+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Май 2020, 16:35

Бойҙай һәм көнбағыш сәсәләр

Районыбыҙ хужалыҡтарында пандемияға ҡарамаҫтан, яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Ҡайҙа ҡарама баҫыуҙарҙа тракторҙар гөрләп эшләүе ишетелә. “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һында ла сәсеү эштәре дәррәү төҫ алған. Бында эштәр яңы барлыҡҡа килгән “Колос” хужалығы (элекке “Ағиҙел” хужалығы ерҙәрендә) менән берлектә алып барыла.

Хужалыҡтың Бурлы ауылы йәнәшәһендәге 111 гектарлы баҫыуында “Т-150” тракторында Сафуат Яхиндың сәсеү комплексы бойҙай сәсә. Хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов та бында. Ул беҙҙе сәсеү барышы менән таныштырҙы.
Сәсеүсегә сәскестәрҙе хеҙмәтләндереүҙә Ғайса Халиҡов менән Денис Шәрипов, яңы "MERLO" тейәгесендә орлоҡ заправкалауҙа Әнүр Мифтахов менән Рәзит Кәримов алмашлап эшләй. Комплексты тулы ҡеүәтенә файҙаланыу маҡсатында эш ике сменала ойошторолған. Тракторсы Вячеслав Баранов һәм сәсеүселәр Ришат Фәхретдинов менән Олег Язданов төндә тир түгә. Йәнә 90 гектарҙа бойҙай сәселһә, иген культуралары сәсеү тулыһынса тамамланасаҡ. Артабан төп көстө көнбағыш һәм мал аҙығы культураларын сәсеүгә йүнәлтеү күҙаллана. “МТЗ” тракторҙарында “Барго” сәсеү комплексында Айгиз Аҡҡолов (башлап көнбағыш сәсеүгә төшкән), ”Кинзя” комплексында Айытбай Зәйнешев, “СПН-8”-ҙә Урал Йәғәфәровтарҙың агрегаттары көнбағыш сәсеүҙә мәшғүл буласаҡ. Водитель Ансар Әхмәҙуллин һыу ташый. Механизаторҙар Урал Исҡужин менән Рәмзил Сәғитов агрегаты “БДН” культивацияһында көнбағыш баҫыуҙарын сәсеүгә әҙерләй. “Т-150” тракторында “БДТ-7” комплексында Рөфҡәт Ҡорбанғолов пар ерҙәрен эшкәртә.
Агроном Раил Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, быйыл хужалыҡ алдында 200 гектарҙа яҙғы бойҙай, арпа – 900, һоло – 230, сурепица – 500, рапс – 106, көнбағышты – 470, 300 гектарлап ҡарабойҙай, кукуруз (силосҡа) – 160, 100 гектар тирәһе бер йыллыҡ үләндәр (сенажға вика-һоло ҡатнашмаһы) сәсеү планлаштырылған. Бары тик хужалыҡта бығаса өҫтөнлөк бирелгән шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙән бөтөнләй баш тартҡандар. Сөнки Мәләүез шәкәр заводының ябылыуы үҫтереп алынған мул уңышты дәүләткә оҙатыуҙа ауырлыҡтар тыуҙырған. Табышлы культура ҙур сығымлыға әүерелгән. Бында шулай уҡ ужым культуралары үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Ужым бойҙайы һәм арыш 600 гектар майҙандарҙы биләй. Был культураларҙы химик утау ахырына яҡынлаша. Химик утауҙа Рушат Хисмәтуллин “МТЗ” тракторына “ОП-3200” тағылма химикат һиптергестә, "Рубин" үҙйөрөшлө һиптергес комплекста Салауат Әбделмәнов эшләй. Камил Сәйғафаров менән Рифат Хәкимов заправкалай.
Техника паркын яңыртыу менән дә шөғөлләнәләр хужалыҡта. Былтыр Италияла етештерелгән ҡиммәтле күп функциялы "MERLO" тейәгесе, “СПН-8” сәскесе һатып алғандар.
Уңыштың төп сифаты орлоҡтан булыуын аңлап эш итәләр, шуға күрә орлоҡ фонды былтыр көҙ үк етерлек күләмдә тупланған. Шул уҡ ваҡытта сорт яңыртыу маҡсатында Дәүләкән орлоҡсолоҡ хужалығынан элиталы 40 тонна “Архат” сортлы бойҙай, 180 тонна арпа орлоғо һатып алынған.
Баҫыу эшсәндәрен көнөнә ике тапҡыр ҡайнар аш менән һыйлайҙар. Ашнаҡсылар Резида Дәүләтбаева менән Ксения Тихонова хужалыҡ ашханаһында тәмле итеп бешергән төшкө һәм киске аш баҫыу батырҙарына эш урындарына уҡ килтерелә.
Эштәр ошолай ҡыҙыу темпта һәм комплекслы алып барылғанда “Урожай”ҙа сәсеүҙе тиҙ арала тамамларҙар, тигән өмөттәр менән ҡайттыҡ хужалыҡтан.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: