+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Май 2020, 23:10

Йүнсел йүнен таба

Бөтә ил үҙаллы изоляция режимында йәшәгәндә, халыҡ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеүселәр һәр кем үҙенсә ярҙамын күрһәтте. Районыбыҙҙағы “Успех” бизнес үҙәге лә эпидемия осоронда эшҡыуарҙарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, эштең туҡталыуына юл ҡуймаған.

Был үҙәктә өс кеше – етәксеһе Светлана Рәшит ҡыҙы Таһирова (һүрәттә), Розалия Дәүләтбаева, Анна Рябова эшләй. Апрель айынан улар ҡырҙан тороп эшләүгә күсеп, үткән аҙнаның дүшәмбеһенән генә яңынан эш урынында үҙ хеҙмәтен дауам иткәндәр.
- Апрель айында отчеттарҙы ла ваҡытында тапшырҙыҡ. Бәйләнеште бер минутҡа ла өҙмәнек, Ватсап, электрон почта аша ҡабул иттек, мәғлүмәттәр кереттек. Район хакимиәте менән дә бәйләнеш тоттоҡ. Беҙҙең ярҙам менән әлегә туғыҙ эшҡыуар эш хаҡы түләү өсөн өҫтәмә субсидия алды. Уның күләме 12130 һум тәшкил итте. Тағы ла был ярҙамды 40-ҡа яҡын
эшҡыуар аласаҡ тип күҙаллайбыҙ. Алты йыл эшләү осоронда эшҡыуарҙарға консультация бирәбеҙ, бухгалтер ярҙамы күрһәтәбеҙ, - тип таныштырып үтте Светлана Рәшит ҡыҙы.
Йүнсел йүнен таба, тигәндәй, мөһим эш алып барһа ла яҡындары, күрше-тирәһе өсөн эпидемия осоронда битлектәр ҙә тегеп таратҡан. Шундай эшлекле кешеләр булғанда районыбыҙҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешен туҡтатмаҫ тигән уйҙабыҙ.
Читайте нас: