Һеҙҙе иң төп дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй көнө менән ҡотлайым!
Был байрам үҙенең ғәйәт ҙур мөмкинлектәргә эйә һәм матур киләсәкле, сағыу тарихлы Тыуған илен ихлас һөйгән һәр кемде берләштерә.
Хәҙерге заман Рәсәйе – үҙ милли мәнфәғәттәре һағында ныҡлы тороусы һәм мөһабәт держава исемен йылдан-йыл нығыта барыусы көслө һәм бойондороҡһоҙ дәүләт ул. Шундай күренекле позицияға Рәсәй халҡыбыҙҙың берҙәмлек, азатлыҡ, тыныслыҡ, татыулыҡ кеүек ҡаҡшамаҫ ҡиммәттәре һәм ихтыяр көсө булдырылған күп быуатлыҡ дәүләтселек юлын үтеп өлгәште.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙ йылдам үҫешә, халыҡ-ара аренала үҙ позицияларын нығыта бара һәм киләсәккә ышаныслы атлай. Беҙ үҙ тыуған еребеҙ менән ғорурланабыҙ, уны яҡшыраҡ, матурыраҡ итергә тырышабыҙ. Беҙҙең бай тарихи, мәҙәни, әхлаҡи, интеллектуаль, тәбиғи, геосәйәси мөмкинлегебеҙ бар. Ләкин тағы ла яҡшыраҡ иртәгәһе көнгә өмөттө берлектәге ныҡышмал хеҙмәт менән генә бойомға ашырып буласаҡ.
Ғафури районы тотош ил менән бер сафта йәшәй. Белемебеҙҙе һәм көсөбөҙҙө ра-йон, республика үҫешенә һалып, беҙ бөйөк Рәсәйҙең артабанғы нығыныуына булышлыҡ итәбеҙ, сөнки илдең көсө, мәртәбәһе уның төбәктәренең һәм ҡалаларының уңыш-ҡаҙаныштарынан төҙөлә.
Ҡәҙерле яҡташтар! Был көндә һеҙҙең барығыҙға ла изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар, үҙ көсөгөҙгә ышаныс, күңел күтәренкелеге теләгем килә. Һәр өйҙә яҡты, уңайлы булһын, ә һәр ғаиләлә һөйөү, бәхет һәм именлек хакимлыҡ итһен.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.