+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Май 2020, 16:55

Берҙәм булғанда эш ырай

Һөнәри байрамдары алдынан тағы бер миһырбанлы, ярҙамсыл эшҡыуар тураһында һөйләге килә. Ул – “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е етәксеһе Гөлшат Урманшина.

Был ойошма аутсорсинг юлы менән райондың башланғыс һәм урта мәктәптәрен, балалар баҡсаларын йылы аш менән тәьмин итә. “Алтын ҡурай” хеҙмәтләндергән “нөктәләр” бөтәһе 24, ә предприятие үҙе тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән – башлыса ашнаҡсылар һәм кухня хеҙмәткәрҙәренән тора.
Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы етәкселегендә тап ошо кешеләр өс аҙна буйы тиерлек Ташбүкән ауылында юғалған баланы эҙләү менән мәшғүл булған ҡотҡарыусыларға һәм эҙәрмәндәргә туҡлыҡлы, тәмле ризыҡ әҙерләне.
“Бала юғалыуы билдәле булып, ауылға ирекмәндәр, полицейскийҙар, МЧС хеҙмәткәрҙәре килә башлағас та, миңә район хакимиәтенән бөтә был кешеләр өсөн туҡланыу ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. Әлбиттә, бындай бәлә килгәндә ни рәүешле булһа ла ярҙам итергә ҡуш ҡуллап риза булдыҡ”, - ти Гөлшат Урманшина.
“Алтын ҡурай” бөтә ойоштороу эштәрен тиҙ арала хәл итә. Урындағы мәктәпкә махсус кухня йыһаздары килтерелә һәм улар эҙләүселәрҙе бында көнөнә өс тапҡыр ашаталар. Ашнаҡсылар сменалап, һәр вахтала дүртәр кеше эшләй. Асылда, көноҙоно унда булалар. Башҡаса нисек булһын. Ташбүкәндә тәүге көндәрҙә бер юлы 300-ләп кеше эҙләүҙә ҡатнаша. Аҙағыраҡ ҡына улар 150-200-ләп ҡала. Эҙләүселәргә көйһөҙ һауа шарттарында, таныш түгел урман-туғайлыҡтарҙа алыҫ араларҙы тентеп эҙләргә тура килеүен аңлап, уларға ризыҡты туҡлыҡлы, мул итеп әҙерләргә тырышалар. Эҙләүселәр, үҙ сиратында, тәмле аш-һыуҙы маҡтап, әҙерләүселәргә һәр саҡ рәхмәтле булған.
Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы “Алтын ҡурай” ЯСЙ-енең хеҙмәткәрҙәре: Нурсилә Баһауетдинова, Әнисә Кәримова, Ольга Горбунова, Айгөл Юлмөхәмәтова, Рузинә Юлдашева, Ольга Хаустова, Минезәр Әсәҙуллина, Лилиә Дәүләтова, Гүзәлиә Сөләймәнова, Әлфиә Хәлимова, Рәйлә Хәсәнова, Анатолий Швецов, Филүз Урманшинды йылы һүҙҙәр менән билдәләп үтте.
Дуҫтар бәлә килгәндә һынала тиҙәр. Гөлшат Урманшина етәкләгән “Алтын ҡурай” ЯСЙ-енең берҙәм коллективы ла ауыр саҡта үҙҙәренең ысын һөнәрмәндәр, райондың патриоттары икәнен раҫлағандар.
Читайте нас: