“ШЭ Г.М.Тахтаров” крәҫтиән хужалығы механизаторҙары был эшкә дәррәү тотоноп, борсаҡ, ҡарабойҙай, арпа сәсеүлектәре майҙандарын эшкәртеп бөткәндәр. Йәнә көнбағыш (230 гектар), етен (100 га) биләгән баҫыуҙарҙа химик утау үткәрәһе бар. Химик утауҙа хужалыҡҡа яңы алынған 30 метрлы тағылма һиптергесле “Stronger-3200” агрегатында Алексей Тахтаров мәшғүл.
Хужалыҡта 300 гектарҙы биләгән шәкәр сөгөлдөрө плантацияһында беренсе утау тамамланған. Был мөһим эш ике агрегатҡа йөкмәтелгән. Береһендә - механизатор Дмитрий Пастуховҡа Андрей Беляев менән Владимир Шестаков ярҙамлаша. Алексей Тахтаров етәкселегендәге икенсе агрегатта Максим Павлов менән Евгений Дашков эшләй.