+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 13:55

Гәзитебеҙ дуҫтары

2020 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро бара. Был мөһим сараның алғы һыҙығында почта хеҙмәткәрҙәре тороуын бөтәбеҙ ҙә яҡшы белә. Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһының уңышлы булыуы уларҙың тырышлығына, үҙ эшенә яуаплы ҡарауына бәйле.

Киләһе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың икенсегә иғлан ителгән ташламалы ун көнлөгө тамамланыу өҫтөндә. Ошо осорҙо күптәр файҙаланып ҡалғандыр тигән ышаныстабыҙ. Подписка тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Уның барышы, почта бүлексәләренең эше менән ҡыҙыҡһынып Талбазы почтамты начальнигы Гүзәл Рәйес ҡыҙы Тимербулатоваға мөрәжәғәт иттек. Ул “Табын” гәзитенә иң күп яҙылыусыбыҙ булған Сәйетбаба, Бурлы ауыл почта бүлексәләрен яҡшы яҡтан телгә алды. Шулай уҡ районда 2013 йылдан бирле эшләп килгән күсмә почта бәйләнеше бүлексәһен дә билдәләп үтте. Бүлексәнең етәксеһе Зөлфиә Рәхимованы маҡтап, яуаплы, булдыҡлы хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһе ул, тине. Зөлфиә Файзрахман ҡыҙы почта системаһында 2006 йылдан бирле эшләй. Ул ете ауылға: Йөҙимән, Үзбәк, Оло Үтәш, Яңы Ерек, Заречный, Түбәнге һәм Үрге Ташбүкән, Мәндем ауылдарына күсмә почта бүлексәһе машинаһында почта алып бара. Ауылдарҙағы почтальондар ул килтергән гәзит-журналдарҙы, коммуналь түләү квитанцияларын халыҡҡа тарата. Яңы Ерек, Заречныйҙа Зөлфиә был эште үҙе башҡара.
- Талбазынан килгән почтаны аҙнаның дүшәмбе, шаршамбы көндәрендә Мәндем, Үрге һәм Түбәнге Ташбүкәнгә, ә шишәмбе һәм йома төньяҡ зоналағы ауылдарға йөрөтәбеҙ. Минең ҡул аҫтында эшләгән почтальондар Зөлфиә Әбделмәнова Йөҙимән, Уҫман, Имәнлек, Рәшиҙә Ҡорбанғолова Үзбәк, Оло, Урта, Кесе Үтәш ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда почта таратыу менән бергә һәр кемде гәзит-журналдарға яҙҙырырға тырышабыҙ. Ҡуйылған пландарҙы үтәрбеҙ тип ышанам, - ти Зөлфиә.
Гәзиттең тиражын арттырыуға үҙ өлөшөн индергән күсмә почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре артабан да шулай тырышып эшләр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: