-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2020, 11:00

Ил сиген ҡыйыу һаҡлаған

Йыл һайын май аҙағында илебеҙҙең тыныслығы һағында уяу тороусылар ил сиге һаҡсылары көнөн билдәләй. Улар һәр саҡ тоғро хеҙмәт итеүсе илебеҙ ғорурлығы булып тора.

Юлыҡ ауылында тыуып-үҫкән Рәмиз Динислам улы Моратов 8-се класты тамамлағас, хеҙмәткә алынғансы “Мағаш” колхозында механизатор, ырҙын табағында моторист булып эшләп көс нығыта. 1966 йылда Совет Армияһы сафына баҫа һәм Одесса өлкәһендә, Дунай йылғаһы буйындағы 7-се заставала өс йыл хеҙмәт итә. Үҙенә һәм башҡаларға талапсан, һәр эште еренә еткереп башҡарған һалдатты хеҙмәттәштәре лә, командирҙар ҙа ихтирам итә. Шуға ла өлкән ил һаҡсыһы итеп ҡуялар уны. Яңы хеҙмәткә алынған һалдаттарҙы өйрәтеп, ағай ролен дә башҡа ул. Яҡшы, намыҫлы хеҙмәте өсөн тыуған ауылына ике тапҡыр ялға ҡайтып килеү форсаты ла тейә. Әсәһе Шәмсинаһар Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән атаһы Динислам Исрафетдин улы ике тапҡыр командованиеның Рәхмәт хатын алып, сикһеҙ ҙур ҡыуаныс кисерәләр. Шулай уҡ “Хәрби хеҙмәттә өлгө күрһәткәне өсөн”, “Өлгөлө хеҙмәт өсөн”, “Ватан сиген һаҡлаусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
- Ил сиге һәр саҡ яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Беҙгә теләктәш социалистик ил булһа ла, румындар, айырыуса балыҡсылар ил сиген боҙа торғайнылар. Байрам осоронда көслө һаҡ ҡуйыла ине. Одесса Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан, шунлыҡтан беҙҙең ил өсөн стратегик йәһәттән бик әһәмиәтле. Эргәлә генә виноград, алма баҡсалары була торғайны. Беҙҙең һалдаттар Ватаныбыҙҙы кәмһетергә ирек бирмәне, тыныслыҡ һағында уяу торҙо. Сәйетбаба, Оло Үтәш, Еҙем-Ҡаран егеттәре менән бер заставала хеҙмәт иттек. Ул йылдарҙы оноторлоҡ түгел, әлбиттә. Әрме хеҙмәтендә булыу ҙа ғорурлыҡ булып тора, сынығыу алаһың. Барлыҡ ил сиге һаҡсыларын байрам менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам, - тип һөйләп үтте Рәмиз Динислам улы.
Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, 1969 йылда һөйгән ҡыҙына өйләнеп, матур итеп туй үткәрәләр. Тормош иптәше Ғилминур Яхъя ҡыҙы менән Рәфис һәм Дания исемле ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Оҙаҡ йылдар Ҡаҙағстанда йәшәп алғандар. Тыуған яҡтар һағындырғас, Красноусолға йәшәргә ҡайтҡандар, өй һалғандар. Хәҙер инде балалар, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөнөсөнә шатланып, һәр саҡ үҙенең хеҙмәт йылдарын, дуҫтарын иҫкә алып йәшәй элекке һалдат.

Читайте нас: