+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Май 2020, 11:00

Хөрмәтле район эшҡыуарҙары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Хәҙерге заман йәмғиәтен эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың айырылғыһыҙ өлөшөнә, артабанғы үҫешенең нигеҙенә һәм өмөтөнә әйләнде, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ.
Бөгөн беҙ ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ менән, үҙ теләктәре буйынса һәм ысын энтузиас-тарса иҡтисад киңлеген үҙләштереүсе, үҙҙәрен тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә танытыусы кешеләрҙең хеҙмәтенә тейешле баһа бирәбеҙ.
Үҙ эштәрен бойомға ашырып, эшҡыуарҙар өлгөрөп еткән көндәлек проблемаларҙы хәл итешә: яңы эш урындары булдыралар, халыҡты кәрәкле тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итәләр.
Һеҙгә именлек, бизнесығыҙҙың сәскә атыуын, яңы проекттарҙы, идеяларҙы бойомға ашырыуҙа уңыштар теләйем. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һеҙгә үҙегеҙ көткән һөҙөмтәне алып килһен. Һеҙгә һаулыҡ, ғаилә бәхете, бизнеста ышаныслы партнерҙар, тотороҡло табыш, файҙалы килешеүҙәр, уңыштар һәм еңеүҙәр юлдаш булһын!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: