+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Май 2020, 17:50

Йондоҙҙар ҡабынған мәл

Сәхнәлә тирмә эсен һынландырып декорация, сигелгән таҫтамалдар, боронғо кейеҙ, аҫалы балаҫтар... 1973 йылда Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакленең премьераһынан һуң төшөрөлгән был фотоһүрәттә – Ғафури районының һәүәҫкәр артистары.

Алғы рәттә: (яталар) Фринад Исҡужин - Диуана, Ришат Ҡалмырҙин - бәләкәй малай, икенсе рәттә (һулдан уңға): (ята) Рәфҡәт Ниғмәтуллин - Ялсығол, эргәһендә ултыра Заһира Ғәзизова - Зөбәржәт, Әхмәт Ишҡолов - Аҡъегет, Ҡәҙриә Ғәзизова - Шәфәҡ, Аман Юлъяҡшин - 1-се аҡһаҡал, Хөрмәт Исхаҡов - 2-се аҡһаҡал, өсөнсө рәттә (һулдан уңға): Әлфиә Исҡужина – режиссер, Ҡәүи Абдрахманов – Дәрүиш, Өфөнән килгән телевидение режиссеры, жюри ағзаһы, Ғәлинур Ишмөхәмәтов – 3-сө аҡһаҡал, Флүрә Садиҡова – Тәңкәбикә, икенсе жюри ағзаһы, Фәнил Садиҡов – 4-се аҡһаҡал, Мөхәмәт Вәлиев – Рыҫҡол-бей.
“Ай тотолған төндә” спектакле йәш режиссер Әлфиә Исҡужинаның Усолка халҡы араһынан башҡорт йәштәрен бөртөкләп йыйып, драма түңәрәге ойоштороп ҡуйған тәүге етди эше була. 26 ғына йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы трагедияны сәхнәләштерергә баҙнат итә һәм ҙур уңышҡа өлгәшә. Уның менән Ҡырмыҫҡалыла зона смотрында ҡатнашып 1-се урын алалар. Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа сығыш яһау бәхетенә ирешәләр. Фото тап шул сығышҡа әҙерләнгән ваҡытта төшөрөлгән. Ф.Садиҡова, З.Ғәзизова, Ф.Исҡужин, Ҡ.Ғәзизова, Ә.Ишҡолов тыуҙырған образдар юғары баһаға лайыҡ була. Башлап ҡына сәхнәгә сыҡҡан артис-тар илһамланып, бар күңелдәрен биреп уйнай был әҫәрҙе. Күптәре оҙаҡ йылдар һуҙымында илаһи театр күгендә сағыу йондоҙ булып балҡый. Шулай итеп, бынан 47 йыл элек Ғафури халыҡ театрына нигеҙ һалына ла инде.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: