+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Июнь 2020, 17:50

Һау-сәләмәт йәшәү өсөн

Июндә коронавирус эпидемияһына бәйле хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе бер аҙ йомшартылһа ла, кеше күп йөрөгән урындарҙа битлек һәм бирсәткә кейеп йөрөү талабы үҙ көсөндә ҡала. Ошоға бәйле “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” республика проектына ярашлы һаҡланыу сараһы таратыу акцияһы дауам итә.

- Ошо көндәрҙә районға 600 битлек ҡайтартылып, ирекмәндәр штабы ярҙамы менән уларҙы тарата башланыҡ та инде, - тип аңлатып үтте ирекмәндәр штабы етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Сабирова.
Изге йома көнө ирекмәндәр тарафынан 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә күп тапҡыр ҡулланыла торған 402 битлек таратылған. Красноусолда ирекмәндәр - район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре тарафынан күп балалы 44 ғаиләгә битлектәр өйҙәренә алып барып тапшырылған.
Һамар биҫтәһенә таратыусы ирекмәндәр менән беҙ ҙә был эш нисек башҡарылыуын ҡарап йөрөнөк. Эш еңелдән түгел, әлбиттә. Урамдарҙы, өйҙәрҙе табырға, хужаларҙы саҡырып сығарырға, улар менән аңлатыу эше лә алып барырға кәрәк, матур итеп тапшырғас, изге теләктәр теләп артабан юлды дауам итәһең. Кемгәлер яҡшылыҡ эшләүҙән, хәүефтән һаҡлауҙан күңелгә лә рәхәт. “Илде ялмаған был сир бер кемгә лә ҡағылмаһын, әммә һаҡланып йөрөйөк”, - тип битлек тапшырыусы Эльвира Хөснөтдинова менән Ольга Кирдееваның әйткәндәрен тыңларға ғына ҡала.
Ҡалған битлектәр быйыл 11-се класты тамамлаусы уҡыусыларға тапшырыу өсөн мәктәптәргә таратып бирелгән.
Май айының һуңғы көнөндә Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә. Уның маҡсаты – донъяла тәмәке тартыуҙы кәметеү, был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫеп килгән быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында еткереү. Был йүнәлештә лә мәҙәниәт, китапхана, Балалар ижады үҙәге ирекмәндәре “Тәмәкене кәнфиткә алыштырабыҙ” акцияһы ойоштороп, кәнфит һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр тараттылар. Был сара ла күптәрҙе уйландырып, һаулыҡты һаҡлау өсөн ваҡытында үҙеңде ҡулға алыу кәрәклеген аңлатҡандыр.
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ, тигәндәй, сәләмәтлегебеҙ тураһында хәстәрлек күрәйек, ваҡытында һаҡлайыҡ.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: