уведомление автоматик рәүештә килһен өсөн шәхси кабинетығыҙҙа уведомлениеға яҙылыу көйләнгән булыуын ҡарағыҙ. Уны үҙегеҙ көйләү өсөн шәхси кабинетҡа инегеҙ, артабан “профиль пользователя”ны һайлағыҙ һәм “Хочу получать уведомления о ходе предоставления запрошенных услуг” тигән ҡырға билдә ҡуйығыҙ Ғариза Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә шәхсән бирелгән булһа, ыңғай ҡарар ҡабул ителеү менән аҡсалар законда билдәләнгән ваҡыт эсендә, гражданға ҡабатлап хәбәр итеп тормайынса, күсереләсәк. Граждан үҙе ғариза биргән Пенсия фондына телефондан шылтыратып, ыңғай ҡарар ҡабул ителгәнме икәнен белешә ала. Кире ҡаҡҡан осраҡта ҡарар ҡабул ителгәндән һуң бер эш көнө эсендә бындай ҡарарҙы нигеҙләп, гражданға заказлы хат ебәрелә.
19. Ғариза биргәндә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
- ярҙам Рәсәй Федерацияһы граждандарына күрһәтелә. Граждан РФ гражданлығынан сыҡҡан икән, уға түләү бирелмәй.
- ярҙам Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәүсе Рәсәй граждандарына күрһәтелә. Ғаилә илдән ситтә даими йәшәгән осраҡта уға 5 мең һумлыҡ айлыҡ түләү бирелмәй.
- ғаризала бары тик ғариза биреүсенең банк иҫәбе мәғлүмәттәрен күрһәтергә кәрәк. Түләү бүтән кешенең иҫәбенә күсерелмәй. Әгәр ғариза биргәндә бүтән кешенең банк реквизиттары күрһәтелгән булһа, үҙеңдең реквизиттар менән яңы ғариза бирергә мөмкин.
Түләү түбәндәге осраҡтарҙа бирелмәй:
- ғариза биреүсенең балаға ҡарата ата-әсәлек хоҡуғы сикләнһә йәки был хоҡуҡтан мәхрүм ителһә;
- айлыҡ түләү алыуға хоҡуҡ биргән бала үлһә;
- дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр тапшырылһа.
20. Ғаризаға ыңғай яуап булғанда аҡсаны ни рәүешле ала аласаҡмын?
Айлыҡ түләү бары тик ғариза биреүсенең банк иҫәбенә, ғаризала күрһәтелгән реквизиттарға ярашлы ғына күсерелә. Коронавирус киҙеүе таралыу шарттарында почта элемтәһе ойошмалары аша илтелмәй, сөнки был осраҡта аҡса алыусы менән илтеүсегә яҡындан аралашырға кәрәк була.
Рәсәй Пенсия фондының БР
буйынса бүлеге матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: