+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Май 2020, 14:25

Уҡыу йылын уңышлы тамамланыҡ

Коронавирус эпидемияһы йәмғиәт тормошона, шул иҫәптән белем биреү системаһына ла күп үҙгәрештәр индерҙе. Педагогтар тиҙ арала ситтән тороп һанлы белем биреү сараларына күсергә мәжбүр булды.

Ағымдағы йылдың 22 майында 1-4 класс, бөгөн, 29 май, 5-11 класс уҡыусылары өсөн уҡыу йылы тамамланып, сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Ике айҙан ашыу дауам иткән дистанциялы уҡыу артта ҡалды. Бөгөн уға байҡау яһап, һөҙөмтәләрҙе барларға ваҡыт. Әйтергә кәрәк, район уҡытыусылары юғары әҙерлек режимы ҡуйған талаптарҙы теүәл атҡарып, был һынауҙы ла лайыҡлы үтте. Улар тиҙ арала дистанциялы белем биреү алымдарын үҙләштереп, яңы уҡытыу методикаһын ғәмәлдә ҡулланды. Эшләмәгән бер аҙна эсендә педагогтар төрлө курстар үтеп, дәрестәр уҙасаҡ сайттар менән танышып, балаларҙы төрлө Интернет ресурстарға өҫтәп өлгөрҙө, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн ойоштороу һәм өйрәтеү саралары үткәрҙеләр һәм көндәлек пландар төҙөнөләр. Уҡытыусылар көн һайын ошо режимда эшләне. Икенсе эшләмәгән аҙна уҡыусыларға эштәр биреү менән башланып китте. Был осраҡта уҡытыусыға онлайн-дәрестәр алып барыу өсөн төп сервис – Zoom булды. Дәрестәрҙән тыш педагогтар балалар менән WhatsApp мессенджеры, Бәйләнештә төркөмө һәм корпоратив почта аша аралашты. Барлығы районда 4304 бала дистанциялы белем алды, уларға 452 педагог белем бирҙе. Онлайн-дәрестәр үткәргән уҡытыусыларҙың уртаса һаны – 350, ҡалғандары уҡытыуҙа электрон һәм ҡағыҙ кейстарҙы ҡулланған.
Дистанциялы уҡытыуҙы тейешле кимәлдә ойоштороп, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәп сыҡҡан район уҡытыусыларына ҙур хеҙмәтегеҙ, ярҙамығыҙ, килеп тыуған хәлде аңлап эш итә белеүегеҙ өсөн рәхмәт әйтке килә. Уҡытыуҙы ойоштороуҙа педагогтарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булған ата-әсәләргә лә район мәғариф бүлеге исеменән рәхмәт белдерәм.
Дистанциялы белем биреүҙе ойоштороуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа райондың өҫтәлмә белем биреү, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, мәғариф бүлеге методистары, директорҙарҙың уҡытыу-тәрбиә эштә-
ре буйынса урынбаҫарҙары ҙур эш башҡарҙы. Килеп тыуған хәлдә белем алыусылар ҙа, белем биреүселәр ҙә юғалып ҡалманы, берҙәм һәм бергә эшләп алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәнек.
Бөгөн мәктәпте тамамлаусылар өсөн "Һуңғы ҡыңғырау" көнө. Барығыҙға ла иң мөһиме һаулыҡ, ижади уңыштар, ауыр һәм яуаплы хеҙмәтегеҙҙә түҙемлелек, яҡшы ял теләйем.
Рәшиҙә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
район мәғариф бүлегенең
муниципаль
методик хеҙмәт мөдире.
Читайте нас: