+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Май 2020, 21:50

Булдыҡлыны заман үҙ итә

Красноусолдан Гөлшат менән Айрат Ҡаҙаҡҡоловтар 15 йыл эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарҙың “Әкиәт” исемле өс ваҡлап һатыу магазины, бер күмәртәләп һатыу сауҙа нөктәһе һәм бер кафеһы бар.

Үҙ эштәрен асып, халыҡҡа сауҙа һәм туҡланыу хеҙмәте күрһәтеү менән бер рәттән 40 кешене эш урындары менән тәьмин иткәндәр. Эшҡыуарҙар эшмәкәрлектәрен киңәйтеп, магазиндар селтәрен иркенәйтеү уйы менән Красноусол үҙәгендә төҙөлөш башлағандар. Магазинды тиҙ арала төҙөп бөтөргә планлаштыралар.
Үҙҙәрен йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә лә һынап ҡарайҙар. Район мәҙәниәт һарайында асҡан кафеларында аш-һыу әҙерләү менән бер рәттән билмән, манты, голубцы һәм башҡа ярымфабрикаттар әҙерләп, бәлеш-пицца һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары бешереп, үҙҙәренең магазиндары аша һатыуға сығаралар.
“ШЭ Г.В.Ҡаҙаҡҡолова” предприятиеһы районда уҙғарылған күп кенә мәҙәни, спорт сараларында бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә, хәйриәселек менән дә шөғөлләнәләр. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһен дә кире ҡаҡмайҙар. Күптән түгел Ташбүкән ауылынан малайҙары һыуға батып һәләк булған Ишҡоловтарҙың 5 йәшлек ҡыҙҙарына кәрәк-яраҡтар, уйынсыҡтар бүләк иткәндәр.
Эшҡыуарҙарҙың эшмә-кәрлеген ғаилә бизнесы тип атарға ла мөмкин. Гөлшат Вәлийән ҡыҙы кадрҙар, документтар менән эш итһә, Айрат Зөфәр улы хужалыҡ эштәре менән мәшғүл. Коронавирус киҙеүе мәлендә “Красноусол” шифаханаһында обсерваторҙа булған вахтасыларҙы сәй, кофе һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәндәр.Был эшкә ҡыҙҙары Эльмира яуаплы булған.
Етәксе предприятиела эшләүсе үҙ һөнәре оҫталары: менеджерҙар Валентина Авязова, Светлана Ғиндуллина, Надежда Мәҡсүтованы маҡтап телгә алды һәм ысын мәғәнәһендә, улар ярҙамында бизнес төҙөп булыуын билдәләне.
Читайте нас: