-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Май 2020, 21:40

“Бәхетле ихаталар” күберәк буласаҡ! Районыбыҙҙа төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә

Коронавирус киҙеүенә ҡарамай, районыбыҙҙа юлдарҙы ремонтлау, парк, урам-ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәре туҡталмай. Был тәңгәлдә “Башҡорт ихаталары” һәм “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” республика һәм федераль программалары ярҙамға килә.

Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш һәм тормош тәьминәте бүлеге начальнигы О.Ф.САТТАРОВА был программалар сиктәрендә алып барылған эштәр хаҡында бәйән итте:
- “Башҡорт ихаталары” республика программаһы күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса алып барылған эш төрҙәрен башҡарыуҙы күҙаллай. Беҙҙең районда был программа өсөнсө йыл эшләй, уның ярҙамында беҙ Красноусолдағы тиҫтәнән ашыу күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын ремонтлап, ҡоймалап алыуға өлгәштек, уларҙа балалар уйын майҙансыҡтары һәм яҡтылыҡ урынлаштырылды һәм башҡалар. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе ҡыуандырыу һәм уңайлылыҡ өсөн эшләнә. Улар, ниһайәт, яңы асфальтланған майҙансыҡтарҙы, эскәм-йәләрҙе, сүп һауыттарын, яҡтыртҡыстарҙың өҫтәл-
мә нөктәләрен, балалар майҙансығындағы уйынсыҡ элементтарҙы баһалағандарҙыр.
Шуныһы ҡыуаныслы, “Башҡорт ихаталары” программаһы район үҙәге кешеләре мәнфәғәте өсөн яҡшы ғына ярҙам сараһы булып тора. Бына, мәҫәлән, был ғәмәлдәге программаға ярашлы, былтыр “бәхетле ихата”лар исемлегенә инеүселәр алтау булһа, 2020 йылда Красноусолдағы өс ихата биләмәһен үҙ эсенә алған бер объектҡа аҡса бүленәсәк. Йәғни ихаталарҙы төҙөкләндереү бер контракт сиктәрендә уҙасаҡ.
- Ольга Фаяз ҡыҙы, был эштәрҙе ҡасан башлау күҙаллана?
- Төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға подрядсыны – ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Тегидизплюс” ЯСЙ-е - билдәләү буйынса конкурс процедураһы уҙғарылды. Контрактта ҡәтғи сроктар билдәләнде: төҙөүселәр ихаталарҙағы барлыҡ эштәрҙе быйылғы көҙгә, 1 октябргә тамамларға тейештәр.
- Ҡайһы күп фатирлы йорт ихаталары исемлеккә инде?
- 2020 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә Калмыков урамы, 12-се, 16/2-се, Гагарин урамы, 7/4 адрестары бу-йынса күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.
- Төҙөкләндереүгә ниндәй аҡса йүнәлтеү планлаштырыла?
- Контракт суммаһы 4 миллион 86 мең һум тәшкил итә. Проектты финанслау төбәк һәм урындағы бюджет иҫәбенә башҡарыла, халыҡ та үҙ өлөшөн индерә (был аҡсаның төп өлөшө Башҡортостан Республикаһы бюджетынан килә, ҡалғаны – урындағы муниципаль берәмек бюджетынан һәм күп фатирлы йорттар милекселәре иҫәбенән).
-Төҙөүселәр ниндәй эштәр башҡарасаҡ?
- Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә ихаталарҙа ошондай эштәр башҡарыласаҡ: бордюрҙар менән асфальт-бетон һалыу, ваҡ архитектура формалары – эскәмйәләр, сүп һауыттары һәм башҡаларҙы урынлаштырыу, өҫтәлмә яҡтыртҡыстар монтажлау, контейнерлы майҙансыҡтар, заманса һәм хәүефһеҙ резина япмалы балалар уйын майҙансыҡтары булдырыу.
Балалар майҙансығы бәүелсәктәр, каруселдәр, шыуғалаҡтарҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ төҙөкләндереүгә башҡа төрлө эштәр ҙә инә, шул иҫәптән йорт периметры буйынса отмостоктар ҡулайлаштырыу һәм башҡалар.
- Ихаталарҙа эштәр бер-береһенән айырыласаҡмы?
- Эйе, һәр бер ихата биләмәһе үҙенсә айырыла, һәр ҡайһыһы майҙаны һәм башҡа аспекттары буйынса төрлөсә, шуға ла унда йәшәүселәр менән алдан йыйылыштар уҙғарылып, бөтөн нескәлектәре тикшереп сығылды. Тап дөйөм йыйылышта башҡарыласаҡ эштәрҙең төрөн фатир хужалары үҙҙәре билдәләй.
- Быйылға “Башҡорт ихаталары” программаһына планлаштырылған ихаталарҙың барыһы ла индеме?
- Юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә түгел. Кейекбаев урамындағы 50А һәм 50Б йорттары ихаталарын ремонтлау һәм төҙөкләндереү бер аҙға кисектереп торолдо. Шуныһын билдәләргә кәрәк, әлбиттә, был беҙҙән генә тормай.
Был программа быйылдан ғына туҡталмаясаҡ. Шуға ла был йорттарҙа йәшәүселәр менән планлаштырылған эштәр, финанслау булыу менән, һис шикһеҙ, башҡарып сығыласаҡ.
-“Башҡорт ихаталары” проекты сиктәрендә бөтөн эштәр ҙә башҡарылыр һәм күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең көткәне тормошҡа ашыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Программаның икенсеһе хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине?
-“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә Ғафури районының бер нисә ауылында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла.
Бөтөн тейешле булған, документтар әҙерләүҙе, конкурс уҙғарыуҙы үҙ эсенә алған процедуралар ҙа уҙғарылды. Аукциондар ҙа үткәрелде, һәр объект буйынса подрядсылар тәғәйенләнде. Сроктары бик ҡыҫҡа: төҙөлөш эштәрен башҡарып, объекттарҙы ағымдағы йылдың 31 авгусына тапшырырға кәрәк.
- Был проекттар нимәнән ғибарәт?
- Красноусолда төҙөүселәр Коммунистик урамындағы аллеяны төҙөкләндереү менән мәшғүл буласаҡ. Контракт суммаһы аҙ түгел, йәмғеһе – 5 миллион 607 мең һумлыҡ. Был объект “күсмә”, эштәр быйыл башланып, киләһе йылда ла дауам итәсәк.
Икенсе проект сиктәрендә Аҡкүл ауылындағы Ял үҙәген төҙөкләндереү дауам итәсәк, контракт суммаһы – 907 мең һум. Проекттың өсөнсөһө иһә (шулай уҡ “күсмә”) - федераль программа сиктәрендә Сәйетбаба ауылында Еңеү паркын төҙөкләндереү. Быйыл уны финанслау 3 миллион 327 мең һум тәшкил итәсәк.
Ниһайәт, төҙөүселәрҙең бар эштәрҙе лә сифатлы һәм үҙ ваҡытында эшләренә ышаныс бағларға ғына ҡала.
- Ольга Фаяз ҡыҙы, фәһемле мәғлүмәт өсөн ҙур рәхмәт.
И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: