+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Май 2020, 11:35

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары! Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр!Ысын күңелдән һеҙҙе “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы уңайынан ҡотлайым!

“Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы – бала саҡтары менән хушлашҡан, яңы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан сығарылыш класс уҡыусылары өсөн тулҡынландырғыс мәл. Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙең өсөн ҡыңғыраулы мәктәп йылдары артта ҡалды. Алдығыҙҙа – артабанғы яҙмышығыҙҙы, киләсәгегеҙҙе билдәләүсе һөнәр һайлауҙың яуаплы осоро. Иң мөһиме – хыялығыҙға илтеүсе дөрөҫ юлды табып, маҡсатығыҙға ирешеү. Мәктәптә алған белемегеҙ йәмғиәттә лайыҡлы урын алырға мөмкинлек бирер тип ышанам.
Һеҙгә әле дәүләт имтихандарын тапшыраһы, уҡыу йортон һайлайһы бар. Янығыҙҙа – һеҙгә ҙур терәк булған уҡытыусыларығыҙ һәм атай-әсәйҙәрегеҙ. Уларға оло ихтирам һәм сикһеҙ рәхмәт тойғоһо һеҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланырына иманым камил.
Һөнәри бурыстарын фиҙаҡәр үтәп, һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә булған уҡытыусыларға изгелектәре, күңел байлыҡтары өсөн рәхмәт! Был тантаналы көндә ата-әсәләргә айырым рәхмәт һүҙҙәре юллайым. Балаларығыҙҙың уңыштары һөйөүегеҙ, хәстәрлегегеҙ һәм сабырлығығыҙ өсөн һеҙгә бүләк булһын.
Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары!
Һеҙгә яҡты уй-хыялдарығыҙҙың бойомға ашыуын, юлдарығыҙҙың уң булыуын, бәхетле киләсәк теләйем. Ниндәй генә бейеклектәргә күтәрелһәгеҙ ҙә, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан тыуған мәктәбегеҙҙе онотмағыҙ. Аҡ юл һеҙгә!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: