+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Май 2020, 12:00

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” видеоформатта үтте

Уҙған аҙнаның кесе йомаһында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарҙы. Коронавирус киҙеүе менән бәйле, сараның сираттағы – 17-сеһе видео-конференция форматында үтте. Уны район хакимиәте башлығы етәкселегендә тейешле ойошма етәкселәре һәм белгестәренән торған комиссия алып барып, был юлы улар ҙа онлайн аша аралашты, һорауҙарға яуап бирҙе.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә үҙҙәренең проекттарын 5 кеше тәҡдим итте. Яңы Бурлы ауылынан йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнгән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Риф Мырҙағолов ер участкаһын иркенәйтеп, ат фермаһы төҙөп, йылҡысылыҡты үҫтереү проекты менән уртаҡлашты. Шулай уҡ һыйыр малдарын үрсетергә лә иҫәп тота. Уның рәсмиләштерелгән 67 сутый ер участкаһы бар, йәнә өҫтәп 1 гектар 20 сутый һорап мөрәжәғәт итте. Фермер ат фермаһы өсөн 10х30 метр ҙурлыҡтағы һәм һыйырҙарға (7х25 м) һарайҙар төҙөргә планлаштыра. Риф Ғаҙай улының мәсьәләһен комиссия урынға сығып тикшереп, хәл итәсәген белдерҙе.
Игенйылға ауылынан “Күркәм дөйәғоштар” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Виталий Смирнов дөйәғош фермаһы өсөн күп йыллыҡ культуралар сәсеп үҫтереүгә 100-150 гектар майҙанда һөрөнтө ер участкаһы бүлеү мәсьәләһендә ярҙам һораны. Әммә был төбәктә буш ер майҙандары юҡ, бары тик Заречный ауылында эшкәртелмәгән ер участкалары булыуы, был тәңгәлдә пайсылар менән сход йыйып һөйләшеү-килешеүҙәр алып барырға кәрәклеге билдәләнде. Комиссия был мәсьәләне лә урында хәл итәсәк.
Бурлы ауылында “ДилаР” ауыл хужалығы кооперативы төҙөп, үҙ эштәрен асырға планлаштырған Петр Пивцов яңы төҙөлгән бина – ит комбинатын электр селтәрҙәренә тоташтырыу проекты менән уртаҡлашты.
Красноусолдан “Ғафури” ауыл хужалығы ҡулланыусылар эшкәртеү кооперативы директоры Рөстәм Аҡбашев ит эшкәртеүҙең табыш килтереү проекты буйынса республика программаһына ярашлы грант ярҙамына эйә булып, ярымфабрикаттар етештереү буйынса ҡорамалдар һатып алыныуын, йәнә муниципаль программа сиктәрендә финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте.
“Алтын плюс” ЯСЙ-е вәкилдәре Морат Зәйнәғәбдинов менән йылылыҡ энергияһын һаҡлау проекты етәксеһе Азат Вәлиев беҙҙең районда учреждение-ойошмаларға йылылыҡ энергияһын 30-ҙан 70 процентҡа тик-лем экономиялауға булышлыҡ иткән ҡоролма урынлаштырыу проектын тәҡдим итте. Уның принцибы – бина ҙурыраҡ булған һайын экономия ла күберәк. Бындай система бер ҡайҙа ла юҡ, бары тик оҡшаштары ғына бар. Йәмғиәт вәкилдәре һәм проект авторы был ҡоролманы республикала урынлаштырыу тәжрибәһе, мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Кәңәшләшкәндән һуң, барлыҡ проекттар буйынса ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде һәм бурыстар билдәләнде.
Эшҡыуарлыҡ сәғәтенә яҙылыу өсөн 8 (905) 00- 03-684 (Рәмил Рафаил улы Әхмәтов – район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса урынбаҫары), Бәйләнештә төркөмөндә https://vk.com/gafuri_invest һәм 8 (34740) 2-12-78, 2-14-06 телефондарына шылтыратырға була.
Читайте нас: