+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Май 2020, 18:00

Яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр

Красноусол эшҡыуарҙары ирле- ҡатынлы Фоминдарҙың ғаилә бизнесы үҫә һәм киңәйә бара. Бөгөн ул бер нисә предприятиены: “ШЭ Н.Т.Фомин”, “ШЭ С.И.Фомина”, “Сифат тирмәне” ("Мельница качества") ЯСЙ-е һәм “Дубрава” СПоК-ын үҙ эсенә ала. Бөгөн был предприятиеларҙа бөтәһе 200-гә яҡын кеше эшләй.

Предприятиела 100-ҙән ашыу төр икмәк, ҡалас һәм кондитер изделиелары етештерелә. Продукциялар Ғафури, Ауырғазы райондары, Салауат ҡалаһы, Ишембай, Стәрлетамаҡ район-ҡалалары сауҙа нөктәләре аша һатыуға сығарыла. “Дубрава” СПоК-ында 30-лап ассортиментта туңдырылған итле ярымфабрикаттар (билмән, манты, хинкали, кәтлит, варениктар, төрлө эслек-ле рулет һәм башҡалар) әҙерләнә. Ит ситтән түгел, ә урындағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан һатып алына. Предприятие бары тик улар менән генә эшләй. Шулай уҡ “Сифат тирмәне” сауҙа нөктәһендә Ғафури районы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етештергән 30-ҙан ашыу төрлө продукциянан (һөт, сырҙар, йомортҡа, сәй, төрлө үҫемлек майҙары, ҡайын һыуы) бүлек булдырылған.
Коронавирус киҙеүе осоронда “Красноусол” шифаханаһы базаһында булдырылған обсерваторҙа Яҡутстандан ҡайтҡан 400-ҙән ашыу вахтасыны туҡландырыуҙы
ойоштороуҙы “Сифат тирмәне” йәмғиәтенә ышанып тапшырғандар. Туҡланыу буйынса директор О.А.Ярышева етәкселегендә ашнаҡсылар уларҙы тулы кимәлдә тәмле итеп туҡландырыу өсөн тырышлыҡ һалған. Көн һайын 25 ашнаҡсы (Красноусолдан тыш, Бурлы, Аҡкүл, Табын, Родина ауылдарынан) таңғы 4-тән эшкә килеп, вахтасыларҙы дүрт тапҡыр туҡландырыуға аш-һыу әҙерләгән. Аштар уңайлылыҡ өсөн бер тапҡыр ҡулланылыусы һауыттарға тултырылып, илтеп бирелгән. Ҡайһы көндәрҙә блюдолар хатта ресторандағынан ҡайтыш булмаған. Бынан тыш, вахтасылар заказы буйынса ирекмәнлек ярҙамы рәүешендә башҡа ваҡ-төйәк продукция менән дә тәьмин иткәндәр, төрлө сканвордтар ебәргәндәр.
-“Сифат тирмәне” йәмғиәтенән вахтасыларға тәмле, сифатлы һәм төрләндереп аштар әҙерләгән, бигерәк тә өлкән ашнаҡсылар Светлана Марьина, Татьяна Семенова, Светлана Фәтҡуллина, Айгөл Урманшина, Гүзәл Рәхимова, туҡландырыуға әҙерләнгән продукцияны оҙатыуға яуаплы Наталья Стрелкова, Радик Ғөбәйҙуллин, Илнур Саттаров, Андрей Банников, Илгиз Сәйетбатталов, вахтасылар заказы бу-йынса продукция оҙатыу Любовь Рябова яуаплылығында булды. Хәҙер вахтасылар ҡайтып китте, уларҙан һаман да рәхмәттәр ҡабул итәбеҙ, - ти Светлана Фомина.
Эшҡыуарҙар бынан тыш 9 Майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бүләккә торттар әҙерләгән, шулай уҡ районда уҙған һәр төрлө сараларҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүҙәре, хәйриәселек менән дә шөғөлләнеүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Читайте нас: