+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 17:25

Һуғыш яралаған яҙмыштар

Донъялағы иң дәшһәтле, ҡот осҡос һуғышта еңеү яулаған һалдаттарыбыҙҙың һәр береһенең яҙмышы үҙенә бер тарих яҙырлыҡ. Олатайым Бәхтейәр Миңлебай улы Исламов Еңеү көнөн яҡынайтҡан совет һалдаттарының тик берәүһе генә, ә беҙҙең ғаилә өсөн ҡаһарман йөрәкле ҙур кеше, яугир һалдат.

Бәхтейәр Миңлебай улы Исламов 1913 йылдың 27 сентябрендә Ҡормантау ауылында Ғәрифә һәм Миңлебай Исламовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Унан ҡала ике ҡустыһы, һеңлеһе тыуа. Ас-яланғас йылдар, етем бала саҡ, шуға ла бик йәшләй ауыр донъя йөгөн тартырға тура килә олатайыма. Ике класс белем алып өлгөрә. Егет ҡорона еткәс, колхоз эшенә егелә. Нисек кенә булмаһын, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, тормоштан йәм табып йәшәй, өҙҙөрөп тальян гармунда ла уйнай. 1935 йылда Бәхтейәр үҙҙәренең ауыл ҡыҙы Рабиға менән ғаилә ҡороп ебәрә.
1940 йылдың июнь айында олатайымды Ҡыҙыл Армия сафына алалар, ә 13 август көнө ул 116-сы уҡсылар полкы составында хәрби ант бирә. Был легендар полк ул ваҡытта Харьков хәрби округында урынлашҡан була. Олатайымдың Ҡыҙылармеецтар кенәгәһендә майор Т.Валундың шундай мөһим яҙыуы бар: “Ҡыҙыл Армия сафында отделение командиры вазифаһын үтәй ала”. Тимәк, олатайым ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен күрһәтеп өлгөргән, яҡшы иҫәптә булған.
Фашист ғәскәрҙәре Советтар Союзына һөжүм иткәс, олатайым хеҙмәт иткән полкы составында фронтҡа ебәрелә. Полк Көньяҡ-Көнбайыш фронт йүнәлешенә эләгә. Олатайым пулеметсылар ротаһында 1-се һанлы пулеметсы, тимәк, пулеметсы-төҙләүсе була. Тарихи документтарҙа эҙләнгәндән һуң, шул асыҡланды: полк 1941 йылдың йәйендә ҡамауға эләгә. Был ваҡиға һуғыш тарихында “Киев ҡаҙаны” (“Киевский котел”) тигән исем менән билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, полк был ҡамауҙа, Денисовка ауылы эргәһендә тулыһынса тиерлек тар-мар ителә, тик бер нисә тиҫтә кеше генә ҡотола. Шулар араһында минең олатайым да була.
Бына уның шул ваҡыт тураһындағы хәтирәләре: “Ике ай самаһы ҡамауҙа булдыҡ. 1941 йылдың көҙө ине. Фронт һыҙығынан үтеү мөмкин түгел, фашистар ут ямғыры яуҙыра. Асыҡ ергә эләкһәң, дошман самолеттары баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй. Ҡоралдан ҡулда бер финка ғына. Бер төркөм һалдаттар менән ҡамауҙан сыға алдыҡ. Тере ҡалдым”.
Артабан һуғыш юлын 84-се уҡсылар дивизияһының 49-сы айырым разведчиктар ротаһы составында снайпер булып дауам итә. “Күп тапҡырҙар фронт һыҙығын үтергә тура килде. “Тел” артынан, фашист нығытмаларын күҙәтеү өсөн разведчиктарҙы ебәрәләр ине. Разведрота менән Освенцем концлагерын азат итеүҙә ҡатнашырға тура килде. Концлагерҙа фашистарҙың вәхшилектәрен күреп, тетрәндек”, - тип хәтерләр булған ул.
1943 йылдың 26 сентябрендә ефрейтор Бәхтейәр Исламов “Яҡшы разведчик” (“Отличный разведчик”) билдәһе менән наградлана. Наградлау тураһындағы бойороҡта: “Тыуған ил алдында күрһәткән хеҙмәте, шәхси ҡорал менән оҫта ҡулланғаны һәм фронт командованиеһының бурыстарын теүәл үтәгәне өсөн ”, - тип яҙылған.
1945 йылдың февраль-март айҙарында олатайым хеҙмәт иткән полк Венгрияның баш ҡалаһы Будапештты азат итеүҙә ҡатнаша. Ефрейтор Бәхтейәр Миңлебай улы Исламовтың “Будапештты алған өсөн” миҙалы менән наградлау хаҡында бойороҡта ошондай һүҙҙәр бар: “Ҡала ситендә немецтарҙың танк төркөмөнә юлыҡтыҡ. Иптәш Исламов, хәрби бойороҡ алыу менән, дошмандың уты аҫтында алға ынтылды. Башҡа һалдаттар менән бергә һөжүм итеп, дошманды ҡыҫырыҡлап сығарҙылар. Был атака батальонға ҡалаға керергә мөмкинселек бирҙе.”
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Бәхтейәр Миңлебай улы Исламов “Батырлыҡ өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Будапештты алған өсөн” миҙалдары, “Ҡыҙыл Йондоҙ”, III дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнә. Уның “Ҡыҙылармеец кенәгәһендә” Бөйөк Ватан һуғышының иң дәшһәтле бәрелештәрендә ҡатнашҡаны өсөн 17 рәхмәт белдерелеүе теркәлгән. Олатайым хеҙмәт иткән полк Украина, Молдавия, Польша, Венгрия ерҙәрен фашистарҙан азат итә. Еңеү яҙын Бәхтейәр Миңлебай улы Венгрияның Надьканижа ҡалаһында ҡаршылай.
Өс тапҡыр яралана. Ҡулына һәм аяғына мина ярсығы эләгә, ә 1942 йылда контузия ала. Хәрби госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң, ул һәр ваҡыт яңынан сафҡа әйләнеп ҡайта.
Бәхтейәр олатайымдың ҡустылары ла һуғыш ғәрәсәтенә эләгә. Уртансы ҡустыһы Фәйзулла фронтта һәләк була, Харьков ҡалаһында ерләнгән. Кесе ҡустыһы Шәйдулла 1943 йылдың йәйендә I Украинa фронтына эләгә. Еңеүҙе Польшала ҡаршылай. Һуғыштан һуң Чукоткала хеҙмәтен дауам итә. Тыуған ауылына 1949 йылдың октябрендә әйләнеп ҡайта.
Бәхтейәр Исламов Совет Армияһы сафынан 1945 йылдың 25 сентябрендә ефрейтор дәрәжәһендә сығарыла. Тыуған ауылына, ғаиләһенә ҡайтып, ғүмеренең аҙағынаса колхозда ат ҡараусы, балта оҫтаһы булып эшләй. Рабиға өләсәйем менән улар тағы 6 балаға ғүмер бүләк итәләр. Улдары Фаил, береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙары Рәмилә, Гөлйөҙөм, Гөлнур, Рәфисә, Гөлназ тыуа. Һәр береһенә тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Һуғыштан һуң “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында "Германияны еңгән өсөн" миҙалы һәм башҡа юбилей миҙалдары менән наградлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә олатайҙы күрергә насип булманы. Ул 1971 йылдың
1 ғинуарында оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була. Әммә атай-әсәй тәрбиәһенә рәхмәт, беҙ яугир олатайҙарыбыҙ тураһында бәләкәйҙән белеп, улар менән ғорурланып үҫтек. Әлеге көндә уның 11 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәре бар. Беҙ уның тоҡомонан һәм олатайҙың яҡты иҫтәлеген артабан да тоғро һаҡларбыҙ. Рәхмәт, олатай, Еңеү өсөн!
Әлфиә АҠБУЛАТОВА-ШӘЙӘХМӘТОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: