-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 20:45

Монилиоз алма һәм грушаның уңышын кәметә

Монилиоз, йәки алма һәм груша емештәренең ҡояшҡа яныуы – күпселек баҡсасыларҙың баш бәләһе. Емеш ағастарына насар йоғонто яһаған, йыш осраған ауырыуҙарҙың береһе ул.

Был йоғошло ауырыу ағастар сәскә атҡан ваҡытта килеп сыға. Бәшмәктең мицелийы сәскәләрҙе зарарлай. Һөҙөмтәлә, йәш япраҡтар һәм емештәр көрән төҫкә инә. Ауырыу шашып китһә, бер йыллыҡ һәм емеш биргән ботаҡтар ҡорой. Ағаста ҡалған емештәр яйлап көрәнләнә һәм кибә. Тап ошо ваҡытта бәшмәкте лә күрергә була.
Яҙғыһын ағас шулай уҡ былтырғы емеш ҡалдыҡтары, зарарланған япраҡтар аша ауырып китеүе ихтимал.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙғы һауа торошо емеш ағастарының был патоген менән зарарланыуы өсөн шарттар тыуҙырҙы.
Баҡсаны әлеге ауырыуҙан нисек һаҡларға һуң? Тәү сиратта бөтөн кипкән ботаҡтарҙы киҫергә, ағас аҫтынан былтырғы үлән һәм емештәрҙе алып ҡуйырға кәрәк. Әгәр ағастарығыҙ зарарланды икән, фунгицидтар ҡулланмайынса ауырыуҙы еңеп булмай.
1 процентлы баҡыр купоросын һәм 100 грамм бордосс ҡушымтаһын 10 литр һыуҙа болғатып, ағастарға һиптерергә кәрәк. Эшкәртеүҙе йә иртән, йәиһә кисен ел булмаған тымыҡ ваҡытта башҡарырға кәңәш ителә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан
буйынса филиалы белгесе.
Читайте нас: