-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2020, 16:05

Сик буйынан башлана дәүләт

2015 йылда районыбыҙҙа сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының “Граница” йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. 300-ҙән ашыу ветеранды берләштергән ойошмаға Ришат Раян улы Шаймарҙанов етәкселек итә. 15 кешенән инициатив төркөм (Рәмил Ғимрани, Марсель Ғүмәров, Ғәли Мөхәмәтшин, Марсель Мәхийәнов, Фаил Байшөгөров һәм башҡалар) төҙөлдө. Иң тәү бурысыбыҙ итеп беҙ үҫеп килгән йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙе, уларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе, йәштәрҙе Рәсәй Армияһы сафтарында хеҙмәт итеүгә әҙерләүҙе күрәбеҙ.

Беҙҙең сик һаҡсылары-ветерандары башланғысы менән республикала тәүгеләрҙән булып сик һаҡсылары иҫтәлегенә һәйкәл асылды. “Төньяҡ амурҙары”на арналған мемориаль комплекс асыу (проект авторы – И.Шәйәхмәтов), сик һаҡсылары ғәскәрҙәренең 100 йыллығын ҙурлап уҙғарыу беҙҙең өсөн ғорурлыҡ булды. Р.Шаймарҙанов башланғысы менән Красноусолдағы 3-сө мәктәп базаһында булдырылған “Батыр” клубы (хәҙер гимназияла) әүҙем эшләй. “Мәргән уҡсы” фес-тивале лә беҙҙең башланғыс менән үтте.
Бөтөн сик һаҡсыларын етәкселек һәм үҙемдең исемдән Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым. Һаулыҡ, именлек, күтәренке кәйеф теләйем.
Салауат ЙОСОПОВ,
сик буйы ғәскәрҙәре ветераны.
Читайте нас: