+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Май 2020, 14:35

Иманлы ауылдашым

Шундай кешеләр була: йөҙҙәренән нур бөркөлөп, нимәһе менәндер башҡаларҙы үҙҙәренә тартып торалар. Шундайҙарҙың береһе Рәзилә Әхтәм ҡыҙы Зәйнетдинова Яугилде ауылында йәшәй. Уның тыуған ауылына ҡайтып төпләнеүенә ун йыллап ваҡыт үткән.

Ошо арала Рәзилә Әхтәм ҡыҙы ауылда абруйлы, ихтирамлы кешегә әйләнде. Ул үҙенең ихласлығы, кешегә ярҙамсыллығы, һәр кемгә лә асыҡ йөҙлө булыуы һәм ауыл өсөн башҡарған байтаҡ эше менән танылды. Төҙөлгән мәсеттең стеналарын шымартыу, тәҙрәләренә кәрәкле форма биреү кеүек эштәрҙе төҙөүсе булараҡ үҙе теләп башҡарҙы. Иман йортон тәртиптә, таҙалыҡта тотоуҙы ла үҙ өҫтөнә алды: тиҙ генә ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып таҙартыу, сәскәләр ултыртыу өмәләре ойоштора. Шул яғы менән Рәзилә апай Нәғим хәҙрәттең уң ҡулы, тиһәк тә була. Дини уҡыуҙар ойошторолғас, тырышып Ҡөрьән сүрәләрен ятланы, ғәрәп хәрефтәрен өйрәнде. Рамаҙан айында ғына түгел, көндәлек тормошта ла уның бөтә ғәмәлдәрен дә үтәп йәшәй. Туғандары, күршеләре менән татыу, уларға төрлө яҡлап ярҙам итә.
Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, йәш быуынды иманлы, тәүфиҡлы, дини тәрбиәле итеп күрергә теләй. Шуға ла уҡыусы балалар араһында шахмат-шашка турнирҙары ойоштороу, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, Ураҙа, Ҡорбан байрамдарын балалар ҡатнашлығында үткәреү - уның инициативаһы. Бына шундай ауылдашыбыҙ булыуына һөйөнәбеҙ.
Лилиә МИНИЯЗОВА.
Яугилде ауылы.
Читайте нас: