+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Май 2020, 17:27

Яратҡан эш ялҡытмай

Китапханасы һөнәре бик яуаплы, сөнки бөгөнгө көндә ул – педагог та, ирекмән дә, артист та, агитатор ҙа, психолог та булып тора. Уларҙың көндәлек хеҙмәте аша кешеләрҙең белеме арта һәм һаҡлана.

Аҡкүл ауыл китапханаһында эшләүсе Гүзәлиә Хәким ҡыҙы Сәфәрғәлиеваны үҙ эшенең оҫтаһы тиһәң дә була. Яратҡан эшендә 37 йылға яҡын хеҙмәт итә үҙ эшенә тоғро китапханасы. 1986 йылда ситтән тороп Өфө китапхана техникумын тамамлаған.
Китапҡа һөйөүе ата-әсәһенән дә киләлер. Улар икеһе лә уҡытыусы булған. Атаһы - Хәким ағай 1942 йылда һуғышҡа алынып, 1948 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Татар Саскүле, Дарьино, Аҡкүл ауылдарында уҡытҡан. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Гүзәлиә Сәфәрғәлиеваның Әлфиә апаһы ла мәктәп китапханаһында эшләгән була, һуңынан ауыл хакимиәтенә сәркәтиб итеп алалар. Ошо ваҡытта ул апаһының эшенә һоҡланып, күңеленә һалып ҡуя һәм шул юлды һайлай. Өйҙә лә, эштә лә бар ергә лә өлгөрә тырыш ҡатын. Ғаиләләге дүрт бала янына тағы ла өс бала ҡабул иткән булған. Хәҙер бер ейәнгә, бер ейәнсәргә өләсәй ҙә ул. Иң олоһона 34 йәш булһа, кесеһенә 14 йәш. Әлегә өсәүһе мәктәптә уҡый.
- Элек ата-әсәһе китапхананан китап алып уҡыған кешеләрҙең балалары ла шуны да-
уам итә. Әлеге ваҡытта онлайн режимда эшләйбеҙ. Изоляция ваҡытында, китапханаға даими йөрөгәндәр, айырыуса оло кешеләр шылтыратып ҡасан асылыуын һорайҙар. Элек “Йомшаҡ уйынсыҡтар”, “Ҡурсаҡ театры” кеүек түңәрәктәр алып барһам, хәҙер китап уҡыусылар менән мауығып “Квиллинг” менән шөғөлләнәбеҙ. Үҙебеҙ эшләгән картиналарға ҡарап һоҡланып, дәрт алабыҙ. Бында ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа теләп йөрөй. “Китап менән кис ултырыу” үткәрәбеҙ. Төрлө конкурстар ҙа үтеп тора, - тип һөйләп үтте Гүзәлиә Хәким ҡыҙы.
Бай тәжрибә туплаған китапханасының яратҡан эше тураһында йәнләнеп һөйләүе лә үҙ эшен яратыуын, мөкиббән бирелгәнлеген күрһәтеп тора. Яратҡан эш – ялҡытмай, тиҙәр бит. Киләсәктә лә илһамланып, дәртләнеп эшләүегеҙҙе, китап уҡыусыларығыҙ күп булыуын теләп ҡалабыҙ.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: