+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 13:05

Көслө уҡытыусылары менән көслө мәктәп

Ҡарағай урта мәктәбендә уҡыусыларға төплө белем биреү сифатын күтәреүгә, төрлө мәҙәни һәм тәрбиәүи сараларға ҙур иғтибар бирелә. Мәктәптең эске күренеше лә күркәм, класс кабинеттары ла матур итеп йыһазландырылған. Тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй, коридор стеналарында стендтар, плакаттар урын алған.

Бөгөн мәктәптә 96 бала белем ала. Араларында яҡшы уҡыусылар, мәктәп данын күтәрерлек һәләттәр бик күп. 17 уҡытыусы бар белемен, тәжрибәһен һалып уҡыусыларға белем серҙәрен аса. Мәктәпкә Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Әхтәмова етәкселек итә. Уҡытыусылар коллективы көслө уҡытыусыларҙан тупланған. Йылдың-йылы был белем биреү учреждениеһынан бер нисә миҙалсының сығыуы ла, шулай уҡ күптәренең техник - авиация, шулай уҡ медицина университеттарын һайлауы ла быға асыҡ дәлил. Былтыр Диана Баһауетдинова менән Гөлгөнә Үтәгәнова мәктәпте миҙалға тамамлап, юғары уҡыу йорттары студенттары булған. Коллективта абруй яулаған педагогтар, күп йыллыҡ педагогик стажы булған тәжрибәле уҡытыусылар ҙа етерлек. Быйыл юбилярҙар ҙа бар: Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Әхтәмова, 36 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреү эшенә бағышлаған Таһира Әхәт ҡыҙы Ғәлиәкбәрова, Фәйруза Зәйнулла ҡыҙы Байшөгөрова, Люциә Гәрәй ҡыҙы Ғәниевалар.
Мәктәп тулы тормош менән йәшәй. Уҡыусылар уҡыу менән бер рәттән төрлө түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында теләп шөғөлләнә. Ҡарағай уҡыусыларының йыш ҡына район ярыштарында призлы урындар яулауы спортҡа етди иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләй. Бигерәк тә шахматҡа ҙур өҫтөнлөк бирелә. Бында мәктәптең элекке уҡытыусыһы, хәҙер мәрхүм билдәле шахматсы Т. Вахитов иҫтәлегенә шахмат бәйгеләре уҙғарыла килә. Уның тормош иптәше уҡытыусы-пенсионер Минифа Вахитова йыл һайын 22 февралдә йолаға ярашлы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Тимербулат Сәхиулла улының иҫтәлегенә үҙе бағыусыһы булып ярышты үткәреүгә ярҙам ҡулы һуҙа.
14 уҡыусыны (ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа - 7-әү) берләштергән 9-сы класс мәктәптең ғорурлығы булып тора. Класс менән математика уҡытыусыһы тырышлығы, әүҙемлеге менән айырылған Флүзә Абдрахман ҡыҙы Шайморатова (Яңғыҙҡайын ауылы ҡыҙы, СДПА-ның физмат факультетын тамамлаған) етәкселек итә. Уҡыусылары ла уҡытыусылары өлгөһөндә, уның булмышында тәрбиәләнә, шуға ла был класты һәр кем маҡтай һәм көслө тип белә. Класта отличниктар Айгиз Әсфәндийәров, Олеся Ломовцева, яҡшы уҡыусылар Рушана Ғәлиәкбәрова, Гөлдәр Ҡәҙерғолова, Юлай Үтәгәнов, Эмиль Фәйзуллин, Динә Аҫылбаева әүҙемлеге менән айырыла, мәктәптә үткән сараларҙа башлап йөрөүсе, һәр ҡайһыһында алып барыусы ла.
Мәктәптең структур подразделениеһы булған “Гөлдәр” балалар баҡсаһы ла бинаның беренсе ҡатында урын алған. Бында 21 бала тәрбиәләнә. Өлкән тәрбиәсе Айһылыу Амангилдина менән тәрбиәсе Ленира Үтәгәнова бар тәжрибәләрен һалып эшләй, ярҙамсылары Динә Әсфәндийәрова балалар күңелен аңлаған кеше. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына ла бында урын табылған.
Ҡарағай ауылының ҡап уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы мәктәп киләсәккә ныҡлы аҙымдар менән атлай. Әлеге мәлдә уҡыусыларҙың өйҙән уҡыуы сәбәпле, белем биреү учреждениеһы бушап ҡалған. Әммә тиҙҙән мәктәп ҡәҙимге тормошҡа күсеп, балаларҙың шат тауыштарына күмелер, гөрләп торор.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: