+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Июнь 2020, 20:50

Күпте күргән, күпте кисергән…

Кеше ғүмере һыуҙар булып аға,Сәскә булып аға йәйҙәрен.Йондоҙ булып атыла ла, һүнә,Тик ҡайтмай шул кире үткәне…Кеше 90 йәшен тултырғас, ҡартайыуҙан туҡтай, йөҙгә лә иҫән-һау етә, тиҙәр халыҡта. Бала саҡтары, йәшлектәре һуғыш осорона тура килеп, һикәлтәле ғүмер юлдары аша үтеп, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып та, киләсәккә оптимист ҡарашын, күңел көрлөгөн юғалтмаған оло йәштәге кешеләр йәш быуынға үрнәк. Инде унынсы тиҫтәне ваҡларға керешкән, бөгөн дө һылыу, мөләйем тыл ветераны Әсмә Ғиззәт ҡыҙы Мөхәммәтйәнова нәҡ бына шундайҙарҙан. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, аҡылы камил үҙенең. Һөйләгән һәр һөйләмен эҙмә-эҙлекле итеп яй ғына һөйләп ултыра ул.

1925 йылда Үтәк ауылында ябай эшсе Хәйерниса һәм Ғиззәт Кәримовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Әние лә, әтие лә колхозда төрлө эштә эшләйҙәр. Ғиззәт бабай ауылдың активисы – һәр ерҙә эште оҫта ойоштора торған була. Тыуған ауылында башланғыс ҡына мәктәп булыу сәбәпле, Әсмә Ғиззәт ҡыҙына белем алыуҙы күрше Яңғыҙҡайын һәм Ишембай районы Йәнырыҫ ауылдарында дауам итергә тура килә.
“1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ир-аттар илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн фронтҡа киттеләр. Ауылда ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар ғына тороп ҡалды. Улар барыһы ла ауыр хеҙмәткә егелделәр. Мине, мәктәптә уҡытыусылар етмәү сәбәпле, эшкә саҡырҙылар. Шулай итеп, 1942 йылдың февраль айынан башлап, башланғыс класс уҡытыусыһы Шиһап ағай Амбатов һуғышҡа киткәс, уның эшен мин дауам иттем. Бер класта 25-30-ар бала, бүлмәләр һыуыҡ, утын менән йылытыла, уҡыу әсбаптары етешмәй. Ҡайсағында 2-шәр смена уҡытырға тура килә ине. Мәктәптә алған белем менән генә балалар уҡытыу ауыр булды. Ошо саҡта миңә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы педагогия училищеһында ситтән тороп уҡыу бәхете тейҙе һәм 1958 йылға тик-лем балаларға белем бирҙем. 1963 йылдан 1976 йылға тиклем, хаҡлы ялға киткәнсе, ауыл китапханаһы мөдире булып эшләнем. Китапхана мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан. Утын яғып йылытһаҡ та бик һыуыҡ, ҡулдар өшөй, плакаттар яҙғанда ҡара туңа ине”, – тип һөйләй Әсмә Ғиззәт ҡыҙы.
Һуғыш йылдарындағы тормош хәтирәләрен тыл ветераны күҙ йәштәренә быуылып иҫкә ала. “Бик ауыр замандар, аслыҡ, яланғаслыҡ, һәр ғаиләлә күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы, әсе күҙ йәштәре. Мәктәптә уҡытыу эше менән бер рәттән, колхозда урағын да урҙым, бесәнен дә саптым, фермала хисапсы ла, агитатор ҙа булып эшләнем, фронттағы һуғышсылар өсөн ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләнем. Ул заманда эшһеҙ торған бер генә кеше лә булманы. Көстән килгәндең барыһын да башҡарҙыҡ”.
1946 йылда Әсмә Ғиззәт ҡыҙы, ауылдашы, Хәҙисә һәм Хәбибрахман Мөхәммәтйәновтарҙың улы Ильяс менән ғаилә ҡоралар.
Ильяс Хәбибрахман улы 1921 йылда донъяға килә. Башланғыс белемде ауылда ала, һуңынан 1939 йылда Ишембай районы Маҡар урта мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылды Үтәк мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. 1940 йылда әрме хеҙмәтенә алына. Ижевск ҡалаһындағы 155-се артиллерия полкы мәктәбендә уҡый. 1940 йылдың 13 июненән һауа оборонаһының 443-сө зенит-артиллерия полкы 2-се батареяһында сержант-электрик сифатында хеҙмәтен дауам итә. Унан Бөйөк Ватан һуғышына алына һәм аҙағынаса ҡатнаша. 1943 йылдан партия ағзаһы. 1945 йылдың декабрендә лейтенант званиеһында демобилизациялана. 1945-1955 йылдарҙа Үтәк башланғыс мәктәбе мөдире булып эшләй. 1948 йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлай. 1955-1961 йылдарҙа Үтәк урта мәктәбенең физик һәм хәрби әҙерлек уҡытыусыһы, 1961-1965 йылдарҙа ауыл советы рәйесе, 1965-1978 йылдарҙа башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып эшләй. Һуғышта “Кавказды алған өсөн” миҙалы менән, 1985 йылдың 6 апрелендә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. 1995 йылда 74 йәшендә Ильяс Хәбибрахман улы ҡаты сирҙән баҡыйлыҡҡа күсте.
Йәмәғәтен иҫкә алып: “Ильясым минең өсөн хәстәрлекле ир, балалар өсөн яратҡан әти булды. Кеше өсөн изгелекле, ярҙамсыл ине. Башлаған эште еренә еткереп эшләргә яратты. Ҡулы оҫта, өй тирә-яғында эште бөхтә итеп башҡарыр ине. Ауылдаштары уны һәр саҡ ихтирам итте”, - тип һөйләй Әсмә апай.
Әсмә Ғиззәт ҡыҙы Ильяс Хәбибрахман улы менән 5 ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һәр береһенә белем биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Өлкәне Асия, улдары Шамил, ҡыҙҙары Әлфиә бөгөнгө көндә Красноусол ауы-лында, Сәлимә Алмалыла, Зөлфиә Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар үҫтереп донъя көтәләр. 11 ейән, 15 ейәнсәр бүләк иткәндәр улар. Бөгөнгө көндә Әсмә апай тыуған ауылында йәшәүсе ҡыҙы Сания менән Рауил кейәүе тәрбиәһендә йәшәй. Бик рәхмәтле ул балаларына. “Ил-көндәр тыныс булһын, һуғыштар ҡабатланмаһын. Беҙ күргәндәрҙе Аллаһы Тәғәлә башҡа бер кемгә лә күрһәтмәһен. Балалар ҡартайған ата-әсәләренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булып ҡала белһендәр, тип көн дә доға ҡылам”, – ти ул.
Аҡ яулыҡлы тыл ветеранының хәтирәләрен һәр ҡайһыбыҙ йөрәгебеҙ аша үткәреп, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнһәк ине. Сөнки хәҙерге тыныс, бәхетле тормошобоҙ өсөн беҙ һуғыш һәм тыл ветерандарына бурыслы. Мең йәшәгеҙ, ветерандар! Бәхетле, тыныс ҡартлыҡ һеҙгә.
Гөлназ МАННАНОВА,
китапханасы.
Читайте нас: