+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Май 2020, 19:50

Сир хәүефен кәметеү өсөн

Районыбыҙ ирекмәндәре 15 майҙа «Туҡта ВИЧ/СПИД» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, был сир, унан һаҡланыу тураһында мәғлүмәт яҙылған буклеттар таратты.

Уның төп маҡсаты булып халыҡҡа, айырыуса йәштәргә яман сир тураһында мәғлүмәт биреү, иҫкәртеү, иммун системаһы дефициты вирусы хаҡында һөйләү, сир хәүефен кәметеү тора.
Сара Халыҡ-ара ошо ауырыуҙан вафат булғандарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан ойошторолған. Акция һәр ваҡыт файҙалы ғәмәлдәр ҡылып, сәләмәт тормош алып барып, намыҫлы, кешелекле, юғары әхлаҡлы кешеләр булып ҡалырға өндәй.
* * *
Шулай уҡ республикала һәр ерҙә “Ярҙамға битлек” акцияһы дауам итә. Уның маҡсаты – халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа хәүефһеҙлек сараһын таратыу. Акция «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
-Битлек режимы көсәйтелгәс, 12, 13, 15 майҙа Красноусолдың үҙәк урамдарында башта 500, һуңынан 160 битлек, бирсәткә таратылды. Бынан тыш, ирекмәндәр һәр кешегә битлек кейеү кәрәклеге тураһында ла иҫкәртә. Был изге эштә район колл-үҙәгенә йәлеп ителгән 157 ирекмәндең 12-һе әүҙем ҡатнашҡан. Алдағы көндәрҙә башҡа урындарҙа ла битлектәр таратыу күҙ уңында тотола, - тип аңлатып үтте ирекмәндәр штабы етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Сабирова.
Коронавирус эпидемияһы ваҡытында сирҙе йоҡтороу хәүефе булған урындарҙа битлек, бирсәткә кейеп һаҡланып йөрөү һәр кем өсөн кәрәк. Ошо ваҡытта кәрәкле булған битлектәр менән тәьмин иткән һәм таратҡан кешеләргә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре лә еткерге килә.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: