+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 11:00

Бәхетле бала саҡ илендә

Йыл һайын 1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Был байрам күптәнге йола буйынса йәйҙең беренсе көнөндә, балаларҙың һағынып көткән ял һәм каникул көндәре башланған мәлгә тура килә. Балалар – илебеҙҙең киләсәге. Тап бына шуның өсөн дә уларҙың үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу, хоҡуҡи һәм социаль йәһәттән яҡлау дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстарынан һанала. Ошо йәһәттән районда нимәләр эшләнеүе хаҡында һорап, иҫтәлекле көн алдынан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтоваға мөрәжәғәт иттек.

Йыл һайын 1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Был байрам күптәнге йола буйынса йәйҙең беренсе көнөндә, балаларҙың һағынып көткән ял һәм каникул көндәре башланған мәлгә тура килә. Балалар – илебеҙҙең киләсәге. Тап бына шуның өсөн дә уларҙың үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу, хоҡуҡи һәм социаль йәһәттән яҡлау дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстарынан һанала. Ошо йәһәттән районда нимәләр эшләнеүе хаҡында һорап, иҫтәлекле көн алдынан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтоваға мөрәжәғәт иттек.
- Гүзәл Зөфәр ҡыҙы, һеҙҙеңсә, 1 июнь – байраммы, әллә балалар өлкәндәрҙең ҡурсалауына, яҡлауына мохтаж икәнлеген иҫкәртеү, булған һорауҙарҙы хәл итеү көнө генә булып торамы?
- Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө барыһын да үҙ эсенә ала, шулай уҡ ҙур һәм матур байрам да булып тора. Килеп тыуған хәл арҡаһында быйылғы йылды иҫәпкә алмағанда һәр йыл 1 июндә бюджет аҡсаһына һәм бағыусыларҙы йәлеп итеп төрлө йәштәге балаларға күңел асыу саралары ойоштороп, байрам мөхите булдырырға тырышабыҙ. “Йәшлек” ял паркында күп халыҡ йыйылып, социаль хеҙмәткәрҙәр, балалар ойошмалары, китапханасылар үткәргән төрлө уйындар, сюрприздарҙы ла иҫкә төшөрөү етә. Әле беҙ конкурстарҙы яңыса – онлайн режимда үткәрергә мәжбүрбеҙ. Был ваҡытлыса ысул да ҡыҙыҡлы, күңелле, сәмле булыр тип уйлайым.
- Ошо турала тулыраҡ һөйләп китһәгеҙ ине.
- Пандемия ысын һынау булды. Мәғариф бүлеге менән берлектә район буйынса дистанциялы уҡыу өсөн тиҙ арала уңайлыҡтар булдырылып, мәктәп уҡыусылары өйҙә белем алырға ултырҙы. Льготалы туҡланыуға хоҡуҡлылар ҙа аҙыҡ-түлек йыйылмаһын үҙ ваҡытында алды. Йыл һайын республика һәм федераль программалар сиктәрендә район бюджетынан байтаҡ аҡса мәктәп һәм балалар баҡсаларын төҙөкләндереүгә, балалар майҙансыҡтарын төҙөүгә йүнәлтелә. Шундай ял үҙәге Красноусолда Геройҙары аллеяһы янында урынлашҡан. Уңайлы, матур, заманса итеп эшләнгән ял үҙәге балалар һәм ата-әсәләрҙең яратҡан урынына әйләнде. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә “Йәшлек” паркындағы балалар майҙансығын артабан яҡшыртып төҙөү проекты конкурста еңде. Был да Красноусол балаларының сифатлы ялы өсөн эшләнә.
- Ә мәктәптәрҙә ниндәй ремонт эштәре башҡарылды?
- Үткән йылда Красноусолдың 2-се мәктәбендә өлөшләтә ҡыйыҡҡа, 3-сө мәктәптә санузелдарға, бүлмәләрҙең иҙәндәренә капиталь ремонт, Игенйылға һәм уның филиалы булған Ҡотлоғужа мәктәптәренең биләмәләрен кәртәләп алыуға материал алыу өсөн, Аҡкүлдә 2-се корпуста канализацияны ремонтлауға, Үзбәктә спортзалдың түбәһенә һәм капиталь ремонтҡа, Ҡауарҙыла электр йыһаздарына, Сәйетбабала, Курортта сығыу урынына һәм һикәлтәгә ағымдағы, Родинала “Кескәйҙәр” балалар баҡсаһында ҡыйыҡҡа өлөшләтә ремонт эшләнде. Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Үзбәк мәктәптәрендә ҡоймаларҙы алыштырыу эше башҡарылды.
- Быйыл нисә балаға ял итеү форсаты тейәсәк?
- Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялы күңелле генә түгел, ә файҙалы ла уҙһын өсөн район хакимиәте алдан уҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәстәрләне. Был йәһәттән мәғариф идаралығы базаһында 1087 бала ял итә алырлыҡ 26 көндөҙгө лагерь ойоштороласаҡ. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға ял һәм һаулыҡтарын нығытыу өсөн “Красноусол” балалар лагерында 296 бала: “Имәнкәй” майҙансығында - 182, “Ҡояшлы”ла 114 бала ял итәсәк. Шулай уҡ “Красноусол” балалар шифаханаһында 10 бала ял итәсәк. 60 балаға иҫәпләнгән 7 көнлөк хеҙмәт һәм ял лагеры ла ойоштороласаҡ. Йыл һайын күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларға муниципаль бюджеттан “Ҡояшлы” лагерына путевкалар бүленә, быйыл шундай 7 путевка биреләсәк.
Балалар ижады үҙәге педагогтары йылдағыса йоланы дауам итеп, урам майҙансыҡтарында “Беҙҙең урам командаһы” һәм 60 баланы үҙ эсенә алған “Бала саҡ йәйғоро” программа-проектын тормошҡа ашырасаҡ.
- Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң төп маҡсаты – йәмәғәтселектең һәм ябай кешеләрҙең иғтибарын балаларҙың ысынбарлыҡтағы проблемаларына йүнәлтеү…
- Әлбиттә. Байрамдың исеме лә шул хаҡта белдерә. Сер түгел, һәр бала тулы үҫешһен өсөн сәләмәт йәшәү ҡағиҙәләрен, үҙенең талантын һәм мөмкинлектәрен үҫтереүгә, ваҡытында медицина хеҙмәте – тикшерелеү, прививкаларҙы ваҡытында эшләтеү һәм башҡаларҙы үтәү мөһим. Бының өсөн районда шарттар булдырылған. Теләк кенә булһын. Балалар ижады үҙәгендә һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә район хакимиәте башлығы ҡарары менән хеҙмәткәрҙәр штаты арттырылды, дәрестәр өсөн өҫтәмә сәғәттәр бирелде. Яңы булдырылған спорт клубтары ла уңышлы эшләй. Мәктәптәрҙә “Үҫеш нөктәһе” майҙансыҡтары булдырылып, алдынғы технологияларға таянып эш итәләр. Бында балаларҙың көсөн файҙаға һәм кәрәклегә йүнәлтеү өсөн уларҙың үҙҙәренең әүҙемлектәре һәм шулай уҡ атай-әсәйҙәрҙең дә этәргес тәрбиәһе кәрәк.
- Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеләме, мәҫәлән, атай-әсәйһеҙ үҫкәндәргә…
- Федераль закон сиктәрендә муниципаль район хакимиәте тарафынан ағымдағы йылдың икенсе кварталында 12 етем балаға һәм ата-әсә ҡарауынан яҙғандарға фатир биреү планлаштырыла. Был тәңгәлдә эш әүҙем алып барыла.
Әңгәмә һуңында, беҙҙең балалар бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдырылмай, тип әйткем килә. Байрам алдынан беҙҙең һөйләрлек һәм ғорурланырлыҡ эштәребеҙ бар. Район етәкселегенең тырышлығы, социаль, балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең ентекле эше, атай-әсәйҙәрҙең тырышлығы менән беҙҙең йәш быуыныбыҙ – бәхетле балалар һәм үҫмерҙәр булып тора, мәктәптәрҙә ҙур теләк менән уҡыйҙар, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр, конкурс һәм ярыштарҙа еңәләр, изге күңелле, белемле, тәртипле булып үҫәләр.
Райондағы барлыҡ ғаиләләрҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ҡотлайым. Балаларға – бәхетле бала саҡ, онотолмаҫ хәтирәләр һәм һаулыҡ теләп ҡалам.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Ринат ҠӘЙҮМОВ.
Читайте нас: