+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2020, 21:45

Хеҙмәттәре лайыҡ оло баһаға

Билдәле булыуынса, бөгөн эшҡыуарлыҡ тармағы халыҡты эш менән тәьмин итеүсе генә түгел, һалым түләүҙәре менән ниндәйҙер кимәлдә район бюджетын тулыландырыусы ла. Был тармаҡтың уңышлы эшләүе райондың социаль-иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫешенә тос өлөш индерә.

26 майҙа районыбыҙ эшҡыуарҙары үҙҙә-ренең һөнәри байрамын билдәләне. Тап ошо көндө район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ошо ауыр ваҡытта айырыуса әүҙемлек күрһәткән эшҡыуарҙарҙың бер төркөмөн үҙенең эш кабинетына йыйып, Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән тәбрикләне. Әлбиттә, коронавирус киҙеүе менән бәйле, сара битлек режимында үтте.
Ҡотлауҙарға сарала ҡатнашҡан район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм иҡтисад буйынса урынбаҫарҙары Рәмил Әхмәтов менән Ирина Небогатова ла ҡушылды. Улар барыһына ла районыбыҙ халҡы мәнфәғәтендә арымай-талмай эшләүҙәре, иҡтисади үҫешкә ҙур өлөш индереүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Эшҡыуарҙарға иҫәнлек һәм именлек, яңынан-яңы проект һәм идеяларын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар, бизнеста ышаныслы партнерҙар һәм отошло килешеүҙәр теләнеләр.
Фәнзил Фәйез улы ҡулынан ирле-ҡатынлы шәхси эшҡыуарҙар Светлана менән Николай Фоминдар, “Тирмән” (“Мельница”) ЯСЙ-е директоры Любовь Рябова, “Сифат тирмәне” (“Мельница качества”) ЯСЙ-енең туҡланыу буйынса директоры Олеся Ярышева, “ШЭ Н.Т.Фомин” предприятиеһы етәксеһе урынбаҫары Илгиз Сәйетбатталов, “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е директоры Гөлшат Урманшина, “Мастер” ЯСЙ-е директоры урынбаҫары Эльмира Ҡаҙаҡҡолова, Аҡкүлдән шәхси эшҡыуар Илдар Ғилванов, шәхси эшҡыуар Светлана Таһирова, “Шишмә” ЯСЙ-е директоры Розалия Рахманғолова һәм водитель Павел Казанцев, Хәйруллиндарҙың ғаилә бизнесы етәксеһе Дамир Хәйруллин район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Барлыҡ эшҡыуарҙар исеменән И.М.Ғилванов үҙҙәрен иғтибарынан ташламауы, ярҙамы өсөн район башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Бүләкләү сараһы күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: