+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 20:25

Уңыш серен белә уңғандар

Ер ҡарҙан әрселеп, ҡояш нурҙарында йылынған тупраҡта йәш үләндәр морон төртә башлау менән шәхси йортта йәшәүселәр көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырышып, баҡса эшенә сума. Бар күңелен, фантазияһын ошо эшкә йүнәлтеп, был шөғөлдән үҙҙәренә йыуаныс һәм ҡыуаныс алып йәшәүселәр күп арабыҙҙа. Игенйылға ауылында йәшәүсе Фәнисә һәм Ревил Мәҡсүтовтар эштең тәмен, йәшәүҙең йәмен белеп донъя көтәләр.

Фәнисә Флүр ҡыҙы Яңы Бурлы ауылында тыуған. Атаһын Сәйетбаба ауылына участка милиционеры итеп эшкә ебәргәс, 1-се класҡа уҡырға шунда бара һәм унынсыны ла ошонда тамамлай. Игенйылға ауылына тормошҡа сығып, 36 йыл мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, хәҙер кинәнеп яратҡан шөғөлөнә тотонған.
- Атайым баҡса үҫтерергә ярата ине. Улар нәҫелдәре менән был шөғөлгә ғашиҡ. Сәйетбабалағы баҡсабыҙ әле лә күҙ алдында. Эшләгән осорҙа ултыртһаң да ул тиклем бушап, күңел биреп булашып булмай ине, хәҙер ошо баҡсанан табыш та, рәхәтлек тә алып йәшәйбеҙ, - ти уңған хужабикә.
Мәҡсүтовтарҙың ҙур өйөн уратып сәскәләр ултыртылған. Уларҙың ниндәйе генә юҡ: пиондың әллә нисә төрө, розалар һәм башҡалар. Петуниялар күптән сәскәгә күмелеп ултыра, уларҙы хужабикә өйҙә үҫтергән. Виноград үҫтереү өсөн тимерҙән япма кеүек айырым урын эшләнгән. Ул да мөғжизәле баҡсаға кереү урыны кеүек күренеп тора. Баҡсала крыжовник, ҡарағат матур булып ултыра, бы-йыл йәш алма үҫентеләре ултыртҡандар. Ситән үреп, йәй көндәре шунда сәй эсергә япма ла эшләнгән. Арыраҡ теп-лица ҡуйылған. Бында күпселек ҡыяр, помидор үҫтерәләр. Башта ун метрлыны алғандар, һуңынан оҫта хужа ялғап тағы ла оҙонайтҡан.
- Башта бында еләк үҫтерә башлағайныҡ. Хәҙер еләкте асыҡ һауаға сығарҙыҡ. Ҡыярҙы февралдә өйҙә үҫтерәбеҙ, өс япраҡлы булғас, теплицаға сығарабыҙ. Тулы айҙа ултыртмайбыҙ, артыҡ ботаҡтарын да өҙөп торабыҙ. Ҡоротҡостарҙан 10 көн һайын көл һибәбеҙ, - тип аңлата Фәнисә Флүр ҡыҙы.
Теплицаны йылы тотоу өсөн торба үткәреп, мейес тә сығарылған. Ҡыярҙар үҙҙәренең оҫта тәрбиәләүселәрен иртә яҙҙан мул уңыш менән һөйөндөргән. Хәҙер помидорҙар ҙа йомарланып, үҙ уңышын күрһәтеп ултыра.
Уңған хужаларҙың донъяларының йәме, ҡото, бәрәкәте лә уларҙың тормош ағышын тоя һәм ер ҡәҙерен белеүендәлер. Фәнисә Мәҡсүтованың тормош иптәше Ревил Ниғәмәт улы Родина ауылында эшләп йөрөй, шул уҡ ваҡытта баҡсаны биҙәү өсөн дә ваҡыт таба. Уның сәскә ҡуйыу өсөн ағас ботаҡтарынан эшләнгән ҡулайламаһы ла күҙгә ташлана бында. Мәҡсүтовтар бынан тыш ҡура тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҙа аҫрай. Иллеләп бройлер тауығы, утыҙҙан ашыу ҡаҙ аҫрарға ла өлгөрә улар. Бройлерҙар өсөн айырым һарай ҡуйылған. “Бер төркөмөн үҫтергәс, ояны таҙартып, ағартҡас, яңынан алабыҙ,” – ти йорт хужаһы.
Тырыштарҙың ҡулынан барыһы ла килә. Йәм бөркөп ултырған өйҙә өс бала тыуып-үҫеп, оло ҡыҙҙары Рәмзиә Күгәрсен районына тормошҡа сығып, өс бала үҫтерә. Ул да матур баҡса үҫтерә икән. Икенсе ҡыҙҙары Эльвира Борай районында, ике бала әсәһе. Илдар улдары аграр университеттың ике факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, икенсе йыл Родина ауылында зоотехник булып эшләп йөрөй. Ул да ата-әсәһенә үҙ кәңәштәрен биреп, төп таяныс, ярҙамсы булып тора.
Ауылда ла егәрлеләр матур итеп, емертеп донъя көтөргә үҙ яйын таба. Уңған хужаларға киләсәктә лә уңыш серен башҡаларға өйрәтеп, йәштәргә өлгө булып, мул табыш, һөйөнөс-кинәнес алып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: