+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Май 2020, 16:20

Үткәнемә зарланмайым, бөгөнгөмдән ҡәнәғәтмен

Туғай ауылында (Сәйетбаба ауыл советы) тыуып, шунда ғүмер иткән, һуңғы йылдарҙа Салауат ҡалаһында балаларында йәшәүсе Зәки Урманшин да хаҡлы рәүештә әлеге көндә арабыҙҙа йәшәүсе иҫән-һау биш һуғыш яугиры менән бер ҡатар хөрмәтләүгә лайыҡ. Һеҙҙең иғтибарға яугирҙың үҙе теркәп барған хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.

1941 йыл Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә 15 йәш, Ҡарағай ауылында 5-се класта уҡып йөрөй инем. Ағайым һуғыш башланғанға тиклем армияға китеп өлгөргәйне. Еңгәм ул һуғышта ваҡытта бәпес тапты, исемен Жәлил тип ҡуштылар. Шулай итеп бишәүләп донъя көттөк. Атайым Хәжиғәли ағай менән ҡалтағай (саңғы) һәм сана эшләп фронтҡа оҙатып торҙолар. Ирҙәр ауылдың иң яҡшы аттарына атланып һуғышҡа китеп бөттөләр.
Мәндем йылғаһын быуып һыу молотилкаһы эшләнек. Уҡыусылар ҡатын-ҡыҙҙар менән носилкала тупраҡ ташынылар. Был эште атайым менән Хәжиғәли ағай алып барҙы. Ырҙында әҙерлектәр бөткәс, ҡыҙҙар ураҡ урҙылар, ә мин малайҙар менән үгеҙ егеп көлтә ташыным. Мәктәптән ҡайтҡас, төн оҙоно иген һуғабыҙ. Аслыҡтан үлеүселәр ҙә булды. Бик ҡыҙғаныслы һәм фажиғәле хәлдәр күреп үҫтек. Йәйге каникулдарҙа уйынды оноттоҡ. Һабан һөрҙөк, яланда ҡунып йөрөнөк.
Етенсе класты тамамлауға военкоматҡа саҡыртып алдылар. Тиҙҙән өйгә повестка килеп төштө. Ул ваҡытта мин ырҙында иген һуҡтырып йөрөй инем. Инәйем повестканы тотоп мине ҡайтарырға килгән. Мунса инеп, әҙерләнеп, иртәнсәк юлға сыҡтым. Райондан һәм беҙҙең ауылдан таныш иптәштәр, бергә уҡып йөрөгән класташтар ҙа бар ине. Әнәс Науширванов, Имәндәш ауылынан ике егет: Бәхтегәрәй Ибраһимов, Уйылдан Муллашев, Сабир Ғайсин, Рәшит Рәжәпов (ул Мораҙ ауылыныҡы ине), Сәлимгәрәй Килмөхәмәтов, Уҫман ауылынан Сәғәҙәт, Тәүхетдин Ғүмәров, Әһлислам Хужахмәтов. Ҡарағайҙа бергә уҡып йөрөгән иптәштәр ҙә, Әнүәрҙең ағаһы, минең туғаным һәм башҡалар ҙа бар ине...
Беренсе класты Имәндәш ауылында уҡый башлаған инем. Унан ары Туғайға күсеп килдек. Шунан йәнә беренсе класҡа ҡабат күрше Ҡаранйылға ауылына уҡырға төштөм. Дүртенсе класты бөтөргәнсе шул ауылда уҡыным. Бишенсе класҡа Сәйетбаба ауылына Мәүлиҙә менән барҙыҡ. Унда ла уҡып бөтмәйенсә 41-се йылда Ҡарағай ауылына уҡырға барҙыҡ. Минең менән бергә Ғилметдин, Ғәбиҙә, Рәйфә, Мәүлиҙә уҡыны. Шулай итеп, уҡытыусылар етешмәгәнлектән, ауылдан-ауылға күсеп уҡып йөрөнөк.
Уҡытыусыларҙы иҫкә алып китәйем: рус теленән - Рыжкова, алгебранан - Гөлсөм апа, әҙәбиәттән – Фәүзиә апа Ишҡолова, тарихтан Зөбәйҙуллин уҡытты.
Йәй көндәре эш күп булды. Ырҙында эш ҡайнап торҙо. Ә төндәрен инде иген елгәрҙек. Беҙҙең ауылдан 30 километр самаһынан артыҡ Аҡкүл станцияһынан яҙ көндәре орлоҡ йөкмәп ташыныҡ. Бер эштән дә ситтә тороп ҡалманыҡ.
Ауылда колхоз мунсаһы була торғайны. Һәр бер кеше сиратҡа тороп, мунса яғып инделәр. Ул ваҡытта ауырыуҙар ҙа күп булды. Бигерәк тә ҡыҙылса ныҡ аҙҙы. Күбеһенсә балалар ауырыны.
Ул ваҡытта өйҙө тимер мейес менән йылытабыҙ, йәш утын, өй насар ғына, бишкә биш метр. Өй башы һалам менән генә ябылған. Плитә, мейес булмағас ут ялҡыны туранан-тура сыға. Ут-күҙҙән ҡурҡыныс. Миңә 16-17 йәш сағым. Бер ваҡыт атайым: «Шул өйҙө һипләп һалайыҡ»,- ти миңә. Мине Сәмиғулла ағай менән урманға ебәрҙе. Икәүләп ҡул бысҡыһы менән алтмышлап бүрәнә әҙерләнек. Хәҙер инде өмә итеп алып ҡайтырға кәрәк. Ауылдан үгеҙҙәр егеп килтереп, бер ҡайтҡанда утыҙлап бүрәнә ташыныҡ. Шулай итеп, ауылдаштар ярҙамы менән өйҙө яңыртып алдыҡ. Тырышып, тырмашып нисек тә йәшәргә ынтылдыҡ...
1943 йылда фронтҡа киттем, миңә ни бары 17 генә йәш ине. Үрелгән сабатамды һалып алдым. Шул көндө председатель Ишбулды ике ат егеп, ғаиләһе менән юлға сыҡҡан ине, мин уларға ултырып военкоматҡа иртәнге сәғәт туғыҙға барып еттем.
Малайҙар күп йыйылған. Беҙҙе сафҡа теҙеп Аҡкүл станцияһына алып киттеләр. Тауар вагонына тейәлеп, Өфөгә тиклем аяғөҫтө барҙыҡ, сөнки ултырырлыҡ урын юҡ ине. Килеп төшкәс, микрофон аша фамилияларҙы әйтеп, беҙҙе саҡыралар. «Ниндәй һөнәрең бар?» - тип һоранылар. Мин - уҡыусы, 7-се класты бөтөрҙөм, комсомолец, тип яҙҙырҙым. Складҡа барып кейем-һалым алдыҡ: ике пар күлдәк-ыштан, ике пар йылы кейем һәм ҡалын күлдәк, ыштан, бушлат, ботинка, аяҡҡа урарға ике пар ҡалын сылғау бирҙеләр. Башҡа кейергә ике пар пилотка, ҡайыш, котелок, ҡалаҡ, ручка, һыу йөрөтөргә баклашка тотторҙолар. Кейенергә ултырҙым. Ботинканы кейҙем. Метр ярымлыҡ сылғауҙы нисек урарға белмәй аптырап ултырам. Ярай бер бабай килеп, урап күрһәтте, ботинканан тубыҡҡа хәтле. Үҙе йәлләй, арҡанан һөйә. Үҙемдең кейемдәрҙе тотош бирҙем. Сабатаны ла алып ҡалдылар. Куфайканы ғына үҙем менән алып ҡалдым. Иптәшем Бәхтийәр, юлда һатырбыҙ тине. Ул бик сос егет ине. Русса яҡшы белә. Шулай итеп уның менән танышып киттек. Фронтҡа барғансы бергә булдыҡ.
Станцияға барып төштөк. Унда, әй, кешенең күплеге, һабан туйымы ни. Яҡын тирәләгеләрҙең туғандары оҙатырға килгәндәр. Мине оҙатыусы кеше булмағас, вагонға кереп ишектән ҡарап торам. Әй, минең дә күҙҙән йәш ҡойолдо, кешеләр илағас ни. Командир исемлек буйынса ҡысҡырып һанап сыҡты ла, поезд ҡуҙғалып китте. Күңелемә ҡыйын, шом уянды. Уйландыра башланы. Беҙ бит ҡунаҡҡа бармайбыҙ, һуғышҡа, үлем ҡаршыларға китеп барабыҙ. Поезд Украинаға хәтлем алып барҙы. Бер ай самаһы барҙыҡ. Бер аш юҡ. Ҡулға сухари һәм ыҫланған балыҡ бирәләр. Шуны һыуыҡ һыуға ҡушып ашайбыҙ. Шул булды инде, һалдат һурпаһы. Теге куфайканы юлда Бәхтийәр 100 һумға һатты. Уны талашып алдылар. Ул ваҡытта кейем юҡ бит. Костюмдарҙы алырға булған икән, кем белгән инде.
Украинаға яҡынлай башлағас, станция менән ауылға самолеттан бомба ташлай башланылар. Беҙҙе вагондарҙан төшөрөп, яланға тараттылар. Ултырырға ҡушмайҙар, ергә ятабыҙ, команда булмайынса ерҙән тормайбыҙ. «По вагонам!» -тип ҡысҡырһалар, шунан ғына керәбеҙ. Ярты көн торған саҡтар ҙа була торғайны, шуға күрә оҙаҡ барҙыҡ фронтҡа.
Бара торғас поезд яланда туҡтаны. Унда бер тауыш та юҡ. Стройға теҙеп алып киттеләр. Фронтҡа алып бара тиһәң, ҡулда бер ҡорал да юҡ. Урманға керетеп алып киттеләр. Беҙ аптырайбыҙ: «Әллә урман ҡырҡтыралар микән», - тип. Буйҙан-буйға землянка буш. Беҙҙе шунда таратып кереттеләр. 16 һалдат малай керҙек. Бер мөйөштә торған һикегә Бәхтийәр менән әйберҙәрҙе һалдыҡ та, тышҡа сыҡтыҡ. Тигеҙлек, тау юҡ. Саған ағастары үҫеп ултыра. Башҡорттар араһынан беҙ Бәхтийәр менән икәү генә. Тағы мари малайы бар ине. Ул башҡортса бик шәп һөйләшә һәм матур итеп башҡортса йырлай ине. Бахыр, һуғышта үлеп ҡалды, бик йәл булды. Төндәрен тәмәке тарттырмайҙар, сөнки ҡоҙғон-самолет һиҙеп ҡалһа, бомбаға тотола инек. Беҙҙән алда ятҡан һалдаттарҙы һуғышҡа оҙатҡандар, беҙ уларҙың урынына килгәнбеҙ. Шулай итеп бер ай самаһы яттыҡ. Яланға сығарып һуғыш һөнәрен өйрәтәләр, йырлаталар. Мин русса белмәгәс, һыйыр һымаҡ аҡырам. Тик ятып булмай, эш табылып тора. Сумы ҡалаһына өс тапҡыр барҙым, ашанты алырға. Ул бик матур ҡала булған, бомба шартлатып бик ныҡ емергәндәр.
Оҙаҡламай, иртәгә фронтҡа, тигән хәбәр алдыҡ. Иртәгәһенә сыға алманыҡ. Станцияны бомбаға тотҡандар. Әлдә беҙ бармағанбыҙ, бик күп һалдаттар ҡырыла инек. Өс көндән һуң ғына юлға сыҡтыҡ. Поезд яй ғына көн ярым барҙы. Барып еткәс, ҡулға ҡорал бирә башланылар. Командир эргәмә килеп, минән уҡырға барыу теләгемде һораны. Мин, ебәрһәгеҙ, барам, тинем. Комсомол булғанға, мине уҡытырға ниәттәре бар ине. Етенсе класты тамамлаған грамота ла бар. Мине комиссияға ебәрҙеләр. Русса белмәгәнлектән кире ҡайтарҙылар. Үрләтергә тырыштыралар ине лә бит... Килеп сыҡмағас, химвзводҡа яҙып ҡуйҙылар. Командир мине алып китте лә бер егеүле ат бирҙе. Арбаһына противогаз тейәлгән. Мин аптырайым, противогаз менән һуғышырға икән тип. Противогаздарҙы арбанан бушатып, яралы һалдатты санбатҡа алып барырға ҡушты. Ул санбатҡа тиклем ете саҡрым тирәһе бар. «Санбаттың ҡайҙа икәнен белмәйем», - тинем. “Белерһең, унда барып етер саҡта бер күл бар. Шул күл эргәһендә Юзысывка тигән ауыл бар. Шул ауылға кергәс, һорашырһың”, -тип аңлатты. Русса әйткәнен аңлайым, ләкин яуап ҡайтара белмәйем.
Баш осонан снаряд оса. Артҡа барып шартлай. Нисек өҫкә килеп төшмәй? Алла аралайҙыр инде. Һалдаттар автоматтарын тотоп окопта яталар, ә беҙ һуғыш яланында ат менән йөрөйбөҙ. Бик ҡурҡыныс. Атың менән окопҡа төшөп булмай бит инде. Снаряд килеп төшһә, атың менән бергә үләһең.Ҡайҙан эләктем мин химвзводҡа, тип уйлайым. Противогаз менән һуғышмайбыҙ. Ул бит газ менән ҡулланғанда кәрәк.
Фронт тотоп ятҡанда, миңә эш күп булды. Санитаркалар яралы һалдатты миңә тейәп санбатҡа оҙаталар. Еңел яралы булһа, үҙендә генә дауалайҙар, әгәр ҙә аяҡ, ҡулды киҫтерергә булһа, госпиталгә оҙаталар. Мин унан буш ҡайтмайым. Биш-алты йәшник снаряд тейәйем. Бер йәшниктә ике снаряд була. Ауырлығы нисә килограмдыр, белмәйем. Фронт ҡуҙғалып киткәнсе, шул эште ҡабатлайһың да ҡабатлайһың. Йән-яҡҡа снарядтар төшөп ярыла. Һалдаттар бик күп ҡырыла. Беҙ, атлылар, шоссе юлынан йөрөй алмайбыҙ, яландан барабыҙ. Әгәр ҙә шоссе юлына менеп, атың менән тапалып ҡалһаң, шофер яуап бирмәй. Саперный туҡта, тип команда бирһә, бүрәнә, таҡта тейәп киләләр. Сөнки күперҙе немецтар шартлатып китәләр. Соҡор йылға булһа, өс бүрәнә өҫтөнә таҡта түшәйҙәр ҙә, шунан беҙ, атлылар сығып китәбеҙ. Ашнаҡсыларға ҡурҡыныс, улар ат менән беҙҙең арттан ҡалмай йөрөйҙәр. Фронттағы һалдаттарҙы ашатырға кәрәк бит. Урман булһа, урманда йәшенеп баралар. Шоссе юлына немецтар самолеттан бомба ташлайҙар. Ауылдарҙы яндырып, күперҙәрҙе шартлатып ҡасалар.
Бер ваҡыт йомортҡа келәтенә осраныҡ. Йәшниктәр менән өйөлгән. Беҙ, ваҡыт булһа, бешереп ашарбыҙ тип, өс йәшник йомортҡа алдыҡ. Фронт артынан һәм баш осонан снарядтар сәүкә һымаҡ осалар. Артҡа барып ярыла. Мин шоссе юлы буйлап яландан ат менән киләм. Атты ҡуйҙым да, бер соҡорға кереп ултырҙым. Шул арала арттан снаряд ярсығы килеп тә эләкте. Атым йығылды, үлде. Хәҙер нимә эшләргә? Атымды йәлләп илайым. Шунан командирым килеп етте. Противогаздарҙы машинаға тейәнек тә киттек. Ат менән арба тороп ҡалды. Машинала иптәш Бәхтейәр ҙә бар ине. Шулай машина менән бара торғас, бер ауылға барып сыҡтыҡ. Бер әҙәм заты ла күренмәй. Ауылды немецтар яртылаш яндырып киткәндәр. Ауыл ситендә бер һарай тора. Асып ебәрһәк, эсе тулы мал-тыуар. Фашистар яндырып өлгөрмәгәндәр, беҙҙекеләр ҡыҫып килгәс. Эргәлә бер эҫкерт һалам бар ине. Шуны таратып киттек, мал ас тормаһын, бер аҙ торғас, барыбер ауыл халҡы ҡайта ул, тип.
Кис ҡала һымаҡ ауылға барып индек. Ауылда өйҙәр буш, кеше юҡ. Бер өйгә урынлаштыҡ. Мине шул машинаға часовой итеп ҡуйҙылар. Егеттәр теге йомортҡаны бешерәбеҙ тип ҡалдылар. Ике сәғәттән һуң мине алмаштырырға икенсе часовой килде. Мин өйгә керҙем. Йомортҡаны бешергәндәр. Винтовканы элдем дә, стенаға һөйәлеп торам. Әҙме-күпме торғандан һуң немецтар снаряд яуҙыра башланылар. Беҙҙең өйҙөң ишегенә лә килеп төштө. Беҙ тәҙрәнән сығып ҡастыҡ. Мин бер өйҙөң стена бу-йына һуҙылып яттым. Өй эсендә винтовкам да сөйҙә элеүле тороп ҡалды, башымдағы пилоткам да. Ялан баш ятам. Төн. Ҡараңғы. Бер машина тәгәрмәсе соҡорға төшкән дә, сыға алмай тора. Мин үҙемдең машина икән тип эргәһенә шы-уышып барып, алдына сығырға торғанда, абайлап ҡалдым, үҙебеҙҙекеләр түгел икән, немецсә һөйләшәләр. Әлдә машинаһынан сыҡманы был фашист, сыҡһа, менеп ултырыр инем дә, ҡайҙа барырға ла белмәҫ инем.
Ипләп кенә был урындан кире киттем. Йүгерҙем, ҡастым... Шунан бер кешегә тап булдым. Мин команданан айырылдым, тип әйттем. Һин иптәштәреңде таба алмайһың, күрмәйһеңме ни, немецтар снаряд яуҙыра. Һиңә штабҡа барырға кәрәк, тине ул миңә. Нисек барырға өйрәтеп ебәрҙе. Барып таптым. Унда часовой тора пропуск һорап. Мин торам инде нимә эшләргә, тип. Часовой үҙе менән алып инеп китте. Бына, таныш булмаған кеше -
дезертир, тип. Мине сисендерҙеләр. Өҫтәлдәренә документтарымды һалдым, комсомол һәм ҡыҙылармеец кенәгәһен дә. Һорауҙар яуҙыра башланылар. Сығышым буйынса ҡайҙан, ҡасан комсомолға кергәнемде, армия сафына ҡасан алынғанды һәм башҡа һорауҙарға бер нәмәне лә йәшермәй дөрөҫөн һөйләп бирҙем. Һуңынан кейенергә, бер бүлмәгә керетеп, ял итергә ҡуштылар. Төн буйы уйланып сыҡтым, нимә генә эшләтерҙәр, тип. Таң атҡас, ҡабат саҡыртып, әгәр ҙә үҙемдең командамды таба алмаһам, кире ошо штабҡа килергә тинеләр, винтовка менән пилотка бирҙеләр. Бер ағас төбөнә барып торһам, бер машина килеп туҡтаны ла: “Урманшин!” - тип ҡысҡырҙылар. Әйләнеп ҡараһам, Бәхтейәр менән старшина тора. Мине эҙләп килгәндәр. Эй, һөйөндөм. Бына бит ул, комсомол билетының файҙаһы тейҙе. Мин бит йәш кеше, 18 генә йәш...
Шулай итеп фронт яғына төштөк, Казакин ҡалаһына юл тоттоҡ. Казакин ҡалаһы өсөн ҡаты һуғыш бара. Беҙҙекеләр ҙә, немецтар ҙа снаряд яуҙыра, самолеттан бомба ташлайҙар. Машинанан һикереп төштөк тә, тиҙерәк окопҡа барып яттыҡ. Шунда контузия алдым да инде. Әгәр ҙә тигеҙ ерҙә ятһам минең аяҡ-ҡулдар ер менән осор ине. Аңымды юғалтып, иҫһеҙ булып ятҡанмын. Һуғыш яланынан санитаркалар ҡотҡарып, санбатҡа оҙатҡандар. Мин әҙ-мәҙ ҡыймырлағанмын икән, әгәр ҙә шулай булмаһа, ерҙә ятып ҡалыр инем, мине үлгән тип һанарҙар ине. Шулай итеп, Украинаның баш ҡалаһына, Киев госпиталенә килтереп һалғандар. Мин бер нимә белмәйем, сөнки аңыма бер нисә көндән һуң ғына килгәнмен. Бер палатала ятҡан иптәштәрем һөйләп биргәс кенә, ҡайҙа икәнлегемде аңлап ҡалдым. Шулай аяҡҡа баҫтым. Ҡалалағы уҡыусылар килеп шиғыр һөйләйҙәр, концерт ҡуялар. Беҙгә көлкөлө кино күрһәтәләр. Нисек тә булһа госпиталдә ятҡан һалдаттарҙың күңелен күрәләр. Яйлап ҡына тышҡа ла сығаралар. Госпиталдең тирә-яғы бе-йек сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратып алынған, күрәһең, һалдаттарҙың башы әйләнеп сығып китмәһендәр тигәндәрҙер.
Арыулана башлағас, өйгә хат яҙырға булдым. Ярты йыл яҙғаным булманы. Фронтта ваҡыт та юҡ, ҡәләм менән дәфтәр ҙә булмағандыр, күрәһең. Инәйемә хат яҙҙым, мин иҫән-һау, Киев госпиталендә ятам, ҡайтыу-ҡайтмауҙы белмәйем әле, саҡ тороп ултырҙым, тип. Ауылда фронттан кубеһе "ҡара ҡағыҙ" алғандар. Үлгән тип ағайымдан да "ҡара ҡағыҙ" килгән (ағайым, һуғыш бөткәс, немецтарҙа 11 йыл пленда булып ҡайтты). Туғайҙан ғына 21 кеше үлгән. Шуларҙың берәм-берәм үлем ҡағыҙы килә икән. Бик ҙур ҡайғы бит ул. Инәйемдән хат алдым, Шәһибәк ҡоҙа үлде, бүтән үлеүселәр юҡ, тигән. Минең хатты ҡабат-ҡабат Мәүлиҙәнән уҡытам, тип яҙған, һөйөнөп илағандыр инде.
Шулай итеп, дүрт айға яҡын госпиталдә яттым. Врач минән: «Ҡабат һуғышҡа бараһыңмы?» - тип һорай. Мин: «Ебәрһәгеҙ, барам», - тим. «Юҡ, бармайһың. Һине өйҙә ҡыҙҙар көтәлер. Һиңә оҙатыусы бирәбеҙ. Станцияла ҡунырға тура килһә, ҡырҙа ҡунығыҙ. Күрәһең бит, ҡалаға бомба ташлап торалар. Һаҡ булығыҙ», - тине. Ҡунырға тура килмәне, шул уҡ кис поезға ултырып киттек. Ҡайтырға талон бирҙеләр, минең ҡулға түгел, ә оҙатып барыусыға, сөнки миңә поездан төшөргә ярамай. Нисә көн юлда булғанды онотҡанмын. Мәскәүҙә лә ҡунырға тура килмәне. Миңә өс көнлөк ашарға ҡалдырып Өфөгә бара торған поезға ултыртып ебәрҙеләр. Өфөнән тағын икенсе поезға ултырып киттем. Минең документта «Стәрлетамаҡҡа тик-лем» тип яҙылған. Төкөн станцияһында төшөп ҡалдым. Ашап алғас, яйлап ҡына ҡайтыу яғына атлайым. Әй, һөйөндөм, ҡайтып киләм, үҙ еремә аяҡ баҫтым, тип. Ҡулымда яңы шинель. Өйгә ҡайтҡас кәрәге булыр, тип алдым.
Аллаға шөкөр, ҡайтып еттем. Өйҙә инәйем менән еңгәм ине. Инәйем ҡосаҡлап илай. Үҙемдең дә күҙҙән йәш ҡойола. Күп тә үтмәй, атайым менән Ғәббәс ағай ҙа килеп етте. Ғәббәс ағай председатель булып эшләй. Өйҙә ашарға бер ниндәй ҙә ризыҡ юҡ. Аслыҡ ваҡыты бит. Ғәббәс ағай: «Хәҙер бер һарыҡ һуйҙырам, ит барып алырһың. Әҙерәк он да бар», - тип еңгәмә барып алырға ҡушты.
Кис тә төштө. Ғәббәс кис ултырып һөйләшергә керҙе. Ул күрше генә йәшәй ине. Туғайҙа өс инвалид ҡайтты: Ғәббәс, Харис, Зәки. Инвалид булһаҡ та, башыбыҙ ҡайтты, тип һөйләшеп ултырабыҙ. Ғәббәс ағай миңә ферма мөдире булып эшләргә тәҡдим итте. Мин әҙерәк ял итеп алам да, уйлашырмын, тинем. Ул ваҡытта Мәүлиха тигән ҡатын эшләй ине. Шәрифулланың инәһе була инде. Бер аҙ торғас, ферманы миңә тапшырҙы. Һарыҡтар ҙа бар ине. Һауынсылар Ғәйшә апай, Сәбилә һәм Ғәлимә еңгә. Хәҙер һарыҡ ҡарарға Ғәтиә әбейҙе ҡуштым. Шулай итеп дүрт һауынсы эшләне. Бригадир Накара еңгә ине. Ул ваҡытта игенде ураҡ менән уралар. Ҡул менән утанылар. Ғәббәс ағай иген сәсә, мин уның эргәһенә орлоҡ яҡынлатып йөрөнөм. Үҙебеҙ хужа булһаҡ та, үҙебеҙ эшләнек.
Мин үҙем кассир ҙа булдым. Ике эште алып барҙым. Май заводы Сәйетбабала ине. Шунда һөттө тапшырабыҙ. Ғәббәс ағайҙы эшенән сығарҙылар. Уның урынына райондан Ишбулдин тигән кешене ебәрҙеләр. Бик уҫал ғына үҙе. Ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар үҙ һыйыры менән игенде сәсеп, тырматалар ине. Ике көтөүҙе баҫыу эргәһенә килтерәләр. Бер һыйыр арыһа, икенсеһен егәләр. Бик ауырлыҡ менән үҫтерҙек игенде.
Мин Ғәббәс ағай председатель ваҡытта, 1945 йыл өйләндем. Туғайҙың иң һылыу ҡыҙын, Мәүлиҙә ҡоҙасаны һайланым. Ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар Аҡкүл станцияһынан йөкмәп орлоҡ ташыйҙар ине. Яҙ еттеме, уҡыусылар ҙа бара. Мин Ғәббәс ағайҙы алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйғайным инде, Мәүлиҙәне Аҡкүлгә ебәрмәһен, тип. Шул уҡ кис Мәүлиҙәне алып та ҡайттым. Фәрхи тигән әбей әйтә икән: “Ни эшләп ғәрип кешегә бараһың? Ҡарт көнөңдә этләнеп йөрөйһөңмө ни?”, - тип. Мин: «Урам буйында һуғышып ғәрипләнмәгәнмен бит»,- тип яуап бирҙем. Һуғыштан бер күҙһеҙ һәм әҙерәк һаңғырау булып ҡайттым.
Мәүлиҙә менән дүрт малай һәм дүрт ҡыҙға атай-әсәй булдыҡ. Ике малай үлде. Әбейем менән 62 йыл бергә татыу донъя көттөк. 82 йәшендә үлде әбейем. Бер үҙем ҡалғас, Миңниә ҡыҙым үҙ йортона Салауат ҡалаһына алып ҡайтты. Ошо көндәргә тиклем уларҙа йәшәп ятам. Йәшәүемә зарланмайым, һөйөнөп, ҡыуанып торам. Иҫән-һау булып, балаларҙың изгелектәрен күреп торһондар.
Зәки УРМАНШИН.
Читайте нас: