+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 19:40

Смоленскиҙан - Башҡортостанға

Бурлы ауылында элекке һөтсөлөк фермалары урынлашҡан биналар янында күҙ асып йомған арала өр-яңы, заманса бина ҡалҡып сыҡты. Күптәрҙе уның нимә булыуы ҡыҙыҡһындыра. Беҙ ҙә уны барып күрҙек. Баҡтиһәң, был иң заманса материал - сендвич панелдәрҙән төҙөлгән 540 кв.м. ҙурлыҡтағы бинала тиҙҙән мал һуйыу цехы һәм йорт хайуандары (эт, бесәйҙәр) өсөн универсаль әҙер аҙыҡ ҡатнашмаһы етештереү линияһы үҙ эшен башлаясаҡ.

Бинаны “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы етәкселеге үҙ көсө менән төҙөткән. Бер нисә йыл элек Н.М.Хисаметдинов рәйеслегендә “Ғафури һөтө” ауыл хужалығы кооперативы булдырылғайны. БР Ауыл хужалығы министрлығы тәҡдиме буйынса урындағы был кооператив ситтән килгән “ДилаР” исемендәге ауыл хужалығы эшкәртеү-һатыу ҡулланыусылар кооперативы менән берлектә яңы ҡалҡып сыҡҡан был бинала үҙ эшмәкәрлеген алып барасаҡ, йәғни бер ҡыйыҡ аҫтында ике кооператив эшләйәсәк. Смоленск ҡалаһынан ирле-ҡатынлы Лариса һәм сығышы менән Дәүләкәндән булған Петр Пивцовтар былтыр декабрҙә министрлыҡ тәҡдиме буйынса беҙҙең районға, Бурлыға килергә йөрьәт итә. Бында бер йортҡа фатирға төшөп йәшәйҙәр.
-Беҙҙең Смоленскиҙа шәхси зооветсалоныбыҙ бар ине, йорт хайуандарын дауалау, туҡландырыу, тәрбиәләү менән шөғөлләндек, шулай уҡ аҙыҡ етештереү цехыбыҙ булды, - тип һөйләй Лариса Юрьевна. –Унда эттәр өсөн етештерелгән туңдырылған аҙыҡты һатыуға сығара инек. Бындай аҙыҡ рационын мин үҙем шәхсән әҙерләп, патент алдым. Етештереүҙе киңәйтергә уйлағайныҡ, сырье етешмәү сәбәпле, цехты ябырға мәжбүр булдыҡ. Смоленскиҙа ауыл хужалығы бик һүлпән үҫешә. Шуға ла ауыл хужалығы киң ҡолас алған Башҡортостанға күсеп килеп, үҙ эшебеҙҙе асырға булдыҡ, - ти ул.
Алда әйткәнемсә, Башҡортостанда тыуып үҫкән Петр Пивцов заманында республика Ауыл хужалығы министрлығында эшләп киткән. Һәм нисектер Мәскәүҙә уҙған “Алтын көҙ” ауыл хужалығы йәрминкәһендә таныштарын осратып, уларҙың ярҙамы менән ауыл хужалығы министры И.Фазрахмановҡа мөрәжәғәт итәләр һәм ул Пивцовтарҙы республикала үҙ эштәрен асырға саҡыра.
-Беҙ ауыл хужалығы ҡулланыусылар эшкәртеү-һатыу кооперативы төҙөп, ул 12 кешене берләштерә, - тип таныштырҙы Петр Николаевич. – Башта Ауыл хужалығы министрлығына бизнес-планыбыҙ менән документтар тапшырҙыҡ һәм табыш килтереү проекты буйынса грант алыуға өлгәштек.
Республикала үҙ проекттары буйынса алған 3 миллион 300 мең һумлыҡ грантты кооператив үҙ эшмәкәрлеген башлап ебәрер өсөн ҡоролмалар хәстәрләгән. Аҙыҡ етештереү линияһына ҡорамалдар һәм әҙер продукция өсөн ҡаптар һатып алғандар, шулай уҡ ит үткәргестәргә махсус заказ буйынса бысаҡтар эшләткәндәр. Бинаның барлыҡ төҙөлөш эштәре теүәлләнгән, иҙәненә бетон түшәлгән, ҡайҙа ниндәй ҡоролма урынлаштырыласағы һыҙмалап, билдәләп ҡуйылған. Хәҙер иһә кооператорҙар алдында ҡорамалдарҙы урынлаштырып, линияны эшкә ҡушыу бурысы тора.
Петр Николаевич - кооператив рәйесе, ә һөнәре буйынса йәмәғәт туҡланыуы буйынса технолог, бығаса ветеринария йүнәлешендә эшләгән Лариса Юрьевна - технолог.
Пивцовтар етештерәсәк аҙыҡ ҡоро түгел, ә туңдырылған сей фарш рәүешендәге профи-рацион тәбиғи буласаҡ. Аҙыҡтың төп ҡатнашмаһы 70 процент ит һәм субпродукттарҙан тора. Уның составына шулай уҡ йомортҡа, эремсек, үҫемлек майы, ярмалар, көрпә, йәшелсә-емеш, шытҡан бойҙай, үлән ҡатнашмаһы, һөйәк оно, сүпрә инә. Ҡатнашма өсөн продукттар мал һуйыу цехындағы ҡалдыҡтар файҙаланыласаҡ. Уларҙың эшмәкәрлеге, әлбиттә, урындағы кооперативҡа мал һуйыу цехындағы ҡалдыҡтарҙы утилләштереү мәсьәләһен хәл итәсәк.
Бурлы төбәгендә үҙ эшмәкәрлеген алып барасаҡ кооператорҙар башта 3-4 кешегә эш урыны булдырыуҙы, артабан етештереүсәнлек яйға һалынғас, әҙер сеймалды вакуумлы ҡаптарға тултырыу ҡул көсө менән башҡарылыуын иҫәпкә алып, 30-40-лап кешене эш менән тәьмин итеүҙе күҙаллайҙар. Район етәкселеге һәм “Урожай” хужалығы һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыуына рәхмәтле улар.
Читайте нас: